НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 23.11.2017

Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-11-2017, 16:52


Өфөлә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙыБөгөн баш ҡаланың Телеүҙәгендә «Рәсәй Башҡортостан радиоһы»ның 90 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙҙы.
1927 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә: майҙандарҙа, клубтарҙа һәм китапханаларҙа репродукторҙарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә «Алло-алло! Өфө һөйләй!» тигән һүҙҙәр яңғырай. Шул ваҡыттан алып Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар эфирға сыға башлай.
Әле республиканың төп радиоһы оператив, демократик киң мәғлүмәт сараһы булараҡ йәмәғәт тормошонда лайыҡлы урын биләй. «Рәсәй Башҡортостан радиоһы» редакцияһында 27 хеҙмәткәр эшләй. Алып барыусылар, хәбәрселәр, мөхәррирҙәр һәм тауыш режиссерҙары тыңлаусыларҙы төбәктәге һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра, 30-ға яҡын радиопроект эфирға сыға....

“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 23-11-2017, 08:00


“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Ҡырҡ йәштәрҙәге ир бер нөктәгә төбәлеп тик ултырҙы. Суд барышына әллә ни иғтибар ҙа итмәне шикелле. Хәйер, уның күҙ алдынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар, ябай ауыл өйөндәге тетрәндергес мәлдәр үтте лә үтте...
Рауил, быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай, кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы түҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала ҡоймаға терәлеп ял иткәндән һуң эшен дауам итте. Инеп кенә йығылыр ине, әсәһе йәл. Сөнки бар эш уның өҫтөнә өйөләсәк. Яратҡан Ҡуңыр буғаһы ла малайҙың хәлен аңлап, йыуатыр­ға маташҡандай, уның битен ялап-ялап алды. Бар тәне ҡалтыраған малай диванға килеп ауҙы. Эшенә ҡабаланып йөрөгән әсәһе, маңлайын тотоп ҡарап: “Ут һымаҡһың бит! Мин ҡайтҡансы ятып ҡына тор инде”, – тип сығып китте.
Күпмелер ваҡыттан һуң атаһының иҫерек тауышы ишетелде. Ул яңғыҙы түгел ине. “Һин бында нимәңде ҡарап ятаһың?” – тип улын дивандан алып та ырғытты. Уға эйәреп ингән әшнәһе, малайҙың ауырығанын һиҙеп, ниҙер әйтергә маташты. Тик ата кеше: “Миңә тимәһә ҡырылып бөтмәгәндәрме шунда!” – тип ҡул ғына һелтәне....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM