НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 07.04.2018

“Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәтен ҡарағыҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-04-2018, 09:00


“Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәтен ҡарағыҙ
“Союзмультфильм” студияһы Федор ағай, бесәй Матроскин һәм эт Шарик мажараларын дауам итә – яңыраҡ “Простоквашиноға ҡайтыу” йәнһүрәте интернетҡа һалынды.
Беренсе серия совет мәлендә төшөрөлгән йәнһүрәттә Матроскин бесәйенә тауыш биргән актер Олег Табаков хөрмәтенә бағышланған. Сюжеты үҙгәртелгән: Федор ағай Прос­токвашино ауылына бара һәм ундағы хужалыҡты билдәһеҙ кимереүсенән һаҡлаша. Малайҙың ата-әсәһе эш менән мәшғүл булғанда, һеңлеһе Вера Павловна үҙ-үҙен почта аша ауылға оҙата. Посылканы почтальон Печкин алып килә, ҡыҙ бала Тама-Тама исемле кимереүсе йәнлекте тотоуҙа ярҙам итә. Бер юлы заманса әйберҙәр – мобиль телефон, скайп элемтәһе, интернет аша посылкалар ебәреү күрһәтелә.
Яҙыусы Эдуард Успенский “Союзмульт­фильм”дың йәнһүрәтте яңынан төшөрөүенә ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдергән....

Бошмаҫ ир
Әҙәбиәт / Юмор // 7-04-2018, 08:00


Бошмаҫ ир
Ғаяз ике ай элек атай булды. Улын үҙенсә һөйөп туя алмай, уның менән ғорурлана. Тик Рания уға сабыйҙы әллә ни ышанып тоттороп бармай. Сөнки Ғаяз вайымһыҙҙың вайымһыҙы. Берәй эшкә тотонһа, икенсе нәмәгә әүрәп, донъяһын онота ла ҡуя. Ярай әле бәхетенә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната торған сос кәләш тура килде.
Бер көн ҡатыны йорт мәшәҡәттәре менән булышҡансы, ир баланы саф һауала алып йөрөргә булды. Рания, иренең холҡон яҡшы белгәнгә күрә, йорт тирәһенән алыҫ китмәҫкә ҡушты.
Бер сәғәттән атай кеше ҡайтып инде, ләкин балаһыҙ. Рания, ниҙер һиҙенеп, бала ҡайҙа, тип ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып ебәреүгә, Ғаяз уҡтай кире тышҡа атылды.
Баҡтиһәң, Ғаяз урам буйында күптән күрмәгән дуҫын осратҡан. Был икәүҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ә балалар арбаһын тәмәке тартҡан дуҫынан алыҫҡараҡ ҡуйып торған булған. Хәбәр һатып тороп, бошмаҫ ир сабый тураһында бөтөнләй онота һәм ҡулын һелтәп ҡайтып китә.
Ярай әле бала имен-һау ғына бер ни белмәй йоҡлап ятҡан. Юғиһә, был хәлдең нисек тамамланыры билдәһеҙ ине. Рания, әлбиттә, ирен утлы табала бейеткән, тиҙәр. Уның ҡарауы, Ғаяз хәҙер ет­диерәк булып киткән, имеш....

Йомортҡаһыҙ печенье
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 7-04-2018, 07:30


Йомортҡаһыҙ печенье
250 г аҡ май, ярты стакан шәкәр онтағы, 1/3 стакан еҫһеҙ көнбағыш майы, 4 ҡалаҡ крахмал, 3,5 стакан он, 1 ҡап ванилин кәрәк.
Ҡамырҙы 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Йәйеп, үҙегеҙ теләгән формала ҡырҡып, 180 градус ҡыҙыу­лығындағы мейестә 15 минут бешереп алырға. Мейестән алғас та, печеньеға шәкәр онтағы һибергә. Ауыҙҙа ыуалып ҡына торған тәмлекәстәр килеп сығасаҡ.
...

Сараһыҙҙар
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-04-2018, 07:30


Сараһыҙҙар
Диспансер тикшереүе ваҡытында уйламағанда Лидиә* менән осраштыҡ. Йылмайғанда күҙҙәренән нур сәселгән һөйкөмлө ҡатын минең йылғы, йәғни уның да быйыл юбилейы – ҡырҡ биш йәш. Хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, һүҙ араһында ғына:
– Һинең климакс башландымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, – тинем. – Шул ҡурҡыта инде.
– Ә уның нимәһенән ҡурҡаһың?
– Ҡартайыуҙың тәүге билдәһе булараҡ ҡурҡыта, – тип көлдөм. – Бер ҙә ҡартайғы килмәй, гел дә йәш килеш һикерәңләп йөрөгө килә.
– Кемдең ҡартайғыһы килһен инде ул... – тип һуҙҙы Лидиә. – Минеке ни бер нисә йыл элек башланды. Бала тапмағанға иртә башланды, ахыры.
– “Диңгеҙгә” әйләндеңме? – тип ауыҙ йырҙым.
– Аңламаным?...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM