НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 25.04.2018

Нисек ҡарбуз үҫтерергә?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 25-04-2018, 08:00


Нисек ҡарбуз үҫтерергә?
Беҙҙең тәбиғәт шарттарында ҡарбуздың һыуыҡҡа сыҙамлы, районлаштырыл­ған һәм иртә өлгөрә торған сорттарын ултыртырға кәрәк. «Огонек», «Сахарный малыш», «Ультраранний», ҡауындың «Колхозница», «Золотинка» сорттары яҡшы. Орлоҡтарҙы иң тәүҙә марганцовка иретмәһенә һалып алығыҙ. Еүеш марля, һыулы мүк һалынған тәрилкәлә шыттырып алғас (өс көндә морон төртәләр), бәләкәй стакандарға сәсәбеҙ. Үҫенте ултыртҡан һауыттың төбөн тишегеҙ. Был эштәр апрелдең һуңғы аҙнаһында теүәлләнә. Үрсетмә мотлаҡ ҡояш төшкән, яҡты урында ултырһын. Уны майҙың икенсе яртыһында йылытылған теплицаға сығарырға. Ҡауын менән ҡарбузды ҡыярҙан мөмкин тиклем алыҫ ултыртырға кәрәк. Сөнки уларҙың ауырыуҙары бер төрлө. Үҫентеләр өсөн кесерткән үҫкән, кәҫ аҫтынан алынған тупраҡ яҡшы. Бер биҙрә тупраҡҡа ике стакан ярым көл ҡушыла. Иң яҡшыһы – һалам көлө. Ошо һауытҡа ике шырпы ҡабы азотлы ашламалар ҙа өҫтәлә. Әлбиттә, тупраҡҡа яҡшы серетмә лә ҡушығыҙ. Асыҡ ергә ҡыяр менән ҡауынды тупраҡ йылынғас, ҡырауҙар бөткәс, июндең урталарында сығарырға мөмкин. Түтәлгә тиреҫ, бысҡы сүбе, ҡом һалыу ҙа яҡшы. Үҫемлектәрҙе 40 – 50 см ара ҡалдырып, шахмат тәртибе рәүешендә ике рәт итеп ултыртырға....

Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
Махсус бит // 25-04-2018, 06:00


Башҡорт википедияһы  йәштәрҙе көтә!
Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – “Киске Өфө” гәзитенең “ҡала тормошо” бүлеге мөдире, Википедияның иң әүҙем ирекмәндәренең береһе Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова.

– Бөгөн Википедия тураһында күп ишетергә тура килә. Был бик кәрәк проектмы? Уның актуаллеге нимәлә? Ғөмүмән, унда мәҡәләләр яҙыу, тәржемә итеүҙең мәғәнәһе бармы?
– Википедия – ике һүҙҙән ҡушып яһалған вики – етеҙ һәм энциклопедия. Йәғни етеҙ, тиҙ энциклопедия. Бөгөн Башҡорт Википедияһында төрлө темаға ҡағылышлы 41 мең самаһы мәҡәлә булһа, Рус Вики­педияһында был һан миллион ярым­ға етеп бара. Тимәк, ни тиклем күберәк тел беләһегеҙ, шул тиклем күберәк мәғлүмәткә эйә булаһығыҙ. Баҫма энциклопедия күпмелер ваҡыттан һуң ғына ҡабаттан баҫыла, ә Википедия көн һайын яңыртылып тора. Ә инде инглиз телен­дәге 5 миллион мәҡәлә Башҡорт Википе­дияһында булһа һәм, шуға өҫтәп, халҡыбыҙға ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт индерелһә, был энциклопедияның баһаһы бөткөһөҙ!...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Министр семьи и труда Башкирии Ленара Иванова и председатель местного Союза пенсионеров высказались о новой пенсионной реформе
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM