НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Апрель 2018 года » Страница 3

50 меңлек хикәйәне уҡығың килһә, «Йәшлек»кә яҙыл һәм бүләк от!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-04-2018, 09:00


50 меңлек хикәйәне  уҡығың килһә,  «Йәшлек»кә яҙыл һәм бүләк от!
Беҙҙең менән булған дуҫлыҡҡа хыянат итмәҫһегеҙ, моғайын. Киләһе ярты йыллыҡта ла «Йәшлек» гәзитенә яҙылырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Өҫтәүенә, быйыл да баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында лотерея уйнатабыҙ. Ул май аҙағына тиклем дауам итә. Гәзите­беҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен тиҙерәк редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.
Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһына (Киров урамы, 45) ебәрергә кәрәк буласаҡ.
Сәй сервизы, сәйнүктәр, термостар редакцияла эйәләрен көтә.
Гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылыу хаҡы –
790 һум 20 тин.
Индексы – П 2757...

Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”
Новости / Мәҙәниәт // 22-04-2018, 08:30


Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”
Башҡорт бейеүе... Кемдәрҙе генә хайран итмәгән дә, кемдәрҙең генә йөрәген елкендермәгән икән ул?.. Халҡыбыҙҙың яугирлығы ла, саялығы ла, ғорурлығы ла сағылыш тапҡан унда. Ҡурайҙа уйнар өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тиҙәр. Эйе, башҡорт бейеүен йөрәктәргә үтеп инерлек итеп бейер өсөн дә башҡорт рухлы булыр­ға кәрәк!.. Стәрлетамаҡ Бейеү театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамира Амангилдина тап ана шундай рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.
23 мартта ул үҙенең 20 йыллыҡ ижад байрамын билдәләне. Муйылдай ҡара күҙле, йор күңелле сая ҡыҙ ни өсөн тап бейеүсе һөнәрен һайлаған? Уның менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта....

Ишекте бикләгәндәр...
Әҙәбиәт / Юмор // 22-04-2018, 07:30


Ишекте бикләгәндәр...
Бер мәл Юнир бажам менән мунса төшәбеҙ. Алмаш-тилмәш ләүкәгә менеп, ныҡ ҡына сабынып алабыҙ ҙа тышҡа сығып ҡарға сумабыҙ. Бажа башына бәйләнгән башлыҡ кейгән, ҡулдарында – бейәләй, ул күпселек арҡаһын йә аяғын саба. Ә мин яланбаш көйө миндек менән башты һәм елкә тирәһен төйәм генә. Шулай итһәң, елкәнең ауыртыуы баҫылып ҡала....

Билеңдә балтаң булһын…
Махсус бит / Проблема // 21-04-2018, 08:00


Билеңдә балтаң булһын…
йәки Ни өсөн үҙебеҙҙә беҙҙе мыҫҡыл итәләр?

Рәсәйҙең ҡайһы бер “белгестәре” ваҡыты-ваҡыты менән беҙҙең шәхестәребеҙгә яла яғып тора. Айырыуса милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән донъяға билдәле ғалим, Рәсәй федерализмының башында тороусы Әхмәтзәки Вәлидигә “эләгә”. Милләтебеҙгә лә, телебеҙгә лә ҡаршы нимәлер әйтеп ҡалырға тырышыусылар ҙа күбәйҙе. Шуныһы һағайта: беҙҙе үҙебеҙҙә мыҫҡыллайҙар. Ә беҙ нимә эшләйбеҙ?!

...

Апрелдә баҡса эштәре
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 21-04-2018, 08:00


Апрелдә баҡса эштәре
Апрель – яҙҙың үҙенә күрә бик тә матур һәм мәшәҡәтле айы. Беҙҙең шарттарҙа апрелдә һауаның уртаса айлыҡ температураһы 3 градус йылылыҡҡа яҡынлаша. Ай аҙағына ҡайһы бер йылдарҙа йылылыҡ 20 – 25 градусҡа ла етә. ...

Иртәгә - Башҡорт теленән региональ диктант! Онотмағыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 20-04-2018, 14:54


Иртәгә - Башҡорт теленән региональ диктант! Онотмағыҙ!
Иртәгә, 21 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да үтәсәк диктантта Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" әҫәренән өҙөктө яҙасаҡтар. Тексын М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры художество етәксеһе, РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы, РФ Дәүләт һәм Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов уҡыясаҡ.
...

Үҙ телеңде үҙең яҡла!
Башҡортостан / Сәйәсәт // 20-04-2018, 13:12


Үҙ телеңде үҙең яҡла!
йәки Татарстанда татар теленән Берҙәм республика имтиханы индерелде.

Күрше Татарстанда татар теле буйынса Берҙәм республика имтиханын тапшырыу акцияһы старт алды. Республикала ата – әсәләр, уҡытыусылар, яҙыусылар, дин әһелдәре менән рәттән чиновниктар туған телендә белемен һынап ҡарай. Улар араһында Татарстандың мәғариф һәм фән министры Рәфис Борхановта бар.БРИ һынауҙары тестары өс ауырлыҡта: беренсеһе — татар телен яҡшы белгән, икенсеһе — база кимәлендә һәм өсөнсөһөбашҡа милләт уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Күрше төбәктә2017 – 2018 уҡыу йылы аҙағында татар теленән Берҙәм республика имтиханын 18 бала тапшырасаҡ....

Илүзә АМАНҒОЛОВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 20-04-2018, 12:00


Илүзә АМАНҒОЛОВА
Илүзә Таһир ҡыҙы АМАНҒОЛОВА булам. Сығышым менән Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. 9-сы класҡа тиклем үҙебеҙҙәге мәктәптә уҡыным, аҙаҡ Баймаҡ лицей-интернатында белем алдым.
Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университеты физик–техник институтының 2-се курсында уҡып йөрөйөм.
Бик күркәм ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ике апайым һәм ҡустым бар. Мәктәп йылдарында төрлө спорт ярышында, олимпиадала ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Хәҙер ҙә спорт менән шөғөлләнеүемде дауам итәм.
Киләсәккә хыялым – яҡшы итеп уҡыуҙы тамамлап, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу. Был тормошта бәхетле булыу теләгем дә көслө. Ышанам, хыялдарым тормошҡа ашасаҡ!...

Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 20-04-2018, 11:29


Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас
Әсәм теле. Сәсән теле. Туған тел. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү менән Хоҙай Тәғәлә кешегә иң элек тел бүләк иткән. Беҙҙең телебеҙ әсә һөтө менән ингән. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә уны һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Был беҙҙең изге бурыс.
Кеше тәүҙә үҙ теленең матурлығын, изгелеген, ҡиммәтен тойорға тейеш. Шул саҡта ғына уның ниндәй тәрән, хисле, яғымлы икәнлегенә ышана һәм киләсәккә тапшырырға әҙерләнә....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM