НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 13.04.2018

Зәлиә ВӘЛИЕВА
Объявления / Йәшлек гүзәле // 13-04-2018, 13:12


Зәлиә ВӘЛИЕВА
Атайым менән әсәйемдең беренсе мөхәббәт емеше булып, хозур тәбиғәтле Әбйәлил районының Атауҙы ауылында донъяға килгәнмен. Бала сағым тап ошо йәмле ерҙә үтте.
Теүәл фәндәрҙе үҙ иткәнлектән, Магнитогорск дәүләт техник университетының иҡтисад бүлеген һайлап, уны уңышлы тамамланым.
Район, ҡала кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадалар­ҙа әүҙем ҡатнашам.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, бәйләргә, саф һауала йөрөргә яратам.
Ярты юлда туҡтап ҡалмаған, маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора....

Бөгөн – Миғраж кисе
Новости / Иман // 13-04-2018, 12:06


Бөгөн  – Миғраж кисе
Бәйғәмбәр күккә күтәрелгән көн

Миғраж – ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Был төндә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм күктәргә күтәрелгән, Аллаһы Тәғәлә әмере менән уға йәннәт һәм йәһәннәм күрһәтелгән.
Миғраж ‒ һүҙлектә баҫҡыс һәм юғары бер ергә күтәрелеү тигәнде аңлата. Миғраж – күккә күтәрелеү, Рәсүлүллаға бәйғәмбәрлек биреүҙең туғыҙынсы йылында Рәжәб айының 27-се кисендә була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер бәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз. Миғраж кисендә мосолмандар доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡиссаһын өйрәнеп, уға мәҙхиә әйтеп, риүәйәттәр һөйләп үткәрә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана итә, гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорай....

Башҡорт теленән региональ диктант яҙырға килегеҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2018, 11:17


Башҡорт теленән региональ диктант яҙырға килегеҙ!
21 апрелдә республикала бына дүртенсе мәртәбәгә бик матур сара - башҡорт теленән региональ диктант үтәсәк.

Тел белемен тикшерергә теләүселәр Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында, филиалдарында, институттарында йыйыласаҡ. Шулай уҡ диктант яҙырға теләүселәргә майҙансыҡтар Өфө, Белорет, Бөрө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Ишембай, Мәләүез, Учалы ҡалаларында, райондарҙа, күрше өлкәләрҙә ойоштороласаҡ....

Һорау - яуап
Махсус бит // 13-04-2018, 11:01


Һорау - яуап
Уҡыусыларыбыҙҙы борсоған һорауҙарға Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт теркәүе хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының («Росреестр») бүлек етәксеһе Наталья Низаметдинова яуап бирә.

– Пай 1991 йылда түләнгән, БТИ аша фатир­ға хоҡуҡ теркәлгән икән, кооператив фатирға яңынан хоҡуҡты теркәтергә кәрәкме?

– 1997 йылдың 21 июлендә «Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе» тураһындағы федераль закон сыҡҡанға тиклем милеккә хоҡуғығыҙҙы теркәтһәгеҙ, ул Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүе реестрында булмаһа ла, юридик яҡтан теркәү үҙ көсөндә ҡала. Һуңынан теркәү граждандарҙың теләге буйынса башҡарыла. Объектты һатҡанда, бүләк иткәндә мотлаҡ Күсемһеҙ милекте берҙәм дәүләт реестрында мотлаҡ теркәтергә кәрәк буласаҡ....

Киләһе аҙнаның урталарынан ғына көндәр йылытасаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2018, 10:18


Киләһе аҙнаның урталарынан ғына көндәр йылытасаҡ
БР Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 18 -19 апрелгә генә көндәр йылытасаҡ. Шуға тиклем төнөн -4 градусҡа тиклем һыуыҡтар була. Әле республикала арктик һауа массаһы өҫтөнлөк итә. Киләһе аҙнаның урталарынан һауа температураһы көндөҙ +10 -13 градус буласаҡ. Төнөн дә йылы торасаҡ. Яуым- төшөм көтөлмәй....

Алланың рәхмәте яуа торған ай
Новости / Иман // 13-04-2018, 07:00


Алланың рәхмәте яуа торған ай
Рәжәб айы – ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Изге мөбәрәк айҙарҙың өсәүһе рәжәб, шәғбан, рамаҙан бер-бер артлы килә. Был айҙа Рәғәиб кисәһе көнө бар. Был кисәлә бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла ибн (улы) Ғәбделмотталиб менән һөйөклө әсәһе Әминә бин (ҡыҙы) Ваһаб никахлашҡан, ҡауышҡан көнө....

Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-04-2018, 06:00


Келәттән ит урлап ашаған ауыл бесәйе бәйете

Нисек тамаҡ туйҙырырға? - тиеп,
Ҡайғырған саҡ ҡалды иҫләргә.
Бары булыр кәрәк һиҙгер, көндөҙ,
Кем онота келәт бикләргә.
Кисен сығам бер ни булмағандай,
Һуҡмаҡ һалам күрше келәткә.
Асыҡ ҡалған ишектән инеүгә
Юлығам мин һимеҙ, мул иткә.
Төн йоҡомдо йоҡламайым, әммә,
Бурлыҡта йөрөп эс кәпәйтәм,
Иҫһеҙ-ғәмһеҙ күрше хужаларҙы
Ауыҙ йырып, шулай һемәйтәм.
Шөкөр тием Хоҙайыма, шөкөр,
Һуғым ите ашап, һимерҙем.
Ауыл халҡы һуғым һуймаҫ элек
Ни эләкте, шуны кимерҙем.
Әле бары ҡыш уртаһы ғына,
Һуғым ите етер, яҙғаса.
Тик хужалар ҡалдарһындар ғына
Ишек-келәләрҙе япмайса.
Хәлиҙә Ишдәүләтова...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM