НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Апрель 2018 года » Страница 7

Киләһе аҙнаның урталарынан ғына көндәр йылытасаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2018, 10:18


Киләһе аҙнаның урталарынан ғына көндәр йылытасаҡ
БР Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 18 -19 апрелгә генә көндәр йылытасаҡ. Шуға тиклем төнөн -4 градусҡа тиклем һыуыҡтар була. Әле республикала арктик һауа массаһы өҫтөнлөк итә. Киләһе аҙнаның урталарынан һауа температураһы көндөҙ +10 -13 градус буласаҡ. Төнөн дә йылы торасаҡ. Яуым- төшөм көтөлмәй....

Алланың рәхмәте яуа торған ай
Новости / Иман // 13-04-2018, 07:00


Алланың рәхмәте яуа торған ай
Рәжәб айы – ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Изге мөбәрәк айҙарҙың өсәүһе рәжәб, шәғбан, рамаҙан бер-бер артлы килә. Был айҙа Рәғәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бин (ҡыҙы) Ваһаб никахлашҡан, ҡауышҡан көнө....

Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2018, 06:00


Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Нисек тамаҡ туйҙырырға? - тиеп,
Ҡайғырған саҡ ҡалды иҫләргә.
Бары булыр кәрәк һиҙгер, көндөҙ,
Кем онота келәт бикләргә.
Кисен сығам бер ни булмағандай,
Һуҡмаҡ һалам күрше келәткә.
Асыҡ ҡалған ишектән инеүгә
Юлығам мин һимеҙ, мул иткә.
Төн йоҡомдо йоҡламайым, әммә,
Бурлыҡта йөрөп эс кәпәйтәм,
Иҫһеҙ-ғәмһеҙ күрше хужаларҙы
Ауыҙ йырып, шулай һемәйтәм.
Шөкөр тием Хоҙайыма, шөкөр,
Һуғым ите ашап, һимерҙем.
Ауыл халҡы һуғым һуймаҫ элек
Ни эләкте, шуны кимерҙем.
Әле бары ҡыш уртаһы ғына,
Һуғым ите етер, яҙғаса.
Тик хужалар ҡалдарһындар ғына
Ишек-келәләрҙе япмайса.
Хәлиҙә Ишдәүләтова...

Беҙҙең менән булған дуҫлыҡҡа хыянат итмәҫһегеҙ, моғайын...
Яңылыҡтар таҫмаһы / Гәзиткә яҙылыу // 12-04-2018, 15:17


Беҙҙең менән булған дуҫлыҡҡа хыянат итмәҫһегеҙ, моғайын...
Киләһе ярты йыллыҡта ла «Йәшлек» гәзитенә яҙылырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Өҫтәүененә, быйыл да баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында лотерея уйнатабыҙ. Ул май аҙағына тиклем дауам итә. Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен тиҙерәк редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.

Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан тағы ла ҡиммәтле бүләктәргә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен « Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһына (Кирова урамы, 45) ебәрергә кәрәк буласаҡ.
Сәй сервизы, сәйнүктәр, термостар редакцияла эйәләрен көтә.

Гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылыу хаҡы -790 һум 20 тин.
Индексы - П 2757...

Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 12-04-2018, 11:40


Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы
Алдан күҙалланғанса, гидрометеорологик шарттарға ярашлы, боҙ билдәләнгән ваҡытта ҡуҙғалған.
10 апрелгә республикала туғыҙ йылғаның боҙҙан әрселә башлауы теркәлгән. Тәүҙә Салауат ҡалаһы һәм Табын ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы. Стәрлетамаҡ районында – Стәрле һәм Ашҡаҙар, Бишбүләк районында – Дим, Ҡырмыҫҡалыла – Өршәк, Ишембайҙа – Тәйрүк, Мишкәлә – Бөрө һәм Ҡыңғыр, Ейәнсура районында Ҡаҫмарт йылғаһы ҡуҙғалды.
...

"Ҡатын-ҡыҙ - үл үтә серле зат"
Новости / Мәҙәниәт // 12-04-2018, 11:27


"Ҡатын-ҡыҙ - үл үтә серле зат"
йәки Хәсән Усманов һәр яҙ һайын ғашиҡ буламы?

Башҡорт эстрадаһының матур ғаилә пары улар. Ғаилә ҡороу менән Усмановтарҙы тамашасылар бик һынап күҙәтте: был мөхәббәт ғүмерлекме әллә һөйөү уты тәү осорҙа ғына ҡыҙыу янамы? Ә Зилә менән Хәсән бына инде 15 йыл тормошта ла, сәхнәлә лә бергә. Йорт һалынған, ағас­тар ултыртылған, балалар үҫә. Ә шулай ҙа ике сәхнә кешеһенә бергә йәшәү ауыр түгелме икән? Хәсән УСМАНОВ менән ошо хаҡта һәм, әлбиттә, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан гүзәл зат тураһындә әңгәмә ҡорҙоҡ.
...

Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө менән!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 12-04-2018, 09:55


Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө менән!
Бынан 57 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә тарихта кеше тәүге тапҡыр Йыһанға оса. Ул - Юрий Алексеевич Гагарин! Юрий Гагарин “Восток-1” йыһан карабында бер тапҡыр Ер шары тирәләй әйләнеп сыға. Ул йыһанда 108 минут оса. Бөгөн, йыһан станцияларында бер нисә айлыҡ экспедициялар үткәрелгән ваҡытта, был бик аҙ һымаҡ күренә. Юрий Гагарин иһә йыһанда ла кеше эшләй һәм йәшәй алыуын раҫланы. Ошо ваҡыттан алып космонавт һөнәре барлыҡҡа килә. Һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлаша. Кешенең йыһанға осошо уның киңлектәрен үҙләштереү өсөн яңы аҙым булып торҙо. Хәҙер был көн БӨТӘ ДОНЪЯ АВИАЦИЯ ҺӘМ КОСМОНАВТИКА КӨНӨ тип билдәләнә....

Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 12-04-2018, 07:00


Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!
Үҙ-үҙемде белә башлағандан алып ҡартәсәйемдең йор ҙа, шаян да, йөкмәткеле һәм хикмәтле лә һамаҡтарын, һүҙҙәрен иҫләйем. “Ерәнсә сәсән” әкиәтен, “Урал батыр” эпосын, Аҡмулла, Ш. Бабичтың исемдәрен тап унан ишетеп белдем. “Аҡмулла, Аҡмулла, беҙ башҡортҡа хаҡ мулла”, – тип ҡартәсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөгәнем әле лә хәтерҙә....

Гипотониктарға кәңәштәр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-04-2018, 16:38


Гипотониктарға кәңәштәр
Ҡан баҫымының түбән булыуына, гипертониянан айырмалы рәүештә, әллә ни иғтибар ҙа итеп бармайҙар. Шулай ҙа уның менән сирләүселәргә шулай уҡ еңел түгел. Баш ауыртыу, хәлһеҙлек, баш әйләнеү, аң юғалтыу – бына уның билдәләре. Уларға шулай уҡ апатия, хроник депрессия һәм хатта кардионеврозды ла индерергә мөмкин.
...

Көндөҙ республикала 15 градусҡаса йылытасаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-04-2018, 09:20


Көндөҙ республикала 15 градусҡаса йылытасаҡ
11 апрелдә Башҡортостандың көньяҡ райондарында 15 градусҡаса йылытасаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Көндөҙ һәм иртәнсәк республика буйынса урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, көньяҡ буйынса уртаса. Юлдарға томан төшөүе ихтимал.

Төбәк буйынса уртаса һауа температуры көндөҙ +5, +10 градус тәшкил итәсәк.

Кесе йоманан төбәккә һыуыҡ һауа массаһы килеүе көтөлә, төндә һауа температураһы -3 градусҡаса төшәсәк һәм көндөҙ 6 градусҡа тиклем йылы буласаҡ. Бер аҙ яуым-төшөм булыуы ихтимал.
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM