НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 09.12.2017

«Плацебо»
Әҙәбиәт / Юмор // 9-12-2017, 07:00


«Плацебо»
Миләнең өләсәһенә быйыл етмеш өс йәш тула. Ул кеҫә телефонынан көн дә ейәнсәренә шылтырата. Теге-был ерем, башым ауырта, аяғым, ҡулым, билем һыҙлай, тип Миләгә зарланырға ярата. Көн һайын бындай шылтыратыуҙарға ҡыҙ өйрәнеп бөткән. Буласаҡ табип ул, медицина университетының беренсе курсында белем ала. Ҡарт кеше, ниндәйҙер ярҙам өмөт иткәндәй, бөгөн дә ҡан баҫымының юғары булыуын, ашҡаҙаны ауыртыуын оҙаҡ итеп һөйләне. Милә был юлы өләсәһенә байрамға ҡайтҡанда яҡшы дарыу алырға вәғәҙәләне....

ҺАБАҠ (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 9-12-2017, 07:00


ҺАБАҠ (хикәйә)
Бергәләп иртәнге сәйҙе эсеп, әле генә ҡайтып киткән күршеһе Мәликәнең йүгерекләп тағы был яҡҡа ыңғайлағанын күреп, ҡош-ҡортон ашатып йөрөгән Көнбикә аптырап ҡалды. Әллә бер-бер хәл булдымы икән?
– Ҡара йөрәк! Күр һин уны, ә! – тип һөрән һалды Мәликә ҡапҡанан инешләй үк. – Йомшаҡ күпмәмдә йоҡлай, үҙем ни ашаһам, шуны ашай, ләƒнәт!
Көнбикә аптырап ҡалды, хатта тупһаһына ултыра төштө. Ошо осор алмаш-тилмәш бер-береһенә иптәшләшеп йоҡларға йөрөшәләр, әллә уны ҡарƒаймы Мәликә? Аҙналап инде ир-ат ҡырҙа ҡуна ятып бесән саба, Көнбикәнең дә ире шунда. Ҡыҙы ҡалала уҡыу­ҙа. Ә Мәликә күптән япа-яңƒыҙы көн күрә. Ире вафат, улы Рәфистең ауылдан сығып китеп олаƒыуына ун йыллап барҙыр, ҡайҙалыƒын да белгән юҡ....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM