НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 22.04.2018

50 меңлек хикәйәне уҡығың килһә, «Йәшлек»кә яҙыл һәм бүләк от!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-04-2018, 09:00


50 меңлек хикәйәне  уҡығың килһә,  «Йәшлек»кә яҙыл һәм бүләк от!
Беҙҙең менән булған дуҫлыҡҡа хыянат итмәҫһегеҙ, моғайын. Киләһе ярты йыллыҡта ла «Йәшлек» гәзитенә яҙылырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Өҫтәүенә, быйыл да баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында лотерея уйнатабыҙ. Ул май аҙағына тиклем дауам итә. Гәзите­беҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен тиҙерәк редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.
Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһына (Киров урамы, 45) ебәрергә кәрәк буласаҡ.
Сәй сервизы, сәйнүктәр, термостар редакцияла эйәләрен көтә.
Гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылыу хаҡы –
790 һум 20 тин.
Индексы – П 2757...

Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”
Новости / Мәҙәниәт // 22-04-2018, 08:30


Дамира АМАНГИЛДИНА: “Бейеүҙәрҙә – минең асылым...”
Башҡорт бейеүе... Кемдәрҙе генә хайран итмәгән дә, кемдәрҙең генә йөрәген елкендермәгән икән ул?.. Халҡыбыҙҙың яугирлығы ла, саялығы ла, ғорурлығы ла сағылыш тапҡан унда. Ҡурайҙа уйнар өсөн башҡорт булып тыуырға кәрәк, тиҙәр. Эйе, башҡорт бейеүен йөрәктәргә үтеп инерлек итеп бейер өсөн дә башҡорт рухлы булыр­ға кәрәк!.. Стәрлетамаҡ Бейеү театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дамира Амангилдина тап ана шундай рухлы ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.
23 мартта ул үҙенең 20 йыллыҡ ижад байрамын билдәләне. Муйылдай ҡара күҙле, йор күңелле сая ҡыҙ ни өсөн тап бейеүсе һөнәрен һайлаған? Уның менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта....

Ишекте бикләгәндәр...
Әҙәбиәт / Юмор // 22-04-2018, 07:30


Ишекте бикләгәндәр...
Бер мәл Юнир бажам менән мунса төшәбеҙ. Алмаш-тилмәш ләүкәгә менеп, ныҡ ҡына сабынып алабыҙ ҙа тышҡа сығып ҡарға сумабыҙ. Бажа башына бәйләнгән башлыҡ кейгән, ҡулдарында – бейәләй, ул күпселек арҡаһын йә аяғын саба. Ә мин яланбаш көйө миндек менән башты һәм елкә тирәһен төйәм генә. Шулай итһәң, елкәнең ауыртыуы баҫылып ҡала....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • «Алтмыш ҡына»



  • Радио Юлдаш FM