НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 04.04.2018

Бүләктәр арта бара
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-04-2018, 16:04


Бүләктәр арта бара Йыл башында “Йәшлек” гәзите Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән берлектә иғлан иткән Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсы үҙ эшен дауам итә. Өс айҙа редакцияға ике тиҫтәгә яҡын хикәйә килде, уларҙың «иң-иң»дәре һәм бәйге шарттарына тап килгәндәре гәзит биттәрендә донъя күрҙе.
Иғлан ителеүенсә, конкурста төп бүләк (50 мең һум) һәм дүрт дәртләндереү номинацияһы билдәләнә. Шулай уҡ юғары баһа алған 10 – 15 хикәйә “Китап” нәшриәтендә айырым йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк. Был матур һәм әһәмиәтле ваҡиғанан Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте лә (етәксеһе – Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина) ситтә ҡалырға теләмәне. Улар ҡатын-ҡыҙ авторҙары өсөн үҙ призын булдырҙы. Шулай итеп, беҙҙең хәҙер дүрт дәртләндереү призы һәм еңеүсеһе буласаҡ....

Атайлы булһын балалар!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 4-04-2018, 14:57


Атайлы булһын балалар!
“Аталы бала – арҡалы”, “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, “Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер” кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа. Эйе, ғаиләлә атай кешенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – ғаилә именлеген һаҡлаусы ла, балаларына өлгө булырлыҡ кеше лә. Ошо абруйҙы булдырыу – әсәй кешенең дә бурысы.
...

Башҡортостанда эт ғаиләне уттан ҡотҡарған
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-04-2018, 14:43


Башҡортостанда эт ғаиләне уттан ҡотҡарған
Октябрьский ҡалаһында Ричи ҡушаматлы эт Колосовтар ғаиләһен янғындан ҡотҡарған.
Ҡыйыу дүрт аяҡлы ҡотҡарыусы кинолағы супергеройға оҡшамаған — аҡ эт, уң күҙе тирәһендә сағыу ерән тап бар.Ҡасандыр элекке хужалары баш тартҡан этте ғаиләлә Эт тип кенә йөрөтәләр һәм Ричи уларҙы рәхмәт йөҙөнән ҡотҡарған, тип иҫәпләйҙәр....

Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-04-2018, 14:38


Ғәҙәти булмаған хәл: яҡташыбыҙ өсөн НТВ телеканалы ҡағиҙәләрҙе үҙгәртте«Һин супер» проектының беренсе турының һуңғы һигеҙенсе сығарылышы ваҡытында НТВ телеканалы эфирында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды. Башҡортостандан килгән 15 йәшлек ҡыҙ өсөн тәүге тапҡыр шоуҙың ҡағиҙәләре үҙгәртелде. Рәүил ауылынан Зарема Шәйхетдинова «Titanium» йырын башҡарҙы, ләкин бер жюри ағзаһы, Владимир Пресняков ҡына, йәшел төймәгә баҫты. Ҡыҙ сығыш яһау өсөн йырҙы дөрөҫ һайламаған, тигән фекергә килде уның коллегалары һәм унан халыҡ йырын башҡарыуҙы һораны. Яҡташыбыҙ башҡорт йырын йырлап күрһәткәндән һуң, Сергей Лазарев, Юлианна Караулова һәм Игорь Крутой йәшел төймәгә баҫты һәм ҡыҙҙың халыҡ йырҙарын башҡарыу һәләте ҙур булыуын билдәләне.
...

Дуҫтар булһын
Махсус бит / Письма // 4-04-2018, 08:00


Дуҫтар булһын
Ике күрше тураһында риүәйәт был. Ҡыш килгән. Ҡар күп яуған. Ғәлимйән иртә менән сыға ла ҡар көрәй, ти. Эшләп йөрөгән арала күршеһенең яғына күҙ һала. Унда – өйгә табан тап-таҡыр юл, имеш. “Ҡалай иртә тороп ҡар таҙарта был Сәлимйән күрше”, – тип аптырай ҙа, иртәгә тағы ла иртәрәк торорға ҡарар итеп, инеп китә.
Икенсе көнгә лә ҡар күп яуа. Ғәлимйән, ғәҙәттәгесә, сығып ҡар көрәй. Сәлимйәндең ҡапҡа төбөнә ҡараһа, тағы – тап-таҡыр. Өсөнсө көндә лә шул уҡ күренеш.
Ғәлимйәндең Сәлимйән менән осрашҡан бер көндө сәләмләшкәндән һуң уҡ тәүге һорауы шул була:
– Күрше, ҡара әле, мин иртә-ә менән сығып ҡар көрәйем, һинең бөтә ерең шып-шыма, юлдарың – таҡыр. Ҡасан ҡарҙан таҙартып өлгөрәһең ул?
– Юҡ, Ғәлимйән күрше, мин бер ҡасан да ҡар көрәмәйем. Дуҫтарым күп, улар килһә, урамдан йортҡа һуҡмағым үҙенән-үҙе таҡырая!
…Үәт, йәмәғәт, ҡар көрәп ыҙаланмағыҙ, дуҫтарығыҙ килер әле. Ә улар бармы?

А. АҠБУЛАТОВА.

...

Чебурек
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 4-04-2018, 06:00


Чебурек
1 йомортҡа, тоҙ, 3 стакан он, 1 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 стакан эҫе һыу кәрәк.
Йомортҡаға тоҙ һалып күпергәнсе туҡырға, он, көнбағыш майы ҡушыр­ға, эҫе һыу ҡойоп, ҡамыр баҫырға һәм ярты сәғәткә ултыртып торорға. Эслек өсөн үткәрелгән иткә тоҙ, күп кенә итеп һуған турап һалабыҙ. Чебуректар эшләп, майҙа ҡыҙ­ҙырырға....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM