НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Декабрь 2017 года » Страница 8

Өйҙән сыҡмай ғына "Йәшлек"кә яҙылығыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-12-2017, 13:29


Өйҙән сыҡмай ғына "Йәшлек"кә яҙылығыҙ!1-10 декабрҙа подписка декадаһы мәлендә гәзитебеҙгә элекке хаҡынан 10 процентҡа ташлама - 790 һум 20 тин урынына 696 һум 30 тингә яҙылырға мөмкин.
Шулай ҙа был мөмкинлек менән файҙаланырға теләүселәр аҙ тиерлек. Кемдер почтаға бара алмай, ундағы сиратта ваҡыт үткәрергә теләмәй. Ҡайһы бер урындарҙа почта бүлексәләре беҙгә ҡаршы эшләүе, атап әйткәндә льготалы гәзиткә яҙылыуҙы ҡабул итмәүе, бының турала беренсегә ишетеүҙәре тураһында ла мәғлүм булды....

"Әсә булыу күңелемә яҡын"
Новости / Мәҙәниәт // 5-12-2017, 08:30


"Әсә булыу күңелемә яҡын"
йәки Талантлы артист өсөн балалар ҡамасау түгел

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат, Стәрлетамаҡ театрҙарында уйнаған ролдәре менән тамашасылар күңелен яулаған Ләйсән КӘРИМОВА үҙенең сибәрлеге менән дә, таланты менән дә һоҡландыра. Ул – өлгөлө ғаиләлә гүзәл ҡатын да, өс балаға яратҡан әсәй ҙә. Бары тик үҙ бәхете өсөн утҡа-һыуға инер ҡатындарға ғына насип булалыр бындай уңыштар......

«Йәшлек» һеҙҙе йәшәртһен!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-12-2017, 08:00


«Йәшлек» һеҙҙе йәшәртһен!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала сәй бешерә торған сәйнүк Йылайыр районының Йылайыр ауылынан Я. АҘНАҒОЛОВҠА сыҡһа, Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Нәғимә СӘЙӘХОВА плед отто.

Нәғимә инәй, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Йәшлек»тән айырылмай икән. Йәштәр көнләш­һен, гәзитте күҙлекһеҙ уҡый, ейән- ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләй бәйләп кейҙерә, ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәкте үҙе бешерә. Һис кенә лә тик ултырырға яратмай, һәр саҡ хәрәкәттә. 87 йәшенә тиклем һыйыр һауған. Ошо шәплеген ташламаһын инәй! «Йәшлек» менән, ҡартлыҡты артҡа сигендереп, күңелеңде йәшәртеп йәшә. Беҙҙең бүләк яратҡан баҫмаңды хәтерләтеп торһон!
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу ту­раһындағы квитанцияғыҙҙың кү­сермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Баш­кортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....

Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-12-2017, 07:00


Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыуАлоэның 250-гә яҡын төрө билдәле. Нигеҙҙә, Америкала һәм Африкала үҫә. Бында улар ағас бейеклегенә, 2 – 4 метр­ға тиклем барып етә. Беҙҙә үҫкән гөлдәр иһә улай бейек булмай, әммә иҫ киткес шифалы. Был гөл тураһында төрлө легендалар йәшәй. Берәүһе буйынса, ул ожмах баҡсаһында үҫкән. Күп кенә халыҡтар уның тылсымлы көскә эйә булыуына ышана. Мәҫәлән, Африкала бәлә-ҡазанан һаҡлаһын һәм уңыш килтерһен өсөн һабағын торлаҡ ишегенә элеп ҡуялар. Мексикала, һарымһаҡ менән берлектә, улар йортто һаҡлау көсөнә генә түгел, ә матди хәлде яҡшыртыу үҙенсәлегенә лә эйә тигән ышаныу йәшәй....

Еҙнәм инең (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 4-12-2017, 12:24


Еҙнәм инең (хикәйә)
Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып, ҡыҙыл төймәгә баҫтым да, телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы тауыш бирҙе.
– Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?!...

Бөгөн башланды!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-12-2017, 11:44


Бөгөн башланды!Алдан хәбәр итеүебеҙсә, матбуғат баҫмаларына бөгөндән башлап, киләһе ун көндә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була.
1 – 10 декабрҙә “Йәшлек” гәзитенә элекке хаҡынан 10 процентҡа ташлама менән яҙылып ҡалығыҙ.

Һеҙҙе дәртләндереү өсөн төрлө конкурс та ойошторол­ған. “Аҙна һайын – бүләк!” – шул иҫәптә. Шарттары ябай ғына: үҙегеҙ теләгән республика гәзитенә (журналға) һәм район-ҡала баҫмаһына яҙылаһығыҙ ҙа, квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәрәһегеҙ. “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто “Суперприз от” конкурсын да иғлан иткәйне. Билдәле булыуынса, ундағы бер төркөм еңеүсе араһынан яртыһы – “Йәшлек”кә яҙылыусылар.
Әйткәндәй, Стәрлебаш районының Күндерәк ауылынан Вәлишә Әхмәтов ғаиләһе телевизор отҡайны. Ошо көндәр­ҙә бүләк уларға барып етте – Әхмәтовтарҙың улы Алик менән килене Әлфиә беҙҙең редакцияла булып, телевизор­ҙы алып ҡайтып китте. Был баҫмабыҙҙы яратып уҡыған дуҫтарыбыҙҙың һуңғы еңеүе булмаһын!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!...

Йондоҙнамә (4-10 декабрь)
Махсус бит // 4-12-2017, 10:52


Йондоҙнамә (4-10 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәр тормошона үҙгәрештәр индерергә тырышыр. Һәр хәлдә тәжрибәле кешеләрҙең һүҙенә таянығыҙ, улар дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер. Яҡын арала ҡайһы бер күптән борсоған һорау­ҙарға ла яуап алырһығыҙ, моғайын....

Псков янында Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан автомобиль номерын тапҡандар
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-12-2017, 10:31


Псков янында Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан автомобиль номерын тапҡандар
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр генә күрмәй,
Ир егеткәй менән ат башы...

Стәрлетамаҡ эҙләнеүселәре Псков ҡалаһы янындағы ҡаҙыныу эштәрендә ғәҙәти булмаған артефактҡа юлыҡҡан: улар ББ 13-65 автомобиль номерын тапҡан. Краевед Марат Тикеев әйтеүенсә, ул мәлдә БА, ББ һәм БВ сериялары Башҡорт АССР-нына нығытылған булған. Табылдыҡ номер беҙҙең республика биләмәһендәге "йөрөгән" 1,5 тонна йөк һыйҙырышлы "полуторка" - ГАЗ-АА автомобиленеке икәнен асыҡлағандар. Ул ГАЗ конвейерынан 1936 йылда сығарылған....

Һәр ваҡыт доғала булайыҡ
Новости / Иман // 4-12-2017, 09:00


Һәр ваҡыт доғала булайыҡ Һуңғы ваҡытта интернетта ла, былай осорашҡанда ла шундай һүҙҙәргә иғтибар итә башланым: “исламға ҡарата мөнәсәбәтем ыңғай”, “динле кешене ихтирам итәм”, “Ҡөрьәнде матур көй менән уҡыһалар, күңелемә рәхәт”, “мәсеткә инеп, хәйер бирһәм, тынысланам”, “аҙан тауышын яратам”, “әбей-бабам мулла булған, хажға барған” һ.б. Хатта мәғрифәтле, белемле, уҡымышлы ҡайһы берәүҙәр дин терминдарын ҡулланып, матур-матур шиғырҙар ҙа яҙа. Доға итеп яҙылған шиғырҙар осрай (доғаны шиғырға һалмаҫҡа ҡушҡан бәйғәмбәребеҙ). Һөй­ләшеп китһәң, был кешеләр­ҙең дини ғәмәлдәрҙе үтәмәгәне асыҡлана. Был күренешкә, үҙемсә, бер һығымта яһаным: улар­ҙың күңел төбөндә ата-бабанан бирелеп килгән ислам диненең генетик коды ята, ләкин донъя эштәрен өҫтөн күреп, үҙҙәрен уратып алғандарҙың кире ҡарашынан ҡурҡып (тәкәбберләнеп тә), бигерәк тә ғәүрәтте ҡаплап йөрөүҙән ҡурҡып, дин тоторға ашыҡмайҙар. Ниндәй генә эште яҡшы башҡарайым тиһәң, ғилем кәрәк. Дин ул телдән-телгә күсеп килгән бер төшөнсә генә түгел, бында ла уның ғилемен белеү мотлаҡ. Был турала уҡымай ғына, ныҡлап тикшеренеп төбөнә төшмәһәк , беҙ, совет осоронда һәм аҙаҡ уның шауҡымында аңы тарҡалған әҙәмдәр, тиҙ генә дингә ылығып китә алмайбыҙ. Үҙем дә шул этаптар­ҙы үткәс, был хәлде аңлайым....

Бронхиттан мандарин ярҙам итә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 3-12-2017, 16:06


Бронхиттан  мандарин  ярҙам итәМандариндың кипкән ҡабығынан бронхитҡа ҡаршы шифалы төнәтмә әҙерләргә була. Бының өсөн 20 г ҡабыҡ онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Йылы килеш көнөнә биш тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Көн һайын шифалы төнәтмәне яңынан әҙерләргә.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM