НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Май 2018 года » Страница 10

Гәзитебеҙгә арзаныраҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Гәзиткә яҙылыу // 8-05-2018, 15:41


Гәзитебеҙгә арзаныраҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
10 майҙан “Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө” башлана. Ул 20 майға тиклем дауам итәсәк. "Йәшлек" гәзитенә алты айға яҙылһағыҙ, 93 һум да 90 тингә арзанға яҙыла алаһығыҙ...

Гимндар төрлө була…
Махсус бит // 8-05-2018, 07:00


Гимндар төрлө була…
Иң боронғо гимн һүҙҙәре – япондарҙа. X – XI быуатта аноним йыйынтыҡта баҫылған бер шиғырға көй яҙыу идеяһы ирланд дирижеры Джон Фентондың башына килә. Ул 1870 йылда көй яҙа ла япон императоры алдында йырлай. Әммә япондар был йырҙы, бигүк тантаналы түгел, ти. Шунан шул уҡ һүҙҙәргә үҙҙәре көй яҙа. Ә Фентондың варианты Иокогама ҡалаһының бер ҡорамында йыл да башҡарыла. Әйткәндәй, япон гимны бер куплеттан тора һәм ике тапҡыр ҡабатлана.

Уругвай гимны – иң оҙоно. Парагвайҙыҡы ҡыҫҡараҡ булһа ла, авторы бер үк кеше – Уругвай гражданы Франсиско Акунья де Фигероа.
Британия гимнының авторы үҙ шиғырының тотош ил символына әйләнеүен белмәйенсә, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Генри Кэри исемле музыка уҡытыусыһының ғаиләһе ярлы, күп балалы булған. Нимәһе ҡыҙыҡ: гимн һүҙҙәре власта батша йә батшабикә ултырыуына ҡарап үҙгәртелә, ҡатын-ҡыҙ, ир-ат өсөн варианттары бар.
Афғанстан гимнында, ил Конституцияһына ярашлы, унда йәшәүсе бөтә халыҡтар ҙа телгә алына. Һәм, әлбиттә, “Аллаһу әкбәр” тигән һүҙҙәре бар.
Һиндостан гимны 54 секундта йырланып бөтә. Әммә бик бай тарихлы. Ә Таиландтың ике дәүләт йыры бар: батшаныҡы һәм граждандарҙыҡы. Әгәр дөрөҫ булһа, батша өсөн гимн авторы рус композиторы Петр Щуровский икән.

...

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.05.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 7-05-2018, 17:11


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.05.2018)
– Ғәли, өйләндем тигәйнең түгелме? Үҙең пальтоңа төймә тегеп ултыраһың…
– Был минең пальто түгел, ҡатындыҡы…...

Эльвина ХӘСӘНОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 7-05-2018, 16:46


Эльвина ХӘСӘНОВА
Республикабыҙҙың балға-майға, арҙаҡлы шәхестәргә, матур ҡыҙ-егеттәргә бай Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында 2001 йылдың 28 февралендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен.
Әле ауылыбыҙҙағы мәктәптең 11-се класында белем алам. Тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡыйым. Спортты үҙ итәм, волейбол уйнарға яратам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда ҡул эштәре менән булышырға яратам.
Киләсәктә яҙмышымды хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләгем килә. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ошо йүнәлештә белем алырға теләйем....

Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итте
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-05-2018, 16:08


Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итте
Мәскәүҙең Ҙур Кремль һарайында Владимир Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итеүгә арналған тантаналы церемония уҙҙы.
Владимир Владимирович үҙенең дүртенсе инаугурацияһына илебеҙ етештергән "Кортеж" лимузинына ултырып барҙы. Бығаса Президент сит ил машиналары хуп күрә ине....

Көнсөллөк тормошто ағыулаһа
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-05-2018, 14:09


Көнсөллөк тормошто ағыулаһа
Ирем Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ике балабыҙ бар. Ул мине ныҡ көнләшә. Даими шылтырата, тикшерә, балаларҙан ҡайҙа барыуым, ҡасан ҡайтыуым һ.б. тураһында һорашып тора. Көтмәгәндә генә ағаһы килеп, “ревизия” ойоштороп китә. Эшем буйынса район үҙәгенә йыш барырға тура килә, ҡайһы саҡ иремдең шылтыратыуына яуап бирә алмайым. Һөҙөмтәлә өҫтөмә әр-битәр яуа. Иремде хөрмәт итәм һәм хыянат итергә йыйынмайым. Уның хаҡһыҙ дәғүәләре мине ныҡ кәмһетә. Нисек уға тоғролоғом мәңгелек икәнлеген аңлатырға? Түҙемлегем бер мәл һыныр кеүек...
Зөһрә.
Әбйәлил районы.
...

Велосипедлы сәғәтте Гүзәл Бүләкова отто!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-05-2018, 12:25


 Велосипедлы сәғәтте Гүзәл Бүләкова отто!
Хөрмәтле дуҫтар!
"Йәшлек" гәзите төркөмө иғлан иткән конкурсты - велосипед төшөрөлгән стена сәғәте уйнатыуҙы түҙемһеҙлек менән көткәнһегеҙҙер. 17 апрелдән алып, репост ярышы тураһындағы яҙманы 173 кеше дуҫтарына һөйләгән, 326-һы лайҡылдаған, 21 мең кешенең күҙенә салынған.

Бәйгене йомғаҡланыҡ! Осраҡлы һан генераторлы махсус сайт аша еңеүсе - Гүзәл Бүләкова билдәләнде!
Еңеүсенең беҙҙең менән бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ!

Ошо арала тағы ла репост конкурсына старт биреләсәк....

Йондоҙнамә (7-13 май)
Махсус бит // 7-05-2018, 10:58


Йондоҙнамә (7-13 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер яңы йүнәлеш буйынса эшләргә тура килер һымаҡ. Был осраҡта элегерәк алған белемегеҙ ныҡ ярҙам итергә тейеш. Ғөмүмән, яҡын арала етди һынау аша үтергә мәжбүр булырһығыҙ. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
...

«Геройҙарым менән бергә уйланам»
Медиа // 7-05-2018, 09:29


«Геройҙарым менән бергә уйланам»
7 май – Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө

Беҙҙең журналистика төркөмөнән бер нисә кеше бер юлы радиоға эшкә барҙы. Яғымлы, сағыу тауышлы, ярайһы уҡ киң эрудициялы, яңы ғына ҡулдарына диплом алыу­ҙарына ҡарамаҫтан, радиола үҙ кеше булып өлгөргән ҡыҙҙар­ҙың журналистиканың был өлкәһендә үҙ урынын табыуына шигебеҙ ҙә юҡ ине. Ошо ҡыҙҙар араһында Асҡын районынан Зөһрә Арсаева «Башҡортостан» радиоһының «Даирә» ижад берекмәһендә эш башланы. Бөгөн уны эфир тулҡындарында радио тыңлаусылар «Асыҡ студия» тапшырыуында халыҡҡа социаль әһәмиәтле, көнүҙәк проблемалар­ҙы яҡтыртҡан, төрлө мәсьәләне асыҡлауға ҡыйыу тотонған журналист, «Юлдаш» радиоһының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы булараҡ белә. Үҙенсәлекле, ихлас әңгәмәләр ҡора белгән хәбәрсе, тыңлаусыларҙың күңел кисерештәренә яуап биргән тапшырыуҙар авторы. Һөнәри байрамы уңайынан Зөһрә радиожурналистика серҙәре менән бүлеште, бергәләп уның күңел кисерештәрен барланыҡ, уйландырған ваҡиғалар хаҡында һөйләштек.

...

Еләк яҡты урынды ярата
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 6-05-2018, 08:00


Еләк яҡты  урынды ярата
Баҡсамда баҡса еләге үҫтерә алмайым. Түтәлдәр ҡойма буйында урынлаш­ҡан. Яҙғыһын көл һибеп торһам да, уңышы аҙ була. Үҫентеләрҙе әллә яңыртырғамы икән, тип тә уйлайым. Кәңәш бирегеҙ әле.
Л. Ғиләжева.
Ҡырмыҫҡалы районы....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM