НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Апрель 2018 года » Страница 4

Рәнйеш алмағыҙ!
Новости / Иман // 20-04-2018, 07:00


Рәнйеш алмағыҙ!
Бер көндө иңбашынан ҡулы ҡырҡылған бер ир урамдағы кешеләргә өндәшеп:
– Мине күргән кешеләр ғибрәт алһын. Ғәҙелһеҙлек ҡылып, кеше рәнйетмәһендәр, – тип ҡысҡырып йөрөй. Уның янында булғандар:
– Һинең менән нимә булды? Ҡайһы ереңә ҡарап ғибрәт алайыҡ? – тип һорайҙар.
– Тормошомда шундай бер хәл булды, – тип һүҙен башлай әлеге сәйер кеше. – Бик уҫал, холоҡһоҙ кеше инем. Кешене нахаҡҡа рән­йетеү минең өсөн бер ни торманы. Бер көндө балыҡсының ҙур ғына балыҡ тотоуын күреп ҡалдым. Балыҡ миңә бик ныҡ оҡшаны һәм хужанан уны миңә биреүен һораным. Ул иһә: «Мин һиңә балыҡты бушҡа бирә алмайым. Сөнки ул бөгөн минең тотҡан берҙән-бер балығым. Әгәр ҙә был табышымды бөгөн баҙарҙа һата алмаһам, балаларым ас ҡаласаҡ», – тип яуап ҡайтарҙы. Әммә мин уның балығын талап алдым....

В программу по выплате молодым семьям 300 тысяч рублей будут внесены коррективы - Рустэм Хамитов
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-04-2018, 21:10


В ходе прямой линии Рустэму Хамитову задали вопрос из зала. «Многие жительницы Аскарово уезжают на роды в соседний Магнитогорск. По существующему положению они не могут воспользоваться льготой, так как в законе предусмотрено, что 300 тысяч рублей семья получит, если ребенок родился на территории республики. Изменится ли эта ситуация?» — спросил адвокат из Абзелиловского района.

http://www.bashinform.ru/m/news/1147125-v-programmu-po-vyplate-molodym-semyam-300-tysyach-rubley-budut-vneseny-korrektivy-rustem-khamitov/...

Рустэм Хамитов: «Мы обязаны изменить моральный климат в семьях и школах»
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-04-2018, 20:27


Рустэм Хамитов: «Мы обязаны изменить моральный климат в семьях и школах»Разговор с главой Башкортостана Рустэмом Хамитовым начался с резонансной темы — происшествия в школе Стерлитамака. Как отметила ведущая, это не единичный случай, он касается не только нашего региона, но и всей страны. Что это: новое социальное зло или вызов современному обществу? Как с этим бороться? Может быть, ограничить доступ детей к соцсетям, к интернету в целом, призывать родителей к большей ответственности? Есть ли здесь какое-либо решение?

«Очень сложный вопрос. Я вчера был в Стерлитамаке сразу после произошедшей трагедии, посетил в больнице пострадавших — девочек из девятого класса и учителя информатики, которая, кстати, вела себя очень мужественно, достойно и смогла защитить ребят от больших сложностей. Видел и мальчика. Очень жалко его: раненый, перевязанный. И, конечно, ищешь причину. Причин много: не только и не столько интернет, а в том числе и отношение к таким детям, особенным детям, оно должно быть другим. Давление, жестокость в отношении этих детей, то, что называется травлей, к сожалению, имеют свою оборотную сторону — детишки не выдерживают такого давления и идут на такие поступки», — отметил глава республики.

http://www.bashinform.ru/m/news/1147059-rustem-khamitov-my-obyazany-izmenit-moralnyy-klimat-v-semyakh-i-shkolakh/#
...

Текстовая онлайн-трансляция разговора с Главой РБ Рустэмом Хамитовым
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-04-2018, 19:44


Текстовая онлайн-трансляция разговора с Главой РБ Рустэмом Хамитовым
http://www.bashinform.ru/m/news/1146951-tekstovaya-onlayn-translyatsiya-razgovora-s-glavoy-rb-rustemom-khamitovym/
...

Разговор с Главой Республики Башкортостан: прямая трансляция
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-04-2018, 19:12


Разговор с Главой Республики Башкортостан: прямая трансляцияСегодня в 19:00 стартовал «Разговор с Главой Республики Башкортостан Рустэмом Хамитовым». Встреча руководителя с жителями региона в таком открытом формате проходит уже не в первый раз и стала доброй традицией....

Башҡортостан Башлығына һорау бир!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-04-2018, 12:42


Башҡортостан Башлығына һорау бир!
Бөгөн Башҡортостан Башлығы республика халҡын борсоған һорауҙарға яуап бирә. Тапшырыу урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 7-лә башлана.

Әңгәмәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24», «Бөтә Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Спутник ФМ» һәм «Рәсәй радиоһы — Башҡортостан» радиостанцияларында тыңларға мөмкин....

ТЕЙЕШЕНСӘ АЛҺЫН ЯҘАҺЫН!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-04-2018, 12:27


ТЕЙЕШЕНСӘ АЛҺЫН ЯҘАҺЫН!
(Милли батырыбыҙ Салауатты, телебеҙҙе хурлаған Руслан Белыйға)

Ата-әсәм теле балдай татлы,
Шишмә тауышындай йырҙары.
Сал Уралдың буйын яңғыратыр
Башҡортомдоң ҡурай моңдары.
Ағиҙелдәй нескә билле ҡыҙҙар,
Сәс-толомон үрер икенән.
Ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу егеттәрҙең,
Тирҙәр ағыр маңлай-битенән.
Илем данлы батырҙары менән,
Үлем белмәҫ беҙҙең, Салауат.
Телем, Илем-тиеп яуға сапҡан,
Ватан батырынан ал сауап!
Суйын атлы милли батырыбыҙ,
Нисә быуат саба яу ҡырлап?
Осҡон сәсрәй тояҡ эҙҙәренән,
Ялҡайҙары ҡала ялбырлап.
Әле булһа күрә алмай икән,
Кемдер берәү беҙҙең батырҙы.
Телебеҙҙе тапап, ғәмһеҙ хурлап
Әйткән һүҙҙәре шаҡ ҡатырҙы.
Башҡорт менән Рәсәй араларын
Әллә шулай, кинәт боҙмаҡсы!?
Үҙ теленә хужа була алмай,
Әллә үҙе батыр булмаҡсы!?
Боғаҙынан ҡымтып алыр кәрәк,
Бутаусыны Илдәр араһын.
Телебеҙгә бысраҡ яҡҡан әҙәм,
Тейешенсә алһын язаһын!!!

Хәлиҙә Ишдәүләтова...

Остеохондрозға ҡаршы – йод менән лимон
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-04-2018, 07:00


Остеохондрозға ҡаршы –  йод  менән лимон
Елкә остеохондрозын тулыһынса дауалап бөтөрөп булмай, әммә хәлде бер аҙ еңеләйтергә мөмкин. Бында түбәндәге рецепт ярҙам итер. Бер үк күләмдә лимон һуты менән 10 процентлы йод спиртын бергә бутарға һәм умыртҡа бағанаһы буйына ауыртҡан урынға 5 – 8 см яҫылығында һөртөргә. Күпмелер ваҡыттан һуң тиренең ҡайһы бер өлөштәре алданыраҡ ағарып сыға. Тап ошо ниндәйҙер тайпылыш булыуы хаҡында һөйләй. Шул урынға артабан ошо ҡатнашманы көнөнә бер тапҡыр һөртөргә кәрәк. Тиреһе ағарыуҙан туҡтағансы, йәғни өс-биш көн буйы һарғылт килеш ҡалғансы дауалауҙы дауам итергә. Ғәҙәттә, дауалау курсы өс аҙна дауам итә.
Елкә остеохондрозын дауалауҙың был ысулын гимнастика менән бергә ҡуллан­ғанда тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә. Әҙер ҡатнашманы ҡараңғы һалҡын урында һаҡларға, ҡулланыр алдынан яҡшы итеп бутарға. Лимон һуты ҡушылған йод иретмәһен радикулит, артрит, миозит кеүек башҡа умыртҡа бағанаһы ауырыуҙарын дауалауҙа ла ҡулланалар....

Ҡондоҙҙар уянды
Махсус бит / Письма // 19-04-2018, 07:00


Ҡондоҙҙар уянды“Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Кәшәлә утарына юлланғанда йылға янында бер ағасҡа тап булған. Йыуан ғына уҫаҡ ҡондоҙҙарға “ашхана” булып хеҙмәт итә икән!

Коллегаларыбыҙ был күренеште фотоға төшөрөп алғандан һуң ғына тапал­ған һуҡмаҡты күреп ҡалған. Урман юлы уларҙы “ашхана” хужаларына алып барған – эҙҙәр ҡондоҙҙарҙың ояһына инеп юғал­ған. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең күҙәтеүҙәре буйынса, ҡондоҙҙар ояларынан март урталарында уҡ сыға башлаған. Әйткәндәй, улар яңы ризыҡ артынан өңдәренән ҡыштың йылы көндәрендә лә килеп сыға икән. Үткер тешле йәнлектәр ҡыштың күп ваҡытын йоҡлап үткәрә, ә тыныс ҡына йоҡлар өсөн, әлбиттә, тулы ҡарын кәрәк. Әйтеүе генә анһат, бер ҡондоҙ ғаиләһенә ҡыш сығыу өсөн тоннанан ашыу ағас ботағы талап ителә. Ҡондоҙ көнөнә бер килограмм ағасты ашап бөтә. Ағас ҡайырыһы һәм уның аҫтындағы йомшаҡ өлөшө – уларҙың иң яратҡан аҙығы.
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында былтыр 33 ҡондоҙ ғаиләһе иҫәпләнгән, улар йылғаларҙа 37 плотина төҙөгән.

Раушания Ғәлина,
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

Ҡондоҙҙар уянды...

Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 18-04-2018, 10:37


Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл! Уҙа барһа ярты сәғәт элек Стәрлетамаҡтың 1-се мәктәбендә 9-сы класта уҡыусы үҫмер балаларға бысаҡ менән һөжүм иткән. Информатика уҡытыусыһының һәм тағы ла ике уҡыусының яраланыуы тураһында билдәле. Үҫмер үҙе менән алып килгән бензинды һибеп класҡа ут төрткән, аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.
Балаларҙың береһе, ҡотолоу юлын эҙләп, тәҙрә аша һикергән. Бысаҡтан яраланған педагогтың исеме лә билдәле, тип яҙа мәғлүмәт агентлыҡтары. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, ул Екатерина Першина.
Стәрлетамаҡтағы ваҡиғаны Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ла раҫлай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мғлүмәттәргә ҡарағанда, яраланыусылар урындағы дауаханаға оҙатылған. Уларҙың хәле уртаса, тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта, ҡулына бысаҡ алған үҫмерҙең мәктәп коридоры буйлап йүгереп йөрөгәне билдәле. Ә уҡытыусы иһә, уны синыф бүлмәһендә индермәҫ өсөн, ишекте тотоп торған.
Әле Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ваҡиға урынына йүнәлде....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)



  • Радио Юлдаш FM