НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 12.12.2017

Ҡаҡланған ҡаҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 12-12-2017, 12:54


Ҡаҡланған ҡаҙХәҙер һәр өйҙә туңдырғыстар булғас ҡаҙ ҡаҡлау онотолған. Ә элек, бала саҡта ҡаҙ ите ашау оло байрам була торғайны. Әскелтем генә, хуш еҫле ҡош итенең тәме һаман да тел осомда тора кеүек. Быйыл ауылдан күстәнәскә ҡаҙ "осоп" килеү менән ҡала шарттарында булһа ла уны ҡаҡлап ҡарарға булдым. Интернет селтәренән рецеп эҙләп тапҡайным, һеҙҙең менән дә бүлешәм әле. Яп-ябай, әммә оҙаҡ ҡына көтөргә кәрәк.
Әҙер ҡаҙҙы тағы ла бер таҙа итеп йыуып киптереп алабыҙ. Уны эсле-тышлы тоҙ менән ныҡлап ыуырға ла, сөм һауытҡа һалып тулыһынса тоҙ менән күмергә (яҡынса 1-1,5 кг тоҙ кәрәк). Бер ай самаһы ултырғас уны тоҙонан таҙарттым. Йыуырға ярамай, ҡоро сепрәк менән генә һөртөргә.
Тоҙҙан алғас ҡаҙҙы тағы ла берәр ай еләҫ урынға (болконға) элеп торорға кәрәк. Артыҡ майы ла ағып бөтәсәк.
Ауыл ерендә кемдең мөмкинлеге бар муйыл ағасын яғып ыҫлап та алырға була....

Бүләктәр – өлөшлөләргә!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 12-12-2017, 07:00


Бүләктәр – өлөшлөләргә!
«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала салат һауыттарын Әбйәлил райо­нының Хәлил ауылынан Ғәлиә ҒӘЛИМОВА отһа, Салауат районының Мөрсәлим ауылынан Кәримә МӘЗИТОВАҒА сынаяҡтар йыйылмаһы эләкте.
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балалары­ғыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу тура­һындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен тиҙерәк ебәрергә ашы­ғығыҙ. Ә инде «Республика Баш­кортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....

Беҙҙең милли йолалар
Медиа // 12-12-2017, 07:00


Беҙҙең милли йолалар
Ҡошто – оя, илде йола тотоп тора, тигән телсе-ғалим, шағир Рәшит Шәкүр. Халҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Заманалар үҙгәр­һә лә, күркәм йолаларыбыҙҙың юғалмауы – шатлыҡлы күренеш. Бөгөн уларға ҡарата иғтибар артыуын күҙәтәбеҙ. Һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан төбәктәр ҙә күп. “Юлдаш” радиоһы тыңлаусыларына “Беҙҙең милли йолалар” тип аталған махсус сығарылыш тәҡдим итә. Тәүге тапшырыуҙар көҙ һуңына, ҡыш башына тура килгән йолаларға бағышланды. Һуғым ашы, ҡаҙ өмәһе, һалдат оҙатыу йолалары иғтибар үҙәгенә алынды.
Артабанғы сығарылыштарҙа ла миҙгел йолалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, тормош-көнкүреш, туй, бала ты­уыуға бәйле йолалар тураһында һөйләп, халҡыбыҙҙа онотола барған йолаларҙы ла телгә “Йолала­рыбыҙ – алтын ҡомарт­ҡы. Онотмайыҡ! Онотторма­йыҡ!” “Юлдаш” радиоһы журналистары ошондай девиз менән эшләй. Сығарылышты көн һайын көндөҙгө сәғәт 1 тула 13 минуттан һәм киске сәғәт 9 тула 13 минуттан тыңлағыҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Әрем – бик көслө дауа



  • Радио Юлдаш FM