НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Февраль 2018 года » Страница 10

Тәүге осрашыуҙа - спортсылар
Яңылыҡтар таҫмаһы // 1-02-2018, 11:38


Тәүге осрашыуҙа - спортсылар
Владимир Путин үҙенең ышаныслы кешеләре менән осрашыуҙар үткәрә башланы. Ошо көндәрҙә уларҙың тәүгеһе үтте. Сарала ҡатнашыусылар араһында билдәле Олимпия чемпиондары һәм спорт мастерҙары бар.
Осрашыуҙа президентлыҡҡа кандидат әлеге көндөң төп темаһы - Олимпия спортына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Владимир Путин донъя спортын "бысраҡ сәйәсәт аш-һыу бүлмәһенең артҡы ихатаһына" әйләндереүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк тип белдерҙе. Ул шулай уҡ допинг янъялы арҡаһында Олимпия уындарында ҡатнаша алмаған спортсыларға мораль һәм материаль яҡтан ярҙам итергә вәғәҙәләне....

Голубцы
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 1-02-2018, 08:00


Голубцы
300 – 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, кишер, кәбеҫтә, 1 – 2 татлы борос, 80 – 100 г ҡарабой­ҙай ярмаһы, 5 – 6 картуф, 75 – 100 мл томат һуты йәки 2 – 3 помидор, борос, йәшел тәмләткестәр, үҫемлек майы.
Бәшмәкте 40 минут тоҙло һыуҙа бешерергә. Туралған һуған, кишер, татлы борос, укроп һәм петрушка һалып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тоҙ, борос һибергә. Һыуынғас, кистән һыуҙа ебетелгән ҡарабойҙай ярмаһын өҫтәргә. Эслекте кәбеҫтә япраҡтарына төрөргә.
Кәстрүл төбөнә түңәрәкләп туралған кишер, картуф теҙергә. Голубцыларҙы һалып, томат һуты ҡойорға йәки помидор телемдәре теҙергә. Ҡайнар һурпа йәки һыу өҫтәп, лавр япрағы һалырға. 20 – 25 минутта бешә.
Табынға ҡаймаҡ һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә....

“Балалар, балын үҙегеҙ ашағыҙ, һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ”
Әҙәбиәт / Юмор // 1-02-2018, 07:00


“Балалар, балын үҙегеҙ ашағыҙ, һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ”Бөрйәндәр элек-электән ҡорт тота, балды мул тотона. Шулай, әбей менән бабай ғүмер буйы ҡорт тотоп, бал ашап , оло йәштәргә еткән. Балалары ҡалала, йәйге каникул мәлендә ейәндәрен килтереп ҡалдыралар икән.

Иртән сәй эсеп ултырғанда әбей кеткелдәп көлөп бабайға әйтә һалған: “Бабай, ошо йәшкә етһәң дә, ҡөҙрәтең бар!” Ул: “Әбей, мин ҡорттоң һитәһен ашайым бит. Ир ҡөҙрәте шунан килә”, – тип яуаплаған.

Тағы йәй етеп, ейәндәрҙе олатай-өләсәйенә килтереп тултырғандар.
Әбей йүгереп йөрөп ейәндәрен самауыр сәйе эсергә саҡырған. Келәттән тәриликәгә рамдан кәрәҙле бал ҡырҡып килтерә лә, ейәндәренә: «Ашағыҙ, ашағыҙ, балаҡайҙар, тик һитәһен олатайығыҙға бирегеҙ», – тип һыйлай икән.

Сания СӘҒИТОВА....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM