НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 14.04.2018

Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар
Яңылыҡтар таҫмаһы // 14-04-2018, 08:00


Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар
Сербияның баш ҡалаһы Белградта донъялағы иң тәүге космонавт Юрий Гагаринға бик сәйер һәйкәл ҡуйғандар – ерҙән уның тик маңлайы ғына күренә.
Гагариндың бәләкәй бюсы бейек итеп эшләнгән ҙур постаментҡа нығытылған. Һәйкәл янына килгән урта буйлы кеше йыһангирҙың маңлайын һәм шлемын ғына күрә ала.
Белградта йәшәүселәр, Гагаринды йыһандан ғына ҡарап булһын өсөн шулай итеп эшләгәндәр, тип шаярта. Ҡайһы берәүҙәр, бюсты урламаһындар өсөн шундай бейек нигеҙгә ҡуйғандар, ти.
10 апрелдә һәйкәлде үҙгәртеп ҡороу өсөн һүткәндәр. Ҡала хакимиәте етәкселеге: “Тәүге монументты эшләгәндә беҙҙең менән кәңәшләшмәнеләр. Икенсе һәйкәл Белградта Гагариндың кешелек донъяһы өсөн башҡарған оло эшен хәтерләтеп торасаҡ”, – тип белдергән.
...

Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 14-04-2018, 07:00


Һынауҙарҙан  ҡайырылмаһын  яҙмыштар
Бер кем дә көтмәгәнен белһә лә, йүгереп ҡайтты Илнара өйөнә. Яҙҙың тәүге айы башланып ҡына тора, ә яғырға утын да бөткән. Портфелен иҙәнгә ташланы ла, тышҡа сығып та китте. Ирей ҙә башламаған ҡар аҫтынан бирсәткәле ҡулы менән самалап, яғырлыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ эҙләй башланы. Йоҡа ҡына бирсәткәһенең һыуланыуына иғтибар ит­мәҫкә тырышып, һәрмәнә торғас тапты тәки бер-ике түмәр башын! Улары елле генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, көсө етте: ҡар аҫтынан сығарып, ах та ух килеп, бер урынға тәгәрәтте. Иҫке утын һарайынан балта сығарҙы. Атаһының балта үткерлеген тикшергәнен хәтеренә төшөрөп, уға оҡшарға тырышып, тура баҫып, һул ҡулына ҡорамалын алып, уң ҡулының баш бармағы менән йөҙөн һыйпап ҡараны...Үтмәҫләнеп тә бөткән икән... Эсендә олоған бүреләрен ты­йыпмы, әллә атаһын юҡһыныу тойғоларын йүгәнләүҙәнме, Илнара бар көсөнә түмәргә балтаһын төшөрмәһенме! Бәләкәс кенә ҡыҙҙан бындай уҡ көстө көтмәгән түмәр шаҡ ҡатты шикелле, аптырап, “дыңҡ” итеп уртаға ярылды ла ҡуйҙы... Илнара ике түмәрҙе тураҡлап бөткәнсе шыбыр тиргә батты. Өҫтөндәге еңел курткаһын сисергә тип төймәләренә тейҙе лә, һипһенде. Өләсәһенең атаһына: “Ҡапыл һалма кейемеңде, улым, тирең ҡатҡанын көт, сир инер тәнеңә, юғиһә”, – тигәне иҫенә төштө. Ярылған утынды иллә-алла менән тоҡандырып ебәргәс кенә өҫтөн алмаштырҙы. Шул арала электр плитаһына сәйнүген ҡуя һалып, өйҙө йыйыштырырға ла тотондо. Әсәһе дүрт көн элек күрше ауылға әхирәтенә “хәл белергә” киткәйне, ҡасан ҡайтырын кем белә. Наил ҡустыһының иҙәнгә ташлап бөткән уйынсыҡтарын йыйған булды ла, телевизор ҡабыҙҙы. Уныһы ла бер һәйбәт нәмә күрһәтмәгәс, һүндереп, дәресенә тотондо. Плита боҙола башлаған, күрәһең, бер сүмес һыуы бик оҙаҡ ҡайнамай аптыратты. Инде лә сәйен тиҙ генә һемереп, ҡустыһын алырға балалар баҡсаһына йүгерҙе. Тәрбиәсе Сулпан апаһы, бөгөн Наилды бик матур итеп кейендереп алып килгәне өсөн Илнараға рәхмәт әйтте. Ә тегеһе инде, апаһын күреү менән йүгереп килеп, муйынынан бәләкәй генә йылыҡай ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, ә ҡолағына: “Әсәй ҡайттымы?” – тип бышылданы. Тәрбиәсегә күрһәтмәҫкә тырышып, Илнара башын: “Юҡ”, – тип һелкте....

Шайтан
Әҙәбиәт / Юмор // 14-04-2018, 07:00


Шайтан
“Хисмәтулла, мунсаға бара тор. Былай ҙа һуңлап киттек, миңә әле йомош менән кеше килде. Бына, кейемеңде ал. Мин һуңыраҡ килермен”, – тип өндәште ҡатын. Әҙер кейемемде тоттом да һыҙғыра-һыҙғыра мунсаға киттем. Сисенгәс, төп яҡҡа инеп, тасҡа ҡайнар һыу ҡойоп, миндек бешереп алдым. Сыжлатып эҫе һалып ебәрҙем дә ләүкәлә тир сығарып ултырмаҡсы булдым. Шул саҡ өҫкә, мейес­тең йүшкеһе яғына ҡараһам, иҫем китте, түшәм таҡтаһы буйлап ут быҙлай, төтөн еҫе лә сыҡҡан кеүек....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!



  • Радио Юлдаш FM