НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 17.04.2018

Репост эшлә лә велосипедлы сәғәт от!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-04-2018, 12:31


Репост эшлә лә велосипедлы сәғәт от!Хөрмәтле дуҫтар!
"Йәшлек" гәзите сәләмәт тормош яҡлы. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ тәнгә һаулыҡ, йәнгә сихәт биргән транспорт сараһы - велосипед төшөрөлгән стена сәғәтен уйнатабыҙ....

Башҡорт теленән региональ диктант - 2018 Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-04-2018, 10:49


Башҡорт теленән региональ диктант - 2018 Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
Донъя буйынса үткәрелгән Тоталь диктанттан һуң Башҡорт теленән региональ диктант үткәреү бик матур модаға әйләнде. Быйыл ул дүртенсе мәртәбәгә ойошторола.
Диктант был аҙнаның шәмбеһендә - 21 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да үтәсәк. Быйыл Мәрйәм Бураҡаеваның "Арғымаҡ" әҫәренән өҙөктө яҙасаҡтар. Тексын М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры художество етәксеһе, РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы, РФ Дәүләт һәм Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов уҡыясаҡ.
Әлеге ваҡытта сараның төп майҙансығында - Башҡорт дәүләт университетында әҙерлек эштәре башланды. Күнекмәләр уҙа, республиканың ҡала-райондарына, Рәсәй төбәктәренә оҙатыласаҡ видеояҙма әҙерләнә. Ул диктант мәлендә тапшырыласаҡ....

«Салауат Юлаев»та – яңы баш тренер
Новости / Спорт // 17-04-2018, 07:00


«Салауат Юлаев»та – яңы баш тренер
«Салауат Юлаев» клубы етәкселеге командаға баш тренер итеп быға тиклем Эркка Вестерлундтың ярҙамсыһы вазифаһын башҡарған Николай Цулыгинды тәғәйенләне.
Килешеү бер йылға төҙөлгән. Цулыгинға элекке тәрбиәләнеүсебеҙ, быға тиклем «Автомобилист» командаһында тренер булып эшләгән Николай Заварухин ярҙам­ға киләсәк. Улар заманында бергә юлаевсылар составында уйнай. Оҙаҡламай 43 йәшен билдәләйәсәк белгес, төп составтан тыш, «Толпар» үҫмерҙәрен дә тәрбиәләй. Уйынсы булараҡ, «Салауат Юлаев»тан тыш, «Аҡ барс», «Северсталь», «Металлург» (Мг.), «Нефтехимик», «Динамо» (Мәскәү), «Себер», «Торпедо»ла һәм НХЛ менән АХЛ-да өс миҙгел уйнай. Етәкселәр беҙҙеке булғас, бәлки, үҙ уйынсыларыбыҙға ла иғтибар артыр… Тик әлегә һаман ситтәгеләргә күҙ һалалар. Әйтәйек, яңыраҡ уҙған миҙгелдә «Амур» клубы ҡапҡаһын һаҡлаған Финляндия легионеры Юха Метсоланың Өфөгә киләсәге хаҡында һүҙ таралды.
29 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы Хабаровскиҙа өс миҙгел уҙғарып, быйыл Көньяҡ Кореяла уҙған Олимпия уйындарында ла ҡатнаша. Әлегә уның менән һөйләшеү уҙғарылған. Шулай уҡ «Авангард»тан һөжүмсе Дмитрий Кугрышев һәм Петр Хохряковтың да килеүе ихтимал. Тәүгеһе уҙған миҙгелдә ЦСКА-нан Омскиға күсһә, Хохряков иһә СКА командаһынан бынан ике йыл элек уларға килгәйне.
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM