НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 05.12.2017

Өйҙән сыҡмай ғына "Йәшлек"кә яҙылығыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-12-2017, 13:29


Өйҙән сыҡмай ғына "Йәшлек"кә яҙылығыҙ!1-10 декабрҙа подписка декадаһы мәлендә гәзитебеҙгә элекке хаҡынан 10 процентҡа ташлама - 790 һум 20 тин урынына 696 һум 30 тингә яҙылырға мөмкин.
Шулай ҙа был мөмкинлек менән файҙаланырға теләүселәр аҙ тиерлек. Кемдер почтаға бара алмай, ундағы сиратта ваҡыт үткәрергә теләмәй. Ҡайһы бер урындарҙа почта бүлексәләре беҙгә ҡаршы эшләүе, атап әйткәндә льготалы гәзиткә яҙылыуҙы ҡабул итмәүе, бының турала беренсегә ишетеүҙәре тураһында ла мәғлүм булды....

"Әсә булыу күңелемә яҡын"
Новости / Мәҙәниәт // 5-12-2017, 08:30


"Әсә булыу күңелемә яҡын"
йәки Талантлы артист өсөн балалар ҡамасау түгел

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат, Стәрлетамаҡ театрҙарында уйнаған ролдәре менән тамашасылар күңелен яулаған Ләйсән КӘРИМОВА үҙенең сибәрлеге менән дә, таланты менән дә һоҡландыра. Ул – өлгөлө ғаиләлә гүзәл ҡатын да, өс балаға яратҡан әсәй ҙә. Бары тик үҙ бәхете өсөн утҡа-һыуға инер ҡатындарға ғына насип булалыр бындай уңыштар......

«Йәшлек» һеҙҙе йәшәртһен!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-12-2017, 08:00


«Йәшлек» һеҙҙе йәшәртһен!«Аҙна һайын – бүләк!» конкурсында был аҙнала сәй бешерә торған сәйнүк Йылайыр районының Йылайыр ауылынан Я. АҘНАҒОЛОВҠА сыҡһа, Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан Нәғимә СӘЙӘХОВА плед отто.

Нәғимә инәй, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Йәшлек»тән айырылмай икән. Йәштәр көнләш­һен, гәзитте күҙлекһеҙ уҡый, ейән- ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләй бәйләп кейҙерә, ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәкте үҙе бешерә. Һис кенә лә тик ултырырға яратмай, һәр саҡ хәрәкәттә. 87 йәшенә тиклем һыйыр һауған. Ошо шәплеген ташламаһын инәй! «Йәшлек» менән, ҡартлыҡты артҡа сигендереп, күңелеңде йәшәртеп йәшә. Беҙҙең бүләк яратҡан баҫмаңды хәтерләтеп торһон!
Еңеүселәргә призды алыу өсөн паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк. Үҙегеҙ килеп ала алмаған осраҡта, редакцияға балаларығыҙҙы йәки таныштарығыҙҙы ебәрергә мөмкин.
Бәйге декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Гәзиткә яҙылыу ту­раһындағы квитанцияғыҙҙың кү­сермәһен тиҙерәк ебәрергә ашығығыҙ. Ә инде «Республика Баш­кортостан» дәүләт унитар предприятиеһы уйнатҡан ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булғығыҙ килһә, «Йәшлек» менән район гәзитенә яҙылған квитанцияғыҙҙың да күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ....

Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-12-2017, 07:00


Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыуАлоэның 250-гә яҡын төрө билдәле. Нигеҙҙә, Америкала һәм Африкала үҫә. Бында улар ағас бейеклегенә, 2 – 4 метр­ға тиклем барып етә. Беҙҙә үҫкән гөлдәр иһә улай бейек булмай, әммә иҫ киткес шифалы. Был гөл тураһында төрлө легендалар йәшәй. Берәүһе буйынса, ул ожмах баҡсаһында үҫкән. Күп кенә халыҡтар уның тылсымлы көскә эйә булыуына ышана. Мәҫәлән, Африкала бәлә-ҡазанан һаҡлаһын һәм уңыш килтерһен өсөн һабағын торлаҡ ишегенә элеп ҡуялар. Мексикала, һарымһаҡ менән берлектә, улар йортто һаҡлау көсөнә генә түгел, ә матди хәлде яҡшыртыу үҙенсәлегенә лә эйә тигән ышаныу йәшәй....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM