НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 26.12.2017

Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-12-2017, 14:48


Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!Бөгөн баш ҡалала легендар артистар, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙар Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаева ордендар менән бүләкләнде.
БР Башлығы Рөстәм Хәмитов Нурия Исхаҡ ҡыҙына Халыҡтар дуҫлығы орденын, Фидан Сафа улына - Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Яратҡан артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!...

Поезд үтеп китеп бара, буғай...
Новости / Спорт // 26-12-2017, 11:03


Поезд үтеп китеп бара, буғай...
«Салауат Юлаев» командаһы инде батып барған еренән ҡалҡып сыҡтымы тиһәк, юҡ инде, ҡабаттан төшә башланы.
Шул уҡ хәл… Алға китеш бөтөнләй тойолмай. Составта булған бер легионер звеноға ғына өмөт итеп, киләсәккә ышаныс юҡ. Улар һөҙөмтәгә өлгәшмәһә, ҡалғандар бер ни ҡыла алмай. Команданы көсәйтеү йәһәтенән алынған ни Бурдасов, ни башҡалар уйын ваҡытын ғына уҙғарып, бушты-бушҡа ауҙара һымаҡ. Төп ҡапҡасыға әйләнгән Канада һаҡсыһы Скривенс та, бер ҡараһаң, оҫта тора, бер ҡараһаң, урам малайын хәтерләтә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай команда менән плей-оффта уйнамау хәйерлерәк. Тик бына меңәрләгән көйәрмәнде нисек итеп йыуатырға?.. Улар бит, команда тип, океан аръяғына ла барырға әҙер. Әллә, команда етәкселеге нимә уйлайҙыр, ә поезд уҙып китеп бара, буғай.
Әлегә улар ситтәге буласаҡ ун осрашыуҙың икеһен «ике»гә уҙғарҙы. Тағы бер-ике еңелеү һәм «хуш, ауылым» буласаҡ… Бөгөнгә «Салауат Юлаев» хоккейсылары иҫәбендә – 61 мәрәй һәм һигеҙенсе урын. Уларҙан аҫта килгән «Себер» менән «Амур»ға өфөләрҙе үтеп китер өсөн бары дүрт мәрәй кәрәк....

Яңы йылға бүләкле булдылар
Яңылыҡтар таҫмаһы // 26-12-2017, 08:00


Яңы йылға бүләкле булдылар
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала бүләктәрҙе мул итеп өләшергә булдыҡ. Лото уйынында Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан Нәфисә ҠЫУАНДЫҠОВА, Баймаҡ районының Бикеш ауылынан С. ИШМЫРҘИНА, Илеш районынан И. ХӘМИТОВА – салат һауыттары, Бөрйән районының Тимер ауылынан Фирүзә ТИМЕРОВА – фарфор сәйнүк, Күгәрсен районының Исем ауылынан Земфира СОЛТАНГӘРӘЕВА – сәғәт, Белорет районының Сермән ауылынан С. СИРАЖЕТДИНОВ, Баймаҡ районының Билал ауылынан Данил АБДУЛЛИН – плед, Әбйәлил районының Ишҡол мәктәбе уҡыусыһы Азамат ҠАҘЫРОВ термос отто.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Башкор­тостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....

“Йәшлек” менән ҡартлыҡ сигендә
Махсус бит / Письма // 26-12-2017, 08:00


“Йәшлек” менән ҡартлыҡ сигендәОло йәштә булһаҡ та, “Йәшлек” гәзитен яратып уҡыйбыҙ. Ҡатыным Зифа Айытбай ҡыҙы Илдар Ғәбитовтың кроссвордтарын көтөп ала. Беҙгә бигерәк тә “Тормош һабаҡтары”, “Сәйәсәт”, “Хәтер”, “Сәләмәтлек” рубрикалары оҡшай.
Матбуғат менән мәктәп йылдарынан дуҫмын. Сермән урта мәктәбендә уҡығанда “Йәш хәбәрселәр” түңәрәгендә Сафуан Әлибаев, Тайфур Сәғитов менән бергә булдым. 1951 – 1952 йылдар­ҙан “Ленинсы” гәзитен алдырып киләм. Шуныһы иҫемдә: йәш хәбәрселәргә ниндәй темаға мәҡәләләр яҙырға исемлек бирелә торғайны. 10-сы синыфты тамамлағас, әсәй-атайым оло булыу сәбәпле, ауылда тороп ҡалдым. Төрлө урында эшләгәс, 1982 – 1999 йылдарҙа ауыл советы рәйесе, аҙаҡтан хакимиәт башлығы булып эшләнем. Ике тапҡыр V – VI Республика ауыл хәбәрселәре съезында ҡатнаштым. Шул ваҡытта республикабыҙҙың юғары наградаһы – Почет грамотаһы менән бүләкләндем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ветерандар ойошмаһын етәкләнем. Әле лә уға ярҙам итәм.
Бөгөн райондың “Урал” гәзитенең иң оло хәбәрсеһемен. Китапхана хеҙмәткәрҙәре менән яҙыусыларҙың юбилейҙарын мәктәп уҡыусылары менән берлектә үткәреп торабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, шағир Әхмәҙин Әфтәхтең юбилейы айҡанлы кисә үткәр­ҙек.
Ғаилә хәленә килгәндә, хәләлем менән бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл тулды. Тормош иптәшем мәктәп китапханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. “Хәтирә” фольклор ансамбле ағзаһы. Парижға барып, Эйфель башняһын күреп ҡайтты. Яҡшылыҡҡа шатланабыҙ, эскелеккә, эш юҡ, тиеүселәргә зарланабыҙ. Донъялар имен торһон!
“Йәшлек”тең тиражы 10 меңгә етеүен теләп ҡалам.

Солтан СИРАЖЕТДИНОВ.
Белорет районы,
Сермән ауылы....

Ханума
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 26-12-2017, 07:00


Ханума
Картуф, кишер, һуған, ит иҙмәһе, көнбағыш майы, тоҙ, һары май.
Тоҙ, һыу, ике йомортҡа, он ҡушып, ҡамыр баҫырға ла, туҡмас ҡамыры кеүек йәйергә. Кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырығыҙ. Фаршҡа ҡыҙҙырылған кишер, һуған, тоҙ, борос, лавр япрағы ҡушығыҙ. Йәймәне һары май менән майлағыҙ ҙа, эслекте һалып төрөгөҙ. Һурпаһы ағып сыҡмаһын өсөн ситтәрен тоташтырығыҙ.
Ханума манты кәстрүлендә бешерелә. Бешкәс, тәгәрмәсләп ҡырҡыла, майонез йәки ҡаймаҡ менән табынға бирелә....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM