НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 17.06.2018

Рәзиләгә кейәү эҙләү
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 17-06-2018, 08:00


Рәзиләгә кейәү эҙләү
Бер әхирәтте, Рәзи­ләне*, быйылдан да ҡалмай кейәүгә би­рергә ниәтләп, уға ныҡлап тотондом. Юғиһә, тамам рәхәт йәшәүгә күсте бит. Эштән ҡайта ла, ашарға бешерһә бешерә, бешермәһә – ҡаты-ҡото менән генә тамағын туйҙыра ла, ин­тернет­ҡа сума. Уның ҡарамаған сериалы ҡалмаған, уйнамаған уйыны юҡ. Ҡолаҡ итен ашаусы, ойоҡбаштарҙы теләһә ҡайҙа бәреүсе, нервыларында уйнаусыһы юҡ­лығы менән маһайып, етмәһә, шул турала беҙгә, кейәүҙәгеләргә, һөйләпме-һөйләй. Эсте ҡыҙҙыра, бер һүҙ менән әйткәндә. Ярай, минең балалар өлкән булғас, ситтә уҡығас, әллә ни ҡыҙыҡмайым, ә “әсәлек капиталы”нан ятып ҡалмайым, тип өлтөрәп, йәһәт кенә тағы ике бала табып алған Зилә – бәләкәстәренән тәүлек әйләнәһенә тиерлек бушамаған, йоҡоһо ла туймай, аҡсаһыҙлыҡтан да интегеп, ирен игәп интеккән кесерәк әхирәтебеҙ – ихлас көнләшә. Зиләне йәлләп, Рәзиләне тиҙ арала кейәүгә бирергә кәрәклеген уйланым да инде....

Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 17-06-2018, 07:30


Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа
Баҡсасылар, кәбеҫтә үҫтерә алмайым, ҡорт ашай, йә күсәнләнмәне, тип зарлана. Минең баҡсамда ул емерелеп уңа. Был йәшелсә дым ярата. Уға көн һайын бер төпкә бер күнәк иҫәбенән йылымыс һыу һибәм. Аҙнаһына бер мәртәбә кер һабыны иретмәһен бөркәм. Июль айында шулай эшләгәндә, бер бөжәк тә булмай. Күсәне күренә башлағас, кәбеҫтә күбәләктәрен ҡурҡытыу өсөн ике тапҡыр еҫле тәмәке һибәм. Көлдө лә йыш ҡулланам. Ул бер яҡтан ашлама булып торһа, икенсенән, зарарлы бөжәктәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы ла үлтерә. Көлгә кер һабыны ҡушып, кәбеҫтә япраҡтарына һалырға мөмкин. Йәшелсә үҫтергәндә бер ниндәй ҙә химик препаратты ҡулланмайым. Һыйыр тиҙәген әсетеп һалһаң, кәбеҫтә ҡотороп үҫә. Үҫтереп ҡарағыҙ. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтәләрем үҫеп етеп, күсәне ярыла башлаһа, уны 180 градусҡа бороп ултыртам. Тамырҙары өҙөлгәс, һабаҡта үҫмәй, һулымай ҙа.

З. САФИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM