НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 07.06.2018

«Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлаясаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-06-2018, 14:45


«Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлаясаҡ
Республикала «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-ресурсы эшләй башлай. Инициаторы – Башҡортостандың «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы.

Сайтта республиканың иҫ киткес кешеләре тураһында мәғлүмәти материалдар (биографиялары, хәтирәләр, очерктар, мәҡәләләр) урынлаштырыу күҙаллана.

Ҡулъяҙмалар (шул иҫәптән һүрәттәр) электрон вариантта, шулай уҡ баҫылған формала ла ҡабул ителә, күләме – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс биттән артмаҫҡа тейеш. Ҡулъяҙмаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450006, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55, йәки электрон почтаға: imena@bashenc.ru.

Килгән материалдар нигеҙендә 2018 йылдың 31 авгусына тиклем электрон ресурстың һынау төрөн эшләтеп ебәреү күҙаллана. Ул артабан камиллашасаҡ һәм тулыланасаҡ....

Дуҫың һинең менән бергә ҡыуана белһен
Махсус бит / Проблема // 7-06-2018, 07:00


Дуҫың һинең менән бергә ҡыуана белһен
Бер йәш егет бай ирҙән уңышының сере тураһында һорашҡан.
– Мин дуҫтар һайлай беләм, – тип яуаплаған теге кеше.
Һәм егеткә үҙ һорауын биргән:
– Һин “дуҫтар бәлә килгәндә һынала” тигән әйтемде беләһеңме?
– Нисек белмәҫкә, мин тап шуға таянам да.
– Онот был әйтемде. Дуҫ шатлыҡта һынала!
– Нисек инде? Эйе, шатланыуын бергә шатланабыҙ, тик…
Йәш егет аптырай төшкән.
– Тыңла, – тип кәңәш биреүен дауам иткән уңышлы кеше. – Һинең проблемаң булғанда, дуҫың менән бүлешәһеңдер, моғайын, шунан икәүләп ул проблеманы хәл итеү яйын эҙләйһегеҙҙер. Икегеҙ ҙә бойоҡ, икегеҙ ҙә кәйефһеҙ, арыған...
– Шулай була инде, дуҫтар ярҙамға килә.
– Шулайын шулай, тик дуҫың һиңә бер тапҡыр ярҙам итер, икенсе тапҡыр, артабан арыр, һиңә ярҙам итә алмаҫ, бары йәлләп кенә ҡуйыр. Был һине тағы ла борсор. Ә бына минең дуҫтарым мине бер ҡасан да йәлләмәне, проблемаларымды хәл итмәне. Улар минең менән бергә ҡыуанды ғына.
Ысынында, әгәр проблемаң булһа, үҙең хәл итергә тырыш. Шунан дуҫыңа бар һәм икегеҙ (йә күмәкләп) еңеүеңде байрам итегеҙ. Кешене йәлләүе еңел. Ә кемдеңдер уңыштарына ихлас ҡыуана белеү ауырыраҡ. Кем һинең менән шатлығыңды уртаҡлаша ала, шул ул ысын дуҫлыҡ. Бына минең уңыш серем – дуҫтарымда...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне....

Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Письма / Гәзиткә яҙылыу // 7-06-2018, 07:00


Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Һаумыһығыҙ «Йәшлек»тәр! Мин бик өлкән йәштәге кешемен, ләкин йәштән үк баҫмағыҙҙан айырылғаным юҡ. Ул уҡыусыларымды тәрбиәләү, телгә һөйөү уятыу сығанағы булды. Беҙҙең быуын күп уҡыған, ҡосаҡ- ҡосаҡ гәзит-журналдарға яҙыла торған быуын булды шул.
Әле 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Һуғыш ветерандарына I, II инвалидтарына ташлама менән 10 көнлөк иғлан ителгән. Мин 2017 йылдың сентябрендә үк 2018 йылдың тәүге яртыһына яҙылып ҡуйғайным . «Осҡон», «Әбйәлил» район гәзиттәре, «Башҡортостан», «Йома», «Йәшлек», «Киске Өфө», «АИФ – Башҡортостан», «Тамаша», «ЗОЖ», «Тайны здоровья», «Һәнәк» журналдарына яҙылдым, балалар йорто менән хосписҡа ла подписка эшләнем. Үҙемдең дә һаулығым ҡалманы, бер күҙем күрмәй, шулай ҙа матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуымды дауам итәм.
Һеҙгә мәҡәләләр ҙә ебәргеләй торғайным, баҫмай ҡалманығыҙ. Төрлө ярыш, дәртләндереү саралары ойоштора инегеҙ, бүләктәр ҙә ебәрҙегеҙ.
«Йәшлек» – уҡымлы, йөкмәткеле гәзит. Башҡалар әйтмәгәнде (әйтә алмағанды) ул әйтә. Тура һүҙле. Тематикаһы бик бай. Унда ҡыҫҡа һәм тос мәҡәләләр өҫтөнлөк ала.
Баш мөхәррир Артур Хәсән улы Дәүләтбәков гәзиттең уҡымлы булыуы өсөн бөтәһен дә эшләй, ныҡ хөрмәт итәм уны. Телевизорҙа ла йыш үҙен күрәм. Күрһәм ныҡ ҡыуанам. «Һаумы, улым!» – тип сәләмләйем һәм уңыш теләйем.

Нәғимә ИЛҺАМОВА, тыл ветераны.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM