НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Апрель 2018 года » Страница 8

“Атайсал”да – ауыл проблемалары, йәшәйеше
Медиа // 11-04-2018, 06:00


“Атайсал”да –   ауыл проблемалары, йәшәйеше
Ҡайҙа барма – ерҙә матурлыҡтар,
Беҙ шул ерҙә тыуып үҫкәндәр…

Башҡортостан ауылдары хаҡында уйлағанда, Назар Нәжмиҙең йырға әүерелгән ошо шиғыры күңелгә яғыла. Ауылдарға сыҡһаң, тик ана шул матурлыҡты күрге килә: һәр ауылға шыма юлдар илтә... Тирә-яҡта – тулҡындарын уйнатҡан туҡ башаҡтар диңгеҙе. Халыҡ үҙ ҡулынан килгән, дәрт иткән эш-шөғөлөн егәрле, ихлас алып барғас, ауылдар йорт-ҡураларҙың ныҡлығы, төҙөклөгө, матурлығы менән балҡый, хөр тормош хөкөм һөрә... Ысынбарлыҡ, әлбиттә, бүтәнсәрәк, барыһы ла ал да гөл түгел. Эшһеҙлек – ауылдарыбыҙҙың бәкәленә һуҡҡан төп мәсьәлә, уны хәл итеүҙе күп ир-ат Себер яҡтарында эҙләй. Йә, Башҡортостан ауылдарында мал үрсетеп, умарта тотоп, итен-майын, балын әлеге лә баяғы Себер тарафтарына юлланып һатыу яйын ҡараусылар бар. Ауыр­ғазы районының Үтәймулла ауылынан шундай сараһын тапҡан ир-уҙаман тәжрибәһе менән “Атайсал” тапшырыуында уртаҡлашҡайны....

Семён Елистратовҡа «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде
Яңылыҡтар таҫмаһы / Спорт // 10-04-2018, 09:41


Семён Елистратовҡа «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде
2018 йылда Пхенчхандағы Олимпия уйындары призеры Семен Елистратов «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» тигән маҡтаулы знак менән бүләкләнде. Өфө шорт-трексыһына лайыҡлы награданы республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тапшырҙы. Шулай уҡ шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылмаһы остазы һәм Семен Елистратовтың тренеры Андрей Максимов «Башҡортостандың иң яҡшы тренеры» исеменә лайыҡ булды.

Коньяҡ Кореяла яулаған олимпия бронзаһынан тыш, был миҙгелдә Башҡортостан спортсыһы шулай уҡ Канадала Донъя чемпионатында өс бронза награда һәм Рәсәй чемпионатында ике алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы....

Йәнә бер балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмө
Новости / Мәғариф // 10-04-2018, 07:00


Йәнә бер балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмөАта-әсәләрҙең һорауы буйынса Шишмә районы Алкин шифаханаһы ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Ҡурай” башҡорт төркөмө асылды.

Төркөм асыуға балалар ҙа, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә етди әҙерләнгән. Төркөмдә башҡорт милли мөйөшө – тирмәнең бер күренеше эшләнгән. Биҙәлеш тә, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен булдырыуға ярҙам итә. Кескәйҙәр туған телдә шиғырҙар һөйләп, йыр йырлап ишеттерҙе, дәртләнеп бейене.
Ата-әсәләр төркөм асыу тәҡдимен күтәреп алған баҡса мөдире Регина Ильясоваға рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Ҡурай” төркөмөн тәжрибәле тәрбиәсе Зәлифә Вәлиева етәкләй....

Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 9-04-2018, 10:54


Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)
– Әсәй, әсәй, ҡара ниндәй ҙур “бишле” алып ҡайттым! Башҡорт теленән! – тине батырҙарса башын өҫкә күтәреп, ғорурланып, Урал исемле малай көндәлеген әсәһенә күрһәтте лә, балалар баҡсаһынан ҡайтҡан һеңлеһенә аяҡ кейемен сисергә ярҙам итте.
– Уңғанымды! Әйҙәгеҙ, балалар, аш беште. Атаһы, туҡтап тор, эш ҡасмаҫ ул!
Яҙҙың ҡояшлы, матур көндәренең береһе ине был. Бер нисә көндән уҡыуҙар бөтә. Йәй яҡынлаша. Ошондай ваҡытта Айгөлгә рәхәт тә, ҡыйын да булып китә. Тыуған ауылын, туғандарын, яҡындарын һағынған ул.
– Айгөл, – үҙенә өндәшкән кеүек кенә, Айнур ҡатынына ҡарап, – Әлиә ҡайтҡан, тиҙәр.
– Эйе. Ишеткәйнем. Был балалар тыңлауһыҙ, йәшәү юҡ, тип ғаиләһен Мәскәүҙә ҡалдырып, кире ҡайтҡан.
– Балалар тыңлауһыҙ...
– Ә ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә бала инек бит......

Йондоҙнамә (9-15 апрель)
Махсус бит // 9-04-2018, 10:30


Йондоҙнамә (9-15 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны әүҙем генә үткәрерһегеҙ. Өй мәсьәләләре ҡайһы бер сығымдар ҙа талап итер, бәлки. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Тик йыш ҡына үҙ көсөгөҙгә генә ышанырға тура килер. Буласаҡ үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ....

“Йәшлек”кә яҙылғандар бүләкһеҙ ҡалмай
Яңылыҡтар таҫмаһы / Гәзиткә яҙылыу // 9-04-2018, 09:47


“Йәшлек”кә яҙылғандар  бүләкһеҙ ҡалмай
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уңайынан «Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!» марафонын иғлан итте.
“Йәшлек” гәзитенең дуҫтары “Аҙна һайын – бүләк!”, “Суперприз от!” конкурсында ҡатнаша ала.
Шарттары ябай: гәзиткә яҙылығыҙ ҙа, квитанцияғыҙҙың күсермәһен үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт менән бергә редакцияға ебәрегеҙ....

Үәт, ҡыҙыҡ! (6.04.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 9-04-2018, 08:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.04.2018)
Военкомат ишеге алдында бер ҡыҙ илай.
Уны йәлләп һорайҙар икән:
– Егетегеҙҙе әрмегә алып киттеләрме ни?
– Эйе. Бишеһен дә…
* * *...

Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-04-2018, 07:00


Бауырҙы таҙартыу өсөн йөҙөм төнәтмәһе
Бауырға бик күп көс төшә – тап ошо орган кеше организмын токсиндарҙан таҙартыу өсөн яуап бирә. Йөҙөм һәм уның төнәтмәһен ҡулланыу йөрәк-ҡан тамыр­ҙары һәм бауыр ауырыу­ҙарын иҫкәртеүҙең бик яҡшы сараһы булып тора....

Аҫылташтарҙың шифалы көсө
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-04-2018, 07:30


Аҫылташтарҙың шифалы көсө
Таштар менән дауалау тәжрибәһе борон-борондан килә. Иван Грозный аҫылташтарҙың белгесе һәм баһалаусыһы булып һаналған. Батшаның яратҡан ташы зәңгәр яҡут (сапфир) булған. Уның фекеренсә, был таш күҙҙең нурын көсәйтә, мускулдарҙы нығыта, йөрәккә көс өҫтәй, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.
Таштарҙың шифалы үҙенсәлектәре Иван Грозный заманына тиклем дә билдәле булған. Боронғо ғәрәп философы Аристотель үҙенең өйрәнгәндәрен хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Уның дуҫы һәм уҡыу­сыһы Теофраст медицинала таштар­ҙы файҙаланыу буйынса оҙаҡ йылдар алып барылған күҙәтеүҙәрҙе бер системаға һалған....

«Алйотлоғом өсөн аҡса алам!»
Әҙәбиәт / Юмор // 8-04-2018, 07:00


«Алйотлоғом өсөн аҡса алам!»Автобуста бер ир урын өсөн талаша. Янында торған ҡатын:
– Алйот икәнһең дә баһа, ҡатындар менән урын өсөн талашаһыңмы? – тигән.
– Эйе, алйотмон. Зату, шуның өсөн мин хөкүмәттән аҡса алам! Ә һин аҡыллы булып ҡыланаһың, уның өсөн һиңә аҡса түләйҙәрме һуң?! – тип ауыҙын йомдорған теге ир.
Баҡтиһәң, ул ысынлапта шизофрения менән ауырый икән.

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM