НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 15.04.2018

Үәт, ҡыҙыҡ! (13.04.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 15-04-2018, 09:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.04.2018)
Магазинда.
– Әбей, был аҡсаға һин бер нәмә лә ала алмайһың. Сөнки был ялған аҡса.
– Ә мин алырға ла йыйынмайым. Уны ваҡлап ҡына бирегеҙ.

* * *
Ике әхирәт һөйләшә.
– Күҙ алдына килтерәһеңме?! Ирем кисә таңғы биштә ҡайтты. Мин йоҡлаған булып яттым. Ултырғыс алды ла, карауат янына килеп, миңә ҡарап ултыра. Түҙмәнем: «Нимә эшләп ултыра­һың ул?» – тип һораным. Белә­һеңме, нимә ти? «Ҡәҙерлем, беренсе рәттән урын алдым. Концерт башланғанын көтәм», – ти....

Зефир
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 15-04-2018, 07:00


Зефир
3 йомортҡаның ағы, 200 г шәкәр, 10 г шәкәр онтағы, 1 ҡалаҡ крахмал менән алма һеркәһе алына.
Йомортҡа ағына аҙлап ҡына шәкәр һалып, ҡуйырғансы күпертергә. Һуңынан һеркә, крахмал өҫтәргә. Зефир матур формала булһын өсөн әҙер массаны кондитер тоҡсайына һалып, һығып сығарырға кәрәк. Артыҡ ҡыҙыу булмаған мейестә 10 – 15 минутта бешеп тә сыға.
...

Экология ниндәй, һаулығың да шундай
Махсус бит / Проблема // 15-04-2018, 07:00


Экология ниндәй,  һаулығың да шундай
(15 апрель – Экологик белем көнө)

Яҙҙың ныҡлап урынлашыуы менән һәр ихатала тиерлек баҡса ҡаҙыу, сүп-сар яғыу мәшәҡәттәре башланыр. Ер эштәре менән булыш­ҡанда йылдан-йыл тутыҡҡан батарейкаларға йышыраҡ юлығаһың. Ә сүп-сар яндыр­ғанда ҡара болот булып пластик һауыттар төтөнө үрләй, янында торһаң әсе пластмасса еҫенә сыҙарлыҡ түгел.
– Батарейка картуф баҡсаһына нисек килеп эләккәндер, һәр бер сүп-сар ташлағанды хәтерләп буламы ни! – тип аҡланыр берәү.
– Келәт тулы пластик шешәләр­ҙе яндырмай ни эшләтәһең?! – тип өҫтәр икенсеһе.
Ә бына бармаҡ ҙурлыҡ бер батарейкалағы ауыр металдар­ҙың 20 квадрат метр ерҙе, унда үҫкән йәшелсә-емеште ағыулауы хаҡында ни әйтерһегеҙ? Йәки ни бары бер батарейканың 400 литр һыуҙы зарарлай алыуы тураһында? Пластик шешәләр янғанда фосген, диоксин кеүек ҡурҡыныс матдәләр бүленеп сыға. Әйткәндәй, диоксинды организмдан бер нисек тә сығарып булмай һәм ул онкологик ауырыуҙар, астма, аллергия үҫешенә нигеҙ һала.
Быларҙың барыһы ла беҙҙең экологик белемдең һай булыуын күрһәтә. Һәр кем үҙен генә түгел, ә тирә-йүндәгеләрҙе лә ҡайғыртып йәшәү өсөн тәбиғәттә уңайлы шарттар булдырыр­ға бурыслы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ойоштороу-аналитика бүлеге начальнигы Ринат Зөфәр улы Фәтҡуллин үҙенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индереүе менән күптәргә өлгө булып тора. Бөгөн ул экологияны яҡшыртыу өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр хаҡында һөйләй.

...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM