НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 21.06.2018

Белмәй ҡалмағыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 21-06-2018, 09:14


Белмәй ҡалмағыҙ!
Башҡортостанда дәүләт телдәрен, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарҙы тапшырыу тәртибе раҫланды. Был маҡсатҡа ҡаҙнанан 50 миллион һум бүленә.

Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурс ошо арала иғлан ителәсәк, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, ҡатнашығыҙ!...

Ашыҡтырма, яҙмыш...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 21-06-2018, 07:00


Ашыҡтырма, яҙмыш...
...Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгерҙе лә йүгерҙе Зилә. Ҡайҙа йүгерә, ниңә йүгерә, аңламай ҙа ине шул. Уф, Аллам, ошондай мәсхәрәле хәлде күрермен, тип бер ҡасан да уйламаны бит, исмаһам! Унан да аҡыллы, изге йән юҡ кеүек ине бит!
Ә бөгөн... бөгөн уны йәшен уғы ергә ҡуша һуҡтымы ни, ауыртыуҙарына, йәне һыҙланыуға түҙә алмай, үкһеп-үкһеп иланы ла иланы...
Аңына килгәндә, йылға ярында ята ине.
...Уй, Аллаҡайым, ни эшләнем мин, кеше күреп ҡалмаһа ярар ине!
Ояты ни тора! «Үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә ышанмаҫһың да, һөйләп тә тормайым», – тигәйне шул үрге ос «һайыҫҡан» Зәлифә уға. Бына инде күрҙе, үҙ күҙҙәре менән шул өйгә инеп барғанын күрҙе. Ярай әле уны шәйләмәне, юғиһә, ҡайтып тағы ла «разборка» яһар ине! Бына ул ни өсөн донъяға һыймай икән! Хәҙер уға иркенлек кәрәк, ҡасан теләй – шул ваҡытта сығып китер өсөн. Их, бала берәү саҡта башын йырыр кәрәк булған да бит. Үкенестәр үҙәктәргә үтте, әллә ниндәй мәхшәрле көн булды инде бөгөн...
Ниңә улай төшөнкөлөккә бирелдем әле, әйтерһең дә, бер минең генә ирем йөрөймө ни?!
Ана, күршеһе Зифаны ғына алайыҡ... Ире ғүмер буйы ситтә йөрөй, хатта йәшәй ҙә шикелле. Ул иргә ҡул һелтәне, буғай. Иҫе лә китмәй гөрләтеп донъя көтә. Улының туйында ҡайта һалып, эргәһендә пар булып ултырып киткән, тиҙәр. Оятһыҙ!
Ә мин шул Зифанан кәмме ни, бөгөн үк башҡасараҡ йәшәй башлаясаҡмын, минең дә кәм ерем юҡ әле! Мин дә кеше, минең дә намыҫым бар!
Зилә ошо уйҙарынан арына алмай, көнө буйы план ҡорҙо.
Иң алда берәй яҡҡа ял йортона барып тынысланып алайым, унан инде күҙ күрер. Бәлки, ҡыуып та сығарырмын. Мир бөтмәһә – ир бөтмәҫ, тиҙәр бит.
...Бына шулай ошо ял йортона килеп сыҡты ла ул....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM