НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Январь 2018 года » Страница 8

Ирем менән юҡҡа үпкәләшә башланыҡ...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-01-2018, 11:07


Ирем менән юҡҡа үпкәләшә башланыҡ... Һаумыһығыҙ! Минең исемем – Дилә. Ирем менән никахта бер йыл йәшәйбеҙ. Өйләнешкәнгә тиклем оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнөк, ләкин бергә торманыҡ. Туйҙан һуң барыһы ла ал да гөл булды. Һуңғы осорҙа хәл кире яҡҡа үҙгәрҙе. Юҡтан ғына әрләшә, үпкәләшә башланыҡ. Эш шунда – бөтә йорт мәшәҡәттәре минең өҫтә. Был миңә оҡшамай. Ярҙам итеүен һораһам, эштән ныҡ арып ҡайтыуына һылтана. Уға бер нәмә лә кәрәкмәй, ҡайта ла, ҡырын төшөп ятып ял итә. Ә миңә ҡыйын. Әйтегеҙсе, нимә эшләргә?
Ирегеҙҙән өй эштәрендә ярҙам һорауығыҙ тәбиғи. Сөнки ғаилә мөнәсәбәттәрен ҡороу­ҙа, донъя көтөүҙә ике яҡтан да уртаҡ көс һалыу талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблемағыҙ – күп йәш ғаилә парына хас күренеш....

Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
Махсус бит // 9-01-2018, 11:03


Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны һәйбәт кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Үткән ваҡиғаларҙы барлап, уларҙан киләсәккә тейешле фәһем-тәжрибә туплаһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Кешегә артыҡ ышаныуығыҙ ҙа йыш зыян килтерер һымаҡ....

Тәҙрәнән төпсөк ташлаһаң - штраф
Яңылыҡтар таҫмаһы // 9-01-2018, 10:22


Тәҙрәнән төпсөк ташлаһаң - штраф
Рәсәй кешеләренә автомобиль һәм тимер ют транспортынан тәмәке төпсөктәрен ташлау тыйылды. Был ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.
Хәҙер автомобиль һәм тимер юлы буйҙарында, һаҡлау зоналарында, транспорт хәрәкәт иткәндә ҡайнар шлак, күмер һәм көл түгергә, янған төпсөк, шырпы ташларға ярамай. Ялан эштәре мәлендә тракторсы һәм комбайнсыларға махсус урындарҙа ғына тәмәке тартырға рөхсәт ителәсәк. Юл буйҙарында йәшәүселәргә үлән, сүп-сар яндырырға, усаҡ яғырға тыйыласаҡ....

Ҡатынымдан наҙ етмәй
Махсус бит / Проблема // 8-01-2018, 07:30


Ҡатынымдан наҙ етмәйМиңә – егерме туғыҙ, ә ҡатыныма егерме ете йәш, ике йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ үҫә. Өйләнешкәнебеҙгә өс йыл.
Йылдан ашыу инде юҡ-барға тиҙ тоҡанып китеүсәнлегемде, ҡатыныма бәйләнсек була барыуымды һиҙәм. Быға тиклем кәләшемдең холҡондағы кире яҡтарын һиҙмәгәнмендер, ә бәлки, уның ысын йөҙө асыла башлағандыр. Ғаиләләге был хәл йыш ҡына үпкәләшеүҙәргә, иреш-талаштарға барып етә башланы. Элекке һөйкөмлө, нәфис ҡыҙҙан ул ҡатын-иргә әйләнде. Тупаҫ һөйләшә, фекерем менән бөтөнләй иҫәпләшмәй. Донъяға бөтөнләй икенсе ҡарашта. Хужабикә булараҡ уға тик “афарин” тип кенә әйтергә була. Ҡыҙыбыҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ашарға һәр ваҡыт әҙер, өйҙә таҙа. Ә былар миңә бик мөһим дә түгел һымаҡ, унан иғтибар, наҙ ғына кәрәк. “Бөтә проблемаларҙы үҙең эҙләп табаһың, үҙең бәйләнәһең”, – ти ҡатыным. Ғаиләмдә нисек тыныслыҡ урынлаштырырға?...

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 8-01-2018, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
ЗАГС-та бер парҙың айырылыу эше ҡарала. Ирҙән бының сәбәптәрен һорайҙар.
– Ҡатыным мыжыҡ кеше булып сыҡты. Кешеләр рәхәтләнеп Май байрамын билдәләгәндә ул: "Шыршыны сығарып ташла", – тип йәнде ашаны.

* * *
Бары тик Яңы йылда ғына иң ҡыҫҡа көн. Уянып та етмәйһең, ҡараңғы төшә.
...

Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
Махсус бит / Проблема // 7-01-2018, 07:00


Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманыИптәшем менән өс йыл ғүмер итәбеҙ. Йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ үҫә. Иремде яратам, ихтирам итәм.
Бер йыл элек ҡайным мәрхүм булғас, беҙгә ҡәйнәмдең йортона күсергә тура килде. Беренсенән, ул яңғыҙ йәшәмәйәсәк, ә икенсенән, фатирыбыҙҙы ҡуртымға биреп, матди хәлебеҙҙе яҡшыртыу маҡсатында был аҙым­ға барғайныҡ. Ҡәйнәм итәғәтле, тыныс, яҡшы кеше. Ләкин миңә уның менән йәшәүе ауыр. Өйҙә үҙемде хужабикә итеп тойорға, шәхси арауығым булыуын теләйем. Бер йыл күнеп йәшәнем, артабан нимә эшләргә белмәйем, түҙемлегем бөттө. Нимә эшләргә миңә, кәңәшегеҙҙе көтәм....

Перәник
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 6-01-2018, 08:00


Перәник
1 стакан ҡатыҡ, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 cтакан шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 йомортҡа.
Соданы аш һеркәһе менән һүндереп, йомортҡа һарыһы, ҡатыҡ, ҡаймаҡ һәм он ҡушып, ҡамыр баҫыр­ға. Уны 1 cм ҡалынлығында йәйеп, форма менән ҡырҡып, мейестә 15 – 20 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, йомортҡа ағына шәкәр ҡушып туҡып, шуны перәник өҫтөнә һөртөргә....

Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 6-01-2018, 07:30


Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
«Нисек кенә булмаһын, быны бөгөн эшләп ҡуйырға кәрәк, – тип уйланы Ғаяз. – Тағы бер яңы йылға һөйрәп сығып булмай бит инде». Ысынлап та, тағы күпме хыял менән йәшәргә була? «Машинаһының аҫтына ташланып булһа ла туҡтатам бөгөн. Етте». Үҙенең ҡарарынан еңел булып китте. Уның һаман эшендә икәненә тағы ла бер тапҡыр инаныр өсөн банк ҡаршыһында урынлашҡан ун ике ҡатлы йортҡа инде. Дүртенсе ҡатҡа күтәрелеп, подъезд тәҙрәһенән ҡараһаң, банкирҙың кабинеты ус төбөндәгеләй күренә. Бөгөн ике тәҙрәлә лә жалюзиҙар төшөрөлгән. Шулай булһа ла, өҫтәл артында ултырған кешенең шәүләһе шәйләнә. Етем көсөк кеүек нисәмә көн ошо тирәлә уралыуы үҫмерҙе ғәрләндерә, әлбиттә. Әле лә ошо тойғоһон еңер өсөн, үҙен киллер итеп күҙ алдына килтерҙе. Тәҙрә туп­һаһына ята биреп, ҡулын винтовка көбәге кеүек тоҫҡаны ла атып ебәргән булды: пиф-паф.
Шул саҡ бер дәү кәүҙә уның өҫтөнә ырғыны һәм күҙ асып йомған арала, ҡулдарын артҡа шаҡарып, наручник кейҙереп тә ҡуйҙы....

Уңышлының “Башҡорт йорто”
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 5-01-2018, 07:00


Уңышлының “Башҡорт йорто”
Гөлсинә Фазлыева милли кейем магазинына килгән һәр кемдең күңелен күрергә тырыша

Ике ай элек Учалы ҡалаһында “Башҡорт йорто” барлыҡҡа килде. Был үҙенсәлекле сауҙа нөктәһен Азамат улы менән бергә асҡан Гөлсинә Фазлыева һөнәре буйынса география уҡытыусыһы. Байтаҡ йылдар элек, тормош шарттары үҙгәреү сәбәпле, яратҡан мәктәп эшенән айырылып, икенсе эшкә тотонорға тура килә уға. Көн дә илһамланып, ҡанатланып мәктәпкә йөрөүҙәрҙе, уҡыусылар менән мәж килеүҙәрҙе һағынып бер була Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы. Балаларға, ижадҡа һис бер ҡағылышы булмаған эш менән булышҡанда, күңеле һәр саҡ ҡыуаныс, йыуаныс сығанағы талап итә. Нисек күңел ярһыуын баҫырға белмәй, ҡул эштәренә сума, таштарҙан биҙәүестәр яһап ҡарай. Ә бер көндө ҡул эштәре оҫталарын, шул иҫәптән Гөлсинә Фазлыеваны ла Учалыла үткән конференцияға саҡыралар....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM