НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 29.04.2018

Печеньенан пирожный
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 29-04-2018, 07:30


Печеньенан пирожный
400 грамм ҡоро печенье, 150 грамм иретелгән аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт, 2 – 3 ҡалаҡ какао кәрәк.
Печеньены ит үткәргестән сығарырға. Уға иретелгән аҡ май, какао, ҡуйыртылған һөт ҡушып, барыһын бергә бутарға һәм колбаса формаһында эшләп, полиэтилен тоҡсайға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнгә тәмле, татлы «колбаса» әҙер ҙә була....

Көнбағышлы пакет
Әҙәбиәт / Юмор // 29-04-2018, 07:00


Көнбағышлы пакет
Бер көн бажам менән тағы мунсаға киттек. Ҡатын таҙа кейем, таҫтамал һалынған пакетты миңә һондо ла: “Бына һиңә көнбағышлы пакет, кешенеке менән бутама”, – тине.
Башымды, елкәмде сабып, мунсаның бөтә рәхәтлеген татып бөткәс, ғәҙәтемсә, бажанан алдараҡ кейенергә сыҡтым. Ҡатын ни эшләп­тер салбарҙың мулырағын һалған. Күлдәкте тиҙ генә яурынға һалдым да аласыҡҡа инеп, ундағы урындыҡҡа ауҙым.
Бер аҙҙан “аһ-уһ” килеп бажа сыҡты. Кейгән трикоһының балағы тубығында тора, хәс тә шорты кеүек. Күлдәге бөтөнләй эленмәгән, арҡаһын яҙа-йоҙа ғына ҡаплай. Сабыныуҙан ҡыҙарған ҡорһағы ялтырап күренә, үҙе ялан аяҡ. “Балдыҙ ни эшләп мап-матур здара­уай иренә ҡыҫҡа-мыҫҡа трико кейҙерҙе икән”, – тип уйлап ятам....

Һаҡ булығыҙ! Быйыл талпан күп
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 29-04-2018, 06:30


Һаҡ булығыҙ!  Быйыл талпан күп
“Көн ҡапыл йылытҡанғамы, талпандар быйыл бигерәк күп. Урманға барырға ла түгел, баҡсала ла туп-тулы, ағас­тар янынан үткәндә ике-өс талпан өйгә эйәреп тә инә”, – тип зарлана ауыл халҡы. Тимәк, кемдәр алдағы ялда һәм май байрамдарында баҡсаға йыйына, тәбиғәт ҡосағына шешлеккә сығырға уйлай, һаҡ булырға кәрәк. Әйткәндәй, был бөжәктең эткә һәм бесәйгә эйәреп тә өйгә инеүе мөмкин.
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс булған төрлө сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата, тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар-эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙал­ған талпанды тартып сығарғас, медицина лабораторияһына тапшырырға ҡушалар.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM