НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 10.10.2017

Билалдар Республика көнөн байрам итте
Яңылыҡтар таҫмаһы // 10-10-2017, 15:21


Билалдар Республика көнөн байрам иттеБөгөн Баймаҡ районының Билал ауылында Республика көнөнә бағышланған байрам үтте, тип хәбәр итә беҙгә китапханасы Райхана Булатова. Халыҡ мәктәп уҡыусылары бейеүҙәрен (етәкселәре Дилара Әхмәтова), Ләйсән Әминева, Иршат Юлмөхәмәтовтың йырҙарын алҡыштарға күмде, яратып ҡараны. Байрамға килеүселәрҙе биләмә башлығы Мәжит Заманов, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов ҡотланы.
Көҙгө йәрминкә лә гөрләне. Мәктәп уҡыусылары йәй буйы үҫтергән кишер, сөгөлдөр һатыуға сығарылды. Ауылдашыбыҙ Альберт Хәкимйәнов менән Бикеш ауылыныҡылар иген һатты, Өмөтбайҙан килгән Зиннур Көмөшбаев кәбеҫтә тәҡдим итте. Гөлдәр Астафьева бешергән төрлө тәм-том янынан да кеше өҙөлмәне....

Баҫалҡы ҡыҙҙың ҡыйыу аҙымы
Новости / Мәҙәниәт // 10-10-2017, 13:33


Баҫалҡы ҡыҙҙың ҡыйыу аҙымы
Сәхнәлә төрлө образдар була. Үҙ имиджы, стиле өҫтөндә эшләмәгән ижадсылар бик оҙаҡ үҙ тамашасыһын таба алмай. Әлбиттә, талант мотлаҡ кәрәк. Тик уның менән генә башҡаларҙан айырылып булмай. Быйылғы “Гәлсәр һандуғас” конкурсында ҡатнашыусы йәш йырсылар араһында Дилбәр Джафарованы мин тап шул үҙенсәлекле булыуы менән хәтерҙә ҡалдырҙым. Матур тембрлы, моңло тауышынан тыш, ул сәхнәләге имиджы менән дә башҡаларҙан күпкә өҫтөн икәнен күрһәтте....

«Тағы ла ҡышҡа ҡалаһыңмы инде?»
Әҙәбиәт / Юмор // 10-10-2017, 11:29


«Тағы ла ҡышҡа  ҡалаһыңмы инде?»
Оло йәштәрҙәге өлә­сәһен кесе ул­дарының ҡарамағына ҡалдырып, ата-әсәһе ҡунаҡҡа йыйына.
– Һин янынан китмәй генә өләсәйеңде ҡарап тор. Оло кеше бит, бер- бер хәл булып ҡуймаһын. Эҫе сәйҙән өҙмә. Нимә һораһа, шуны эшлә, йәме, – тип сығып китәләр.
Әбей улы менән ҡалғас, һүҙ башлай.
– Эй, Аллам, бынауындай матур йәй көндәрендә генә йәнемде ала күрмә инде. Ожмах бит ул йәй...
– Өләсәй, аңламайым хәҙер. Ҡыш етһә: «Ҡәбер ҡаҙған кешеләр туңыр. Яҙға ҡалдыр инде», – тип ялбараһың, йәй етһә, тағы киткең килмәй, ожмахты ташлап... Тағы ла, кеше туңдырып, ҡышҡа ҡалырға ултыраһыңмы инде? – тигән ейәне өләсәһенә.

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM