НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Декабрь 2017 года » Страница 3

“Бөрйәндә йәш ғаиләләр артыуына ҡыуанабыҙ”, –
Махсус бит // 22-12-2017, 13:42


“Бөрйәндә йәш ғаиләләр  артыуына ҡыуанабыҙ”, –
ти район загс бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Дауытова

Күптәр, ЗАГС бүлеген туй тантаналары менән генә шөғөлләнгән хеҙмәт тип уйлап, төптө хаталана. Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге кеше яҙмышының иң мөһим ваҡиғалары менән бәйле. Йәғни кешенең тыуғандан алып үлеменә тиклем тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғаны документлаштырыуға кәрәк булған мөһим этаптарҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта был һөнәр эйәләренә уҡытыусы ла, психолог та, юрист та, артист та, хатта табип та булырға тура килә.
Бөрйән районының ЗАГС бүлегендә тәжрибәле, үрҙә телгә алын­ған сифаттарға эйә булған үҙ эшенең оҫталары эшләй. 2009 йылда белгес булып эш башлаған Гөлсәсәк Дауытова 2012 йылдан етәксе вазифаһын башҡара. Бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлдәр Уразаева ла – был өлкәлә ун йылдан ашыу тәжрибә туплаған, эшенең бөтә нескәлектәрен төптән аңлаған хеҙмәткәр. Район ЗАГС-ын төрлө йылдарҙа Сабира Бикбулатова, Хөснизата Бикмөхәмәтова, Фатима Ғәйнуллина, Флүзә Хөсәйенова, Гүзәл Абдуллина етәкләгән....

Пассажир кәзә
Әҙәбиәт / Юмор // 21-12-2017, 14:00


Автобус туҡталышында кәзәһен етәкләгән бер әбей тора ине. Ауылдаштары ҡайҙа юл тотоуы менән ҡыҙыҡһынғас, район үҙәгендә йәшәгән һеңлемә барырға сығыуым, тип аңлатты.
– Һеңлем менән алыш-биреш итергә булдыҡ, мин уға – кәзә, ә ул былтыр ғына һатып алған электр сепаратын бирә. Тыуған көнөнә тағы бер сепарат бүләк иткәндәр икән, быныһын миңә бүләк итәм, ти. Мәйтәм, буш алмайым, бестерелгән кәзә тәкәһенә алмаштырам.
Пассажир кәзәАвтобус килеп туҡтаны. Водитель кәзәне салонға индереүҙән баш тартты. Әбейҙең үтенеп һорауына, халыҡтың уны яҡлашыуына ир түҙмәне: әйҙә, тик кәзәң иҙәнде бысратһа, үҙеңә йыйыштырырға тура киләсәк, тигән шарт ҡуйҙы. Ҡарсыҡ етеҙ генә урынлашты, ә кәзәһен яйлы ғына итеп эскәмйә аҫтына индереп ебәрҙе.
Киләһе туҡталыш ял йорттары биләмәһендә – ҡулдары тотош татуировкалы ике урыҫ инеп ултырҙы, төҙөүселәр, күрәһең. Береһе шунда уҡ ҡуйынынан араҡы һәм пластик һауыттар сығара башланы. Стакан иҙәнгә төшөп киткәс, икенсеһе уның артынан эйелде. «Эскәмйә аҫтынан шайтан ҡарап тора!» – был пассажир дуҫына иғтибар ҙа итмәй, йәшелле-күкле тауыштар менән ишеккә ташланды. Тик кемдеңдер сумкаһына абынып, йөҙтүбән һуҙылып ятты. Дуҫы бының өйәнәге тотто тип уйланы, ахырыһы, водителгә: «Поехали в больницу, друган «белку» поймал!» – тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ әбей тыныс ҡына:
– Это жы бырастуй козел, не кричи, сынук, – тип һүҙ башланы.
– Кто козел, мой друг – козел?.. – урыҫтың йөҙө салшайып китте, әбей уның ҡолап ятҡан дуҫын мыҫҡыл итә тип уйланы, күрәһең.
Шул саҡ водитель ҡысҡырышҡан тауышҡа ҡапыл тормозға баҫты, әбейгә йоҙроҡтарын төйнәп килгән ир иптәше артынан иҙәнгә ауҙы. Шофер ҡыйыу ир булып сыҡты, иҫеректәрҙе елкәһенән һөйрәп юл буйына сығарып ташланы. «Хайуандарҙы автобусҡа индерергә ярамай, тип әйттем бит һеҙгә!» – тип газға баҫты ул.
– Эйе шул, ярамай! Хайуан хәленә төшкәнсе эскән бынау кафырҙар. Минең кәзәм хәтле лә була алмайҙар, ана, нисек тыныс ҡына ята, – тип ҡуйҙы әбей, еңел һулап.
...

Онотмағыҙ - 21 декабрь, БСТ, киске сәғәт 9, "Бирешмә!"
Яңылыҡтар таҫмаһы // 21-12-2017, 10:17


Онотмағыҙ - 21 декабрь, БСТ, киске сәғәт 9, "Бирешмә!"Бөгөн, 21 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Бирешмә!» үçмерҙəр өсөн беренсе башҡорт сериалы күрһәтелә башлай.
...

Юҡ-барға ҡыҙам да китәм...
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-12-2017, 08:00


Юҡ-барға ҡыҙам да китәм...
Кешеләр менән уртаҡ тел табыуы, аралашыуы ауыр. Сәбәбе: юҡ-барға тиҙ генә үпкәләп, асыуланып барам, үҙемде тупаҫ тотам. Мәҫәлән, аяғыма яңылыш баҫһалар ҙа, урынһыҙыраҡ шаяртһалар ҙа, ҡыҙам да китәм. Ситтән ҡарағанда, был бик йәмһеҙ күренәлер. Ләкин үҙемде контролдә тота алмайым. Нисек итеп ошо хәлдән ҡото­лорға?
Л. ФАЗЫЛОВА.
Өфө ҡалаһы.
...

«Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй
Медиа // 20-12-2017, 08:00


«Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй
2000 йылда «Юлдаш» йыр-моң каналында «Тамыр» студияһына аҙнаһына бер тапҡыр тура эфирҙа эшләү мөмкинлеге бирелгәс, мөхәррир апай-ағайҙар тәүге тапҡыр балалар менән бергәләп тура эфирға сыға башланы. Был ул саҡта беҙҙең өсөн ҙур яңылыҡ булып торһа, хәҙер инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Әлеге ваҡытта радиолағы ете тапшырыуҙың өсәүһе тура эфирҙа сыға....

Баймаҡ инәйҙәре “Йәшлек”кә яҙылып, бүләк ота
Яңылыҡтар таҫмаһы // 20-12-2017, 07:00


Баймаҡ инәйҙәре “Йәшлек”кә яҙылып, бүләк отаБаймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Әминә Сәлимгәрәй ҡыҙы Байегетова менән Казанка ауылынан Клара Абрар ҡыҙы Сөләймәнова – “Йәшлек”тең тоғро дуҫтары. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, гәзиткә йыл һайын яҙылып, бер һанын ҡалдырмай уҡып баралар. “Йәштәр баҫмаһын “Ленинсы” сағынан уҡ алдырам. Яҙылмай ҡалғаным юҡ. Бик яратып уҡыйым”, – ти 80-де уҙған Әминә инәй. Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең бүләгенә лә тәүге тапҡыр ғына лайыҡ булмай ул. Бер нисә йыл элек уҡыусыларыбыҙ араһында ойошторолған конкурста “Йәшлек” логотибы төшөрөлгән футболка тап уның өлөшөнә тейгән.
С. АМАНТАЕВА.
...

Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Объявления / Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы // 19-12-2017, 09:58


Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!“Йәшлек” гәзите Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурсты асыҡ тип иғлан итә!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурс дүртенсегә үткәрелә....

Өй хәлүәһе
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 19-12-2017, 08:00


Өй хәлүәһе
4 стакан әрселгән көнбағыш, 3 cтакан он, 2 стакан шәкәр,1 стакан көнбағыш майы, ярты стакан һөт.
Көнбағышты ҡыҙҙырып, ике тапҡыр ит турағыс аша үткәрергә кәрәк. Шунан ҡыҙҙырылған он, шәкәр, көнбағыш майы, һөт һалып, бөтәһен бергә ҡушып бутағыҙ. Әҙер хәлүәне һыуытҡысҡа ҡуйып ҡатырығыҙ....

Бүләктәр яратҡан баҫмағыҙҙы хәтерләтеп торһон!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-12-2017, 07:00


Бүләктәр яратҡан баҫмағыҙҙы хәтерләтеп торһон!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала салат һауыттары йыйылмаһын Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Фәрит ӘҘЕҺӘМОВ менән Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Рим ХИСАМЕТДИНОВ отто.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM