НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 22.03.2018

"Садик"ка күпме түләйһегеҙ?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-03-2018, 11:20


"Садик"ка күпме түләйһегеҙ?Башҡортостан Хөкүмәте муниципаль балалар баҡсаларында бала ҡарау һәм тәрбиләү өсөн түләтелгән ата-әсәләр түләүенең иң күп күләмен билдәләне. Ҡала балалар баҡсаһына иң ҙур түләү Өфөлә - айына 2730 һум, иң әҙе Ағиҙелдә – 1787 һум. Райондарҙа иң юғары хаҡ Өфө районында – 2526 һум, Дәүләкән һәм Иглиндә – 2407 һәм 2169 һум. Ә бына йылайырҙар айына 1104 һум ғына түләй.

"Садик"ка кем нисә һум түләй? Комментарийҙа яҙығыҙ!
...

Иң етеҙ саңғысылар ҡайҙа? Учалыла һәм Ҡалтасыла!
Новости / Спорт // 22-03-2018, 10:00


Иң етеҙ саңғысылар ҡайҙа?  Учалыла һәм Ҡалтасыла!
Йәш саңғысылар араһында «Йәншишмә» гәзите призына быйылғы республика ярышы Күмертауҙа үтте. Унда барлығы 24 команда, йәғни 140 уҡыусы ҡатнашты.
Шәхси беренселектә 2006 – 2007 йылғылар араһында өс километр араға малайҙарҙан Лёня Колбин (Ҡалтасы), ике километр араға ҡыҙҙарҙан Наташа Ковнир (Күмертау) еңһә, ә 2004 – 2005 йылғылар араһында өс километр араға Ғаян Кәримов менән Саша Новикова (икеһе лә – Учалынан) иң етеҙе булды. Ҡатнаш эстафетала учалылар беренсе урын алды.
Командалар араһында дөйөм һөҙөмтә буйынса кесе йәш төркөмөндә ҡалтасылар «иң-иң»е булһа, ә оло йәш төркөмөндә учалылар – чемпион!
Күмертауҙа «Йәншишмә» гәзите призына уҙған саңғы ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловҡа, «РИА-Медоптик» офтальмология үҙәге директоры Рәшит Искәндәровҡа һәм «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаеваға ҙур рәхмәт !


М. КӨЙӘРМӘНОВ.
И. ҒӘЙНУЛОВ фотоһы....

Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-03-2018, 08:00


Йоҡоғоҙ тәмле булһын!
Һуңғы осорҙа бер проблема борсой башланы. Ятып, ойоп ҡына йоҡоға тала башлаһам, үҙемде ҡайҙалыр ҡолап төшкән һымаҡ тойоп, тертләп уянам. Шул мәлдә йөрәк дарҫлап тибә, ҡалтырата. Миндә йөрәк ауырыуы юҡ. Был хәл ни өсөн барлыҡҡа килә икән, унан нисек ҡотолорға мөмкин?
Радмир Ш.
Өфө ҡалаһы....

Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…
Новости / Башҡортостан // 22-03-2018, 07:00


Ил хәстәрен иңдәренә йөкмәп…
Күренекле хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре ӘмирСолтангәрәевкә 60 йәш

Очерк
I

Көйөргәҙе төбәге – легендар ер. Уның йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ дала-ҡырҙары, тармут-тармут һырттары, батыр баһадирҙың киң күкрәге шикелле, башҡорт иленең көньяҡ сиген баҫҡынсыларҙан, барымтасыларҙан, Ырымбур далаларынан иҫкән ҡыуан елдәрҙән, ил-йортто туҙҙырыр ҡойондарҙан ышыҡлап, һаҡлап торор ҡалҡан булған....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM