НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 11.05.2018

"Бәлешфест"ҡа килегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-05-2018, 15:37


"Бәлешфест"ҡа килегеҙ!
«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален ойоштора. Фестивалде үткәреү урыны итеп республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Татар тарихи-мәҙәни үҙәге билдәләнгән.
Сара быйыл 19 майҙа Бүздәк районында уҙа....

Гөлкәй СИРАЖЕТДИНОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 11-05-2018, 13:19


Гөлкәй СИРАЖЕТДИНОВА
Иҫ киткес матур тәбиғәтле Учалы районының йәмле Ирәмәл тауы буйында, Яйыҡ йылғаһы эргәһендә урынлашҡан Юлдаш ауылында тыуып үҫкәнмен.
21 йәштәмен. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетының 3-сө курсында инженер-метролог һөнәрен үҙләштерәм.
Бәләкәй сағымдан уҡ бейергә яраттым, әле лә был һөнәремә тоғро ҡалам. Буш ваҡытта китап уҡыйым, йырлайым. Спорт менән шөғөлләнәм, сәләмәт йәшәүҙе үҙ итәм.
Атай-әсәйем, туғандарым минең менән ғорурланһын тип хыялланам. Киләсәктә сәйәхәт итергә, дуҫтарыма һәм ғаиләмә төрлө илдән матур открыткалар ебәреп ҡыуандырырға теләгем бар.
"Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!" тигән тормош девизы буйынса йәшәйем. Ысынлап та, тырышһаң, ҙур теләгең булһа, барыһы ла килеп сығасаҡ!...

«Халҡым» тип янып йәшәйек!
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 11-05-2018, 11:56


Халҡыбыҙ элек-электән ҡыйырһытылыу, кәмһетелеүҙәргә дусар булған. Еребеҙҙе, телебеҙҙе, илебеҙҙе яҡлап, күпме башҡорт яуға күтәрелгән, ғәйрәтле, алдынғы ҡарашлы күпме баһадирыбыҙ азатлыҡ юлында ҡорбан булған....

Ике Ситдыҡлы өй
Конкурстар / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 11-05-2018, 11:56


Етмеш өс йыл элек тыуған илемә шатлыҡлы хәбәр килә. Ул – Еңеү көнө! Ә һуғыш тигән ҡот осҡос һүҙҙе беҙ ололар аша ишетеп кенә беләбеҙ. Әммә уның ниндәй ҡайғылар алып килеүе әле лә быуындан-быуынға еткерелеүсе төрлө хәтирәләр аша йәшәп килә. Хәтер тере, тарих мәңгелек!
Берәүҙәрҙең ғәзиз улын, балаларының атаһын, ирен ҡәһәрле һуғыш йотоуын ишетеп кенә белгәндәр бар. Ә беҙҙең затта, быуындан-быуынға күсеп, оло бер тарих һаҡланып килә. Ул өләсәйебеҙгә ҡағылышлы хәл булған. Шуны һеҙгә бәйән итергә теләйем....

11 май
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-05-2018, 10:33


11 май
1944 йылдың 11 майында Оборона дәүләт комитетының Ҡырымдан татарҙарҙы депортациялау тураһында ҡарары сыға.
Күсереү түбәндәге сәбәптәргә нигеҙләнә: 20 мең Ҡырым татарының Ҡыҙыл Армия сафтарынан ҡасыуы, оккупация осоронда “татар комитеттары”ның Ҡырымдан 50 меңләп совет кешеһен Германияға мәжбүри эшкә ебәреүҙе ойоштороуы, ярымутрау­ҙа СССР-ға ҡарата дошмандарса ҡарашлы халыҡтың милли хәүефһеҙлеккә янауы. Был ваҡытта СССР Хөкүмәтенә нацистарҙың Ҡырымдағы бөтә енәйәттәре билдәһеҙ була әле. Гитлерсылар һәм коллаборационистар (дошман менән хеҙмәттәшлек итеүселәр) 80 меңдән ашыу кешене Германияға ебәрә, тағы 70 меңдән ашыуын язалап үлтерә, шул иҫәптә үтә аяуһыҙ ысулдар менән үлтерелгән 15 мең ябай граждан була.
Һатлыҡ йәндәрҙең бер өлөшө алман иленә китә, ә ҡалғандары, 5381 кеше, НКВД тарафынан ҡулға алына. 11 майға тиклем, махсус ҡарар сыҡҡан көнгәсә, чекистар тентеү ваҡытында Ҡырым татарҙарының өйөнән барлығы 5395 винтовка, 337 пулемет, 250 автомат, 31 миномет таба. Депортация башланғас та, ҡыуылып китеүселәрҙән тағы ла 622 пулемет, 724 автомат һәм 9888 винтовка тартып алына.

...

Ойошмаға ҡушыл, изгелек ҡыл!
Махсус бит / Письма // 11-05-2018, 07:30


Ойошмаға ҡушыл,  изгелек ҡыл!
Изгелек – ул ысын күңелдән башҡарылған эш, төптән урғылып сыҡҡан иң нескә хис-тойғолар эҙемтәһе. Үкенескә күрә, кешеләр­ҙең күңеле йылдан-йыл ҡата бара. Баҙар иҡтисады заманында йәшәгәнгәме, күптәр үҙен генә ҡайғырта, башҡалар тураһында уйлап та бирмәй. Ә ярҙамға, яҡлауға мохтаж булған, осон-осҡа ялғап йәшәгән, бер үҙҙәре бишәр баланы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан ғаиләләр аҙмы ни? Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсаты менән райондың ике супермаркетына “Изгелек кәрзине” урынлаштырылғайны. Әммә бөгөн ул контейнер ташландыҡ хәлдә. Билдәһеҙҙәр аҙыҡ-түлек урынына сүп-сар тултыра. Контейнер ваҡыт-ваҡыты менән таҙартылып тороуға ҡарамаҫтан, унда сүп ташлаусылар табыла....

Хужабикәләргә кәңәш
Махсус бит // 11-05-2018, 07:00


Хужабикәләргә кәңәш
- Хужабикәләр кәтлит әҙерләгәндә күпме тоҙ һалырға кәрәк икән тип аптырай. Ашнаҡсылар 1 кг фаршҡа 2 балғалаҡ тоҙ һалырға кәңәш итә.

- Кәбеҫтәне бешергәндә һауыттың өҫтөн ҡапҡас менән япмағыҙ. Бешеп етер алдынан ғына әҙ генә аш һеркәһе һәм шәкәр ҡомо өҫтәһәгеҙ, уның тәме бөтөнләй икенсе буласаҡ.

- Рассоль­никка ҡыярҙы ҡыҙҙырып йәки бешереп һалһаң, һурпа тәмле була.

-Ҡыҙған картуф тәмле булһын тиһәгеҙ, һуғанды ҡыҙҙырып, картуф бешеп сыҡҡас ҡына бутағыҙ....

Мосолман тормошонда тиҫбе
Новости / Иман // 11-05-2018, 07:00


Мосолман тормошонда тиҫбе
Тиҫбе «тәсбих» һүҙенән алын­ған. Тәсбих – Аллаһы Тәғәләне маҡтау-ололау, етешһеҙлектәрҙән пакланыу, доға, Алланы зекер итеү. Тиҫбе – зекерҙәрҙе һәм нәфел намаҙҙарын һанап барыу өсөн епкә теҙелгән ынйы-мәрйен бөртөктәре, муйынсаҡ. Зама­нында Мөхәммәт бәйғәмбәр үҙе тәсбихте бармаҡтары менән һанап барған, шулай итергә сәхәбәләрен дә өйрәткән. Ҡатын-ҡыҙға кәңәш биреп, ул: «Тәсбих, тәһлил әйтеп тороғоҙ. Әйткәндәрегеҙҙе бармаҡ менән һанап барығыҙ. Ҡиәмәт көнөндә уларҙан был турала һорау буласаҡ һәм яуап та алынасаҡ», – тигән. Әбү Һөрәйрәнең дә ятҡан килеш тәсбих әйтеп, таштарҙы йәки хөрмә емеше төштәрен ырғытып тороуы билдәле. Уның мең төйөн төйнәлгән ебе булыуы хаҡында ла риүәйәттәр бар. Төйөндәр бөткәнсе тәсбих әйтмәй тороп, ул йоҡларға ятмаған. Зекер әйтеүҙе тиҫбе менән һанап барғанда яңылышыуҙарға урын ҡалмай. Тиҫбе тартып Раббыбыҙҙы ололау, уны иҫкә төшөрөү мосолман тормошонда бик ҡәҙерле.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM