НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 18.04.2018

Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 18-04-2018, 10:37


Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл! Уҙа барһа ярты сәғәт элек Стәрлетамаҡтың 1-се мәктәбендә 9-сы класта уҡыусы үҫмер балаларға бысаҡ менән һөжүм иткән. Информатика уҡытыусыһының һәм тағы ла ике уҡыусының яраланыуы тураһында билдәле. Үҫмер үҙе менән алып килгән бензинды һибеп класҡа ут төрткән, аҙаҡ үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.
Балаларҙың береһе, ҡотолоу юлын эҙләп, тәҙрә аша һикергән. Бысаҡтан яраланған педагогтың исеме лә билдәле, тип яҙа мәғлүмәт агентлыҡтары. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, ул Екатерина Першина.
Стәрлетамаҡтағы ваҡиғаны Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ла раҫлай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мғлүмәттәргә ҡарағанда, яраланыусылар урындағы дауаханаға оҙатылған. Уларҙың хәле уртаса, тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта, ҡулына бысаҡ алған үҫмерҙең мәктәп коридоры буйлап йүгереп йөрөгәне билдәле. Ә уҡытыусы иһә, уны синыф бүлмәһендә индермәҫ өсөн, ишекте тотоп торған.
Әле Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ваҡиға урынына йүнәлде....

Күрше хаҡы ни хаҡ?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-04-2018, 08:00


Күрше хаҡы ни хаҡ?
Ҙур булмаған ауылда йәшәйем, халыҡ татыу. Күршеләремдең бер алама ғәҙәте интектерә. Улар йыш ҡына әйбер һорай ҙа йөрөй. Сәй, һабын, көнбағыш майы, икмәк-тоҙҙан башлап, биҙрә-тас, көрәк-балта һ.б. әйберҙәрҙе үтескә ала. Ҡайһы саҡ кире ҡайтаралар, ә ҡайһы берҙә юҡ, үҙебеҙ ҙә онотабыҙ. Яҡында ғына магазин бар, бөтөнләй аҡсаһыҙ ултырмайҙар. Дөйөм алғанда, улар насар кеше түгел. Дауаханала ятҡанымда күрше ҡатын һыйырҙарымды һауып торҙо, уларҙың балалары менән минекеләр бик дуҫ. Мөнәсәбәттәрҙе боҙмай ғына уларҙы алама ғәҙәттәренән нисек арындырырға икән?
Рәшиҙә.
...

Батырлыҡ, еңеү һәм мөхәббәт хаттары
Медиа // 18-04-2018, 07:00


Батырлыҡ, еңеү һәм мөхәббәт хаттары
“Шакирәкәйем, һылыуым, һин минең берҙән-берем, татлы хыялым, өмөтөм, ышанысым. Мин һине һағынып, һарғайып, утлы юлдар буйлап һаман да алға барам. Барған һайын һинән алыҫлашам. Был ҡәһәрле һуғыш тағы күпмегә барыр? Беҙҙең аралар тағы күпмегә оҙонайыр?
Әгәр мин донъяла йәшәйем икән, ҡайтырмын. Беҙ бергә булырбыҙ.
Сәләм менән, Ильяс. 1945 йыл, февраль”.
...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM