НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 04.01.2018

Бисмилла көсө
Әҙәбиәт / Проза // 4-01-2018, 07:00


Бисмилла көсө
йәки иҫ киткес һылыу еңгәбеҙгә ни өсөн шайтан эйәләшкән?

“Ишегеңде асҡанда ла, ингәндә лә, һәр баҫҡан ереңдә бисмиллаңды уҡып йөрө! Бер нисә доғаны ятлап алһаң, бигерәк шәп булыр. Йөрәгең тыныс булыр, Хоҙай Тәғәлә үҙеңде ен-шайтандан аралар...”
Йортомда һәр саҡ теләп-көтөп алын­ған ҡунаҡ ошо апай-инәйҙәр. Туған да түгелдәр, ә бына ниндәйҙер күңел яҡынлығы бар. Ай һайын килеп, сутырлашып хәбәрҙәрен һөйләп, намаҙ уҡып киткәндәренән һуң күңелдә, ысынлап та, ниндәйҙер һиллек урынлаша. Һәм килгән, шылтыратып хәл белгән һайын: “Бисмиллаңды онотманыңмы?” – тигән һорау менән борсолалар. Йылдар дауамында яҡын кешемә әүерелгән тағы бер апайым-ҡурсалаусымдың һүҙҙәре иҫемә төшә: “Бисмилләһи-рахмәнир-рахим” тип әйтеп йөрөһәң, шайтандар себен ҙурлығындай булып ҡала, ти. Ошо хаҡта онотма!”
Был юлы ла хәл белешергә килеп, тормоштоң төрлө хикмәтен һөйләп ултырған инәйҙәр тағы “бисмилла” әйтеү тирәһендә һүҙ ҡуйыртты. Берәүһе: “Шайтан бисмиллаһыҙ кешенең ҡуйынында йөрөр”, – тиеүенә көлөмһөрәп ҡуйыуымды күреп, икенсеһе: “Юҡҡа йылмаяһың, ҡыҙыҡай! Беҙ – ошондай ғибрәтле хәлдәрҙе күреп-ишетеп үҫкән кешеләр”, – тип бала сағында ауылдарындағы булған ваҡиғаға әйләнеп ҡайтты....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM