НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 11.12.2017

Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-12-2017, 10:37


Телевизор ҙа, планшет та – баймаҡтарҙа!Даланлы кешеләр була бит донъяла! Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Фирғәт Фәтхулла улы Сирбаевҡа елле генә телевизор һәм юлдаш антеннаһын тапшырғанда, нәҡ шулай тип уйланым. Сыңғыҙ ауылының абруйлы ир уҙаманының башҡорт телендәге баҫмаларға һөйөүе уны ошондай уңышҡа килтерҙе лә инде. Фирғәт Фәтхулла улы район гәзите “Һаҡмар” һәм “Йәшлек” гәзитенә иң тәүгеләрҙән булып яҙыла һәм квитанциялары күсермәһен “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто үткәргән конкурс­ҡа ебәрә. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәй – Сирбаевтар ғаиләһенә иң ҡиммәтле бүләк насип була.
– Үҙебеҙҙең саф башҡорт телендә сыҡҡан “Һаҡмар” менән “Йәшлек”тең килгәнен көтәүелләп кенә торабыҙ. Бик яратып уҡыйбыҙ. Ике гәзит тә бик шәп сыға, журналистарға ҙур рәхмәт, – тине Фирғәт Фәтхулла улы, ҡыуанысы менән уртаҡлашып.
Ошо уҡ уйында Татлыбай ауылынан Таңһылыу Мөхәмәтйән ҡыҙы Сибаева планшет отто. Ул да – “Һаҡмар” менән “Йәшлек”тең тоғро дуҫы. “Яратҡан гәзиттәремдең бүләге итеп ҡабул иттем планшетты. Рәхәтләнеп “Һаҡмар” менән “Йәшлек”те лә уҡы, етмәһә, бүләкле лә бул! Бына ул ҡайҙа шатлыҡ!” – тине ул, йылмайып.
Дуҫтар, матбуғатты яратһағыҙ, һеҙ ҙә бүләк оторһоғоҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
...

Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Новости / Спорт // 11-12-2017, 10:31


Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Дә-ә, шул хәлгә лә барып еттек… Ҙур, бай держава әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалды.
Беҙҙең спортсылар оҙаҡламай Көньяҡ Кореяла башланасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында ғына сығыш яһарға рөхсәт алды. Унда ла Халыҡ-ара Олимпия комитеты ҡарары буйынса ғына Рәсәйҙең һайланма спортсыларының ҡатнашыуы көтөлә. Әйтәйек, элек допинг ҡулланып, дисквалификация үткәндәргә ишек ябыҡ. Мәҫәлән, конькиҙа йүгереүсе Денис Юсков, Павел Кулижников һәм биатлонсы Александр Логинов менән Ирина Старых уйындар тураһында хыялланмаһа ла була. Шул уҡ ҡарар Сочи уйындары еңеүселәренә лә ҡағыла. Спортсылар йәл… Ғүмер буйы тырыш-тырыш та, кемдер арҡаһында хыялың юҡҡа сыҡһын әле. Көнбайыш илдәре беҙҙе был йәһәттән дә һындырырға булды һәм маҡсатына иреште. Әлбиттә, күп билдәле сит ил спортсыһы беҙҙе ҡурсалап маташ­һа ла, уйы менән барыбер беҙҙең ҡатнашыуға ҡаршы ине. Нишләйһең, киләсәккә Рәсәй өсөн был бик ҙур дәрес булды. Ул ғына ла түгел, Рәсәй Олимпия комитеты, уның башлығы Александр Жуков менән, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзалығынан ваҡытлыса алынды. Ә инде вице-премьер Виталий Мутконы бөтөнләй ғүмерлеккә уйындарҙан ситләттеләр.
...

Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Махсус бит // 11-12-2017, 10:27


Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡыйынлыҡтар һиҙелерлек артыр кеүек. Төрлө сәбәп арҡаһында ҡайһы бер эштәрегеҙҙең туҡтап тороуы ла ихтимал. Оло йәштәге кешеләр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолоп китеүе лә мөмкин. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ һәйбәтләнә башлар.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.12.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 11-12-2017, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (8.12.2017)
Бер ир этен һата. Һатып алыусы:
– Этегеҙ аҡыллымы?
– Бик тә аҡыллы!
– Тоғромо хужаһына?
– Нисек әле! Бишенсегә һатам инде…
* * *...

«Тәмәкене юҡҡа ташланыммы?»
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 11-12-2017, 06:30


«Тәмәкене юҡҡа ташланыммы?»
Оҙаҡ йылдар хроник бронхит менән ыҙаланам. Һуңғы ваҡытта көслө йүтәл, тын етмәү йонсотто. Табип, тартыуҙы ташларға кәрәк, тигәс, ике аҙна инде тәмәкене ауыҙыма алғаным юҡ. Әммә хәлем яҡшырмай, киреһенсә, насарая ғына кеүек. Ҡаҡырыҡ сыҡмай, тын алыуы ауыр. Бәлки, тәмәке тартыуҙы ташларға кәрәкмәгәндер?
Сәлим.
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM