НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Октябрь 2017 года » Страница 9

Октябрҙа Октябрьскийҙа сирень сәскә атҡан
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-10-2017, 14:56


Октябрҙа Октябрьскийҙа сирень сәскә атҡан
Башҡортостанда октябрҙә ҡар яуғандан һуң тәбиғәт тағы ла бер көтөлмәгән бүләк әҙерләгән.
Октябрьский ҡалаһында йәшәүселәр ғәҙәти булмаған күренешкә шаһит булды. Ҡала ихаталарының береһендә сирень сәскә атҡан. Сәскәләре аҙ булһа ла, уларҙан ысын яҙ еҫе сыға икән....

Йөйәктә лә мәсет буласаҡ
Новости / Иман // 5-10-2017, 13:15


Йөйәктә лә  мәсет буласаҡ
Белорет районының Йөйәк ауылынан Рәхимйән Ғәләүетдинов хаҡлы ялға сыҡҡас намаҙға баҫҡан. 39 йыл тимер юлында эшләгән уҙамандың фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамотаһы менән баһаланған. Өфө тимер юлы вокзалында ла маҡтаулы тимер юлсының фотоһүрәте Почет таҡтаһында эленеп тора....

«Ҡурай баттл». Кем-кемде?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-10-2017, 11:39


«Ҡурай баттл». Кем-кемде?
27 октябрҙа Өфөлә ҡурайсылар көс һынашасаҡ. «Ҡурай баттл» алышында Ишморат Илбәков – Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Рушан Биктимеров – Илшат Ишморатовҡа, Мурат Джанизаков – Илнур Хәйруллинға, Илмир Ҡоҙабаев Марсель Сәйетовҡа ҡаршы сығыш яһап, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Баттлдың тәүге өлөшөндә музыканттар халыҡ көйҙәрен уйнаясаҡ, икенсеһендә – музыка ҡоралдары оҙатыуында сығыш яһаясаҡ...

“Минең дә улым булыр ине...”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-10-2017, 10:50


“Минең дә улым булыр ине...”– Минең дә шундай өлкән улым булыр ине, – тине эске һағыш менән Римма, бер-бер артлы аш бүлмәһенә инеп, уның менән һаулыҡ һорашҡан улдарыбыҙға ҡарап. – Бәлки, ошо ваҡытҡа ейәндәрем дә булыр ине......

Байрам менән хөрмәтле уҡытыусылар!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 4-10-2017, 16:21


Байрам менән хөрмәтле уҡытыусылар!Балаларға белем биреүсе, ғилем нуры сәсеүсе, яҡшылыҡ, рәхимлелек, сафлыҡ орлоҡтарын һалыусы уҡытыусыларҙы йыһанға яҡтылыҡ, йылылыҡ иңдереүсе ҡояш нурына тиңләргә булыр ине. Ҡояш нуры ла бит һәр яҙ һайын тәбиғәттең күҙен аса. Уҡытыусы күңелендә лә һәр саҡ яҙ ғына. Ул ғүмер буйы уҡыусыларына йылы хистәр бүләк итә. Баласаҡ һиҙҙермәйсә үтә лә китә, әммә күңелдәрҙә Уҡытыусынан иңгән йылылыҡ, мәрхәмәтлелек ғүмерлеккә ҡала. Ерҙә кешеләргә мәғәнәле тормошто ҡоласлар өсөн уҡытыусы ҡанат ҡуя. Байрам менән хөрмәтле уҡытыусылар!...

«Май ине, масла ине!»
Әҙәбиәт / Юмор // 3-10-2017, 11:16


«Май ине, масла ине!»
Минең әсәй яғынан ҡарт олатайым Фәтхулла балта алып ҡайтырға тип Әүжәнгә барған.
Унда үҙенең Степан белешенә барып: “Ызнакум, май ине, масла ине, балта ине, тапур ине”, – тип, майға балта алырға теләүен белдергән. “Алмашайыҡ” тигән һүҙҙең руссаһын белмәһә лә, шулай итеп үҙенә нимә кәрәклеген аңлата алған.
Ауылға ҡайтҡас, аптырап, һөйләй икән: “Мин урыҫса белмәйем. Ә ызнакумдың 2 – 3 йәшлек ҡыҙы ла шартлатып урыҫса һөйләшә бит әле ул”.

Сания СӘҒИТОВА.
Өфө ҡалаһы....

Үткәлдәр төндә өшөнө
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-10-2017, 10:43


Үткәлдәр төндә өшөнөҮткән төндә Белорет районының Үткәл ауылында октябрь айына хас булмаған һыуыҡ теркәлде. Унда термометр бағанаһы - 16 градусҡаса төшкән.
Синоптиктар белдереүенсә, республикала алдағы көндәрҙә лә һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. 4 октябрҙан бер аҙ йылытасаҡ, урыны менән ҡар, ямғыр яуасаҡ....

Егерме йыллыҡ хыял
Әҙәбиәт / Проза // 2-10-2017, 17:11


Егерме йыллыҡ хыял
Ринаттың йөрәге ашҡынып тибеүҙән сығып килгән кеүек. “Хәйерлегә булһын, уйлаған ниәттәрем тор­мош­ҡа ашһын...” – тип ҡуйҙы үҙен тыныс­лан­дырып. Сығынсылап сапҡан йөрәге менән ярышырға уйлағандай, “Десятка”­һының тиҙлеген арттыра төштө. Радиоһының да тауышын бар көсөнә асты. Ҡушылып йырлап алды.
Ташлама һин мине, ташлама –
Яңы тормош инде башлана.
Яңғыҙ итмә, бәғерем, ғәфү ит,
Яңғыҙ тормош бигерәк ауыр бит......

Ит һәм бәшмәк тултырылған ҡабаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-10-2017, 11:25


Ит һәм бәшмәк тултырылған  ҡабаҡ
Уртаса ҙурлыҡтағы 1 ҡабаҡ,1 кг картуф, 500 г бәшмәк, 3 баш һуған, 500 г ит, 2 кишер, үҫемлек майы алына.
Ҡабаҡты яҡ­шылап йыуырға һәм өҫтөн ҡап­ҡас итеп ҡыр­ҡып, орлоҡтарын алырға. Итте, бәшмәкте, һуған менән кишерҙе шаҡмаҡлап турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Һуңынан ҡабаҡ эсенә туралған картуф менән аралаштырып һалып, ҡапҡасын ябып бешерергә ҡуйырға. Тултырылған ҡабаҡты 160 – 180 градус эҫелектәге мейестә 2 – 3 сәғәт бешерергә кәрәк.

...

Йондоҙнамә (2-8 октябрь)
Махсус бит // 2-10-2017, 11:12


Йондоҙнамә (2-8 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала аралашыуҙар күбәйер. Ҡайһы ваҡыт юхаланырға ла тура килер. Һәр хәлдә, был тура бәрелеүгә ҡарағанда дөрөҫөрәк булыр. Шаршамбыла ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ, моғайын....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM