НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Декабрь 2017 года » Страница 7

«Плацебо»
Әҙәбиәт / Юмор // 9-12-2017, 07:00


«Плацебо»
Миләнең өләсәһенә быйыл етмеш өс йәш тула. Ул кеҫә телефонынан көн дә ейәнсәренә шылтырата. Теге-был ерем, башым ауырта, аяғым, ҡулым, билем һыҙлай, тип Миләгә зарланырға ярата. Көн һайын бындай шылтыратыуҙарға ҡыҙ өйрәнеп бөткән. Буласаҡ табип ул, медицина университетының беренсе курсында белем ала. Ҡарт кеше, ниндәйҙер ярҙам өмөт иткәндәй, бөгөн дә ҡан баҫымының юғары булыуын, ашҡаҙаны ауыртыуын оҙаҡ итеп һөйләне. Милә был юлы өләсәһенә байрамға ҡайтҡанда яҡшы дарыу алырға вәғәҙәләне....

ҺАБАҠ (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 9-12-2017, 07:00


ҺАБАҠ (хикәйә)
Бергәләп иртәнге сәйҙе эсеп, әле генә ҡайтып киткән күршеһе Мәликәнең йүгерекләп тағы был яҡҡа ыңғайлағанын күреп, ҡош-ҡортон ашатып йөрөгән Көнбикә аптырап ҡалды. Әллә бер-бер хәл булдымы икән?
– Ҡара йөрәк! Күр һин уны, ә! – тип һөрән һалды Мәликә ҡапҡанан инешләй үк. – Йомшаҡ күпмәмдә йоҡлай, үҙем ни ашаһам, шуны ашай, ләƒнәт!
Көнбикә аптырап ҡалды, хатта тупһаһына ултыра төштө. Ошо осор алмаш-тилмәш бер-береһенә иптәшләшеп йоҡларға йөрөшәләр, әллә уны ҡарƒаймы Мәликә? Аҙналап инде ир-ат ҡырҙа ҡуна ятып бесән саба, Көнбикәнең дә ире шунда. Ҡыҙы ҡалала уҡыу­ҙа. Ә Мәликә күптән япа-яңƒыҙы көн күрә. Ире вафат, улы Рәфистең ауылдан сығып китеп олаƒыуына ун йыллап барҙыр, ҡайҙалыƒын да белгән юҡ....

Алина ӘБҮЗӘРОВА.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 8-12-2017, 11:42


Алина ӘБҮЗӘРОВА.
1993 йылдың 10 авгусында Ғафури районының Ташаҫты ауылында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультеты магистратураһында белем алам.
Мин үҙемде донъяға ғашиҡ ҡыҙ тип һанайым. Һәр атҡан таңға ҡыуанам, йылдың һәр миҙгелен яратам. Тәбиғәт балаһымын, әле ҡалала йәшәһәм дә, тыуған ауылыма ҡайтып, йәшәргә дәрт, илһам алып киләм. Күңелем тулһа, шиғыр ҙа яҙам, тип уларҙы бер кемгә лә күрһәткәнем юҡ.
Гәзит уҡыусыларға Аллаһы Тәғәлә биргән ошондай йәмле тормоштоң һәр көнөн яратып, һәр минутын файҙалы үткәреүҙәрен, рәхмәтле булып йәшәүҙәрен теләйем!...

Дымдан һаҡлау өсөн
Рубрикалар // 8-12-2017, 09:00


Дымдан һаҡлау өсөнСумка, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы һатып алғанда иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, унда бәләкәй генә пакеттарҙа силикагель һалынған була. Ғәҙәттә, беҙ уларҙы ҡулланмағас, ташлар­ға ашығабыҙ. Көндәлек тормошта бына тигән файҙалы әйбер икән ул.
Был матдә әйберҙе дымланыуҙан, һыуланыуҙан һаҡлай. Ваҡ ғына гранулалар дымды үҙенә тартып, әйбер­ҙе киптерә. Хатта һыуланған кеҫә телефонын да киптереп алырға була. Силикагель бөртөктәре тултыртылған һауытҡа телефонды һалып ҡуйырға ғына кәрәк.
Ямғырҙа һыуланған сумкағыҙ дымланып, еҫләнеп торһа, силикагель киптерер ҙә, насар еҫен дә алыр. Серле пакеттағы был матдә спорт сумкаһындағы, кроссовкала, тирләгән футболка еҫен дә ала.
Фототехниканың линзалары ла дымлы һауала тирләй. Бының өсөн фотоаппараттың чехолына силикагель пакетын һалып тороғоҙ.
Яҙғыһын йәшелсә-емеш сәскәндә орлоҡтарығыҙ артып ҡалһа, дымланып ятмаһын өсөн уны силикагель пакеттары араһына һалығыҙ.
Гербарий өсөн сәскә киптереп алырға теләһәгеҙ, ҡағыҙға сәскә менән силикагель пакеттарын төрөп һалырға кәрәк....

Мәрхүмдәргә хөрмәт – саҙаҡа биреп, доға уҡыу
Новости / Иман // 8-12-2017, 07:30


Мәрхүмдәргә  хөрмәт – саҙаҡа биреп, доға уҡыуЙыл һайын йәйгеһен тыуған яҡтарға ҡайтҡанда ауылым зыяратына инеп, яҡындарымдың ҡәберҙәрен таҙартып, рәшәткәләрен буяп китәм. Емерелеп бөткән, яҙыуҙары уңған, ағас баҫҡан ҡәберҙәр бар. Урыҫ зыяраттарында таҙа, ҡәберҙәр тәртиптә. Ислам динендә ҡәберҙәргә зыярат ҡылыу хупланмай­ҙыр ҙа, бәлки. Ләкин емерек ҡәберҙәр йәмһеҙ күренеш бит. Беҙҙә, аят уҡыт­һаҡ, мәрхүмдең рухын шатландырып, иҫкә алыу шул булыр, тиҙәр. Хәҙер ҡайһы бер муллалар, табын йыйып, аят уҡытып ултырмағыҙ, тип тә әйтә. Кемдәргә ышанырға инде?
Г. КӘРИМОВА.
Сорғот ҡалаһы.
...

Ике ярты – бер бөтөн (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 7-12-2017, 07:30


Ике ярты – бер бөтөн (хикәйә)
Алтын туйҙары биш ай элек булырға тейеш ине. Үткәрттермәй торҙо.
– Уттай ҡыҙыу эш мәле, туй ҡайғыһы юҡ. Ҡасып бармай әле. Бесәнде бөтөгөҙ, ташып алығыҙ. Шунан – картуф, ҡош-ҡорт, шунан – һуғым. Эштән күп нәмә юҡ. Үткәрербеҙ әле ҡышҡыһын, – кәңәшкә тип йыйылған балаларына шулай тине Мәрүәрә. Уның был һүҙҙәрен дөрөҫләп, ире Ғүмәр:
– Дөрөҫ әйтә. Эйе, шулай, – тип баш ҡағып ҡына ултыр­ҙы. Ул, ғөмүмән, аҡыллы ҡатынының һүҙенән сыҡмай.
– Закун һинең яҡта инде, – тип көлә лә ҡуя....

Тирене нисек һаҡларға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-12-2017, 07:00


Тирене нисек һаҡларға?
Миңә 52 йәш. Кәүҙә һомғоллоғон күнегеүҙәр ярҙамында һаҡлап киләм. Әммә биттең тиреһенә ҡарағанда, йәшемде йәшереп булмай. Нисек итеп тиренең ҡартайыуын тотҡарларға? Кәңәштәрегеҙҙе ихлас ҡабул итер инем.
Сәриә.
Салауат ҡалаһы.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 6-12-2017, 11:59


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.12.2017)
Йыуынғыс эргәһендә бер ир зарлана:
– Яңы ҡырынғыс бик хөрт булып сыҡты – ниңәлер бер ҙә алмай.
Ҡатыны:
– Бәй-бәй, кисә һыйыр тышауын бик һәйбәт ҡырҡҡайны…...

Бала һәр саҡ ғәзиз...
Әҙәбиәт / Проза // 6-12-2017, 08:00


Бала һәр саҡ ғәзиз...
йәки Әсә ҡәҙерен беләбеҙме?

...Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныйым...

(“Әсәйемә”, Ғ. Ҡайырбәков).

Ошо арала үҙәк телеканалдарҙың береһендә 98 йәшлек ҡарсыҡтың, үҙ фатирын ҡалдырып, ҡарттар йортона күсеп сығыуы хаҡындағы тапшырыуҙы ҡараным. Йөҙгә етеп барған яңғыҙ әбейгә, әлбиттә, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү ауыр, шуға күрә лә хөкүмәт ҡарамағына күсергә ҡарар иткәндер, тип уйлағайным (һәр кемдең шулай уйлауы – тәбиғи). Ышанаһығыҙмы, мин хаталанғанмын! Әбейебеҙ был ҡарттар йортондағы үҙенең... 80 йәшлек ғәзиз улын ҡарау ниәте менән күскән икән!...

Алмашайыҡ!
Медиа // 6-12-2017, 06:30


Алмашайыҡ!
2005 йыл. Канада. Кайл Макдональд исемле егет ҡуртымға алынған фатир­ҙа йәшәй һәм үҙ өйө тураһында хыяллана. Бындай уйланыуҙар уны ҡыйыу аҙымға этәрә: Кайл бәләкәй әйберҙәрҙе – ҙурға, арзандарын ҡиммәтерәккә алмаштыра башлай. Ҡыҙыл ҡағыҙ ҡаптырғысты ул ручкаға алмаштыра, уны – ишек тотҡаһына, ишек тотҡаһын – газ мейесенә......


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM