НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Август 2017 года » Страница 5

Йондоҙнамә (21 – 27 август)
Махсус бит // 21-08-2017, 14:06


Йондоҙнамә (21 – 27 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙем осор. Йондоҙҙар был арала йорт-хужалыҡҡа иғтибарҙы күберәк бирергә ҡуша. Бында күптән тәртип урынлаштырырға ваҡыт, әле бының өсөн уңайлы мәл. Уйламаған ерҙән килем алырһығыҙ. Яҡшы хәбәрҙәр төрлө яҡтан килеп торор....

Башҡорт теле уҡытыусыларына
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 21-08-2017, 13:57


Башҡорт теле уҡытыусыларынаҺеҙ әсәһе тыуған телебеҙҙең,
Милләт теле –һеҙҙең балағыҙ..
Телһеҙ булмаҫ өсөн килер быуын
Әсә телен хәҙер яҡлағыҙ!...

Йоҡлағанда ниңә шайыҡ аға?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 21-08-2017, 12:30


Йоҡлағанда ниңә шайыҡ аға?Ҡайһы бер осраҡта төндә йоҡлаған ваҡытта ауыҙымдан шайыҡ ҡойола. Үҙем һиҙмәйем, әммә уянып китһәм, битем, мендәр еүешләнгән була. Бының сәбәбе нимәлә икән һәм хәүефләнергә урын бармы?
Морат.
Ишембай районы.

Беренсенән, ул төрлө ауырыуға бәйле булыуы ихтимал. Мәҫәлән, тымау тейгәндә танауҙан тын алыу ауырлашып, кеше ауыҙ менән тын ала башлай һәм шул ваҡытта күп итеп шайыҡ бүленеп сыға. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ла шайыҡ бүленеүенә йоғонто яһауы мөмкин. Кариес йәиһә пародонтоз һөҙөмтәһендә ауыҙ ҡыуышлығына инфекция эләккәндә лә төрлө бактерия күп итеп шайыҡ бүленеүгә килтерә. Нервы системаһы ауырыуҙары йәиһә уға йоғонто яһаусы препараттар ҡулланыу ҙа төп сәбәптәрҙең береһе булып тора. Шулай уҡ тәмәке тартыу, наркотик ҡулланыу кеүек алама ғәҙәттәрҙең дә төндә ауыҙҙан шайыҡ бүленеп сығыуға сәбәпсе булыуы бар....

Раушания Исҡужина - «Башҡортостан һылыуы»
Яңылыҡтар таҫмаһы // 21-08-2017, 11:14


Раушания Исҡужина - «Башҡортостан һылыуы»Өфөлә «Башҡортостан һылыуы» II республика матурлыҡ конкурсы үтте. Унда Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина еңеүсе булды.
Ҡыҙ матурлыҡ конкурсында тәүгә еңгән. Ул Өфө нефть техник университетында өсөнсө курсында уҡый. Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Киләсәктә республика өсөн яҡшы белгес һәм файҙалы кеше булырға теләй....

Халыҡ медицинаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 20-08-2017, 14:38


Халыҡ медицинаһы
Иренгә “һыуыҡ” сыҡҡанда
1. Ауыртҡан урынға шыйыҡ валидол һөртөргә мөмкин.
2. Тәүге билдәләре күренә башлау менән шул урынды һыуытҡыстан алын­ған боҙ менән ыуырға.
3. Һарымһаҡты иҙгес менән иҙеп, ауыртҡан урынға ҡуйып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға.
...

Нилектән ауыҙ кибә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-08-2017, 14:00


Нилектән ауыҙ кибә?Миңә 40 йәш. Бер нисә йыл инде ауыҙым кибеп ыҙаланам. Айырыуса төндә ауыҙ ҡыуышлығы кибеүҙән телде ҡыбырлатып та булмай. Шәкәр ауырыуы менән сирләмәйем. Даими анализ биреп торам, ҡанымда шәкәр кимәле нормала. Нилектән шулай, аңламайым. Нисек унан ҡотолорға, бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ.
Мәликә.
Өфө ҡалаһы.

Ауыҙ ҡыуышлығы кибеүе төрлө дарыу­ҙар ҡулланыуҙан да булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ҡан баҫымын төшөрөүсе ҡайһы бер дарыуҙар быға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә даими рәүештә ниндәйҙер дарыу эсәһегеҙ икән, аннотацияһын уҡып ҡарағыҙ, бәлки, сәбәбе тап шундалыр. Бынан тыш, ауыҙ кибеүенең иң йыш күҙәтелгән сәбәбе – бауыр ауырыуы. Табипҡа күренеп, бауырығыҙҙы тикшертергә кәрәк.
...

Файҙаһын күрегеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 18-08-2017, 12:33


Файҙаһын күрегеҙДауаланыу маҡсатында үлгән бал ҡорттарынан төнәтмә эшләп эскәндәр бар. Ул дарыу ниндәй сирҙәргә килешә икән?
Әкрәм ВӘЛИТОВ.
Салауат районы.

Ҡышҡыһын умартаның төбөнә төшөп үлгән бал ҡорттарын әрәм итмәй, дарыу эшләһәң, бына тигән шифа. Бының өсөн сеймалды 45 – 50 градус йылылыҡтағы мейестә киптерергә һәм эре иләктән үткәрергә кәрәк.
Төнәтмә яһау тәртибе: 0,5 л һауыттағы ҡортто 1,5 литрлы шешәгә һалып, өҫтөнә араҡы ҡоялар. Ике аҙна төнәткәс, һөҙәләр һәм тигеҙ нисбәттә һыу ҡушалар. Бал ҡорттарынан эшләнгән төнәтмә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, цистит, пиелонефрит, аденома, гломерулонефрит, панкреатит, ашҡаҙан-эсәк тракты, диабет, катаракта, астма, полип, быуын сирҙәренән файҙалы. Имму­нитетты нығыта.
Үлгән бал ҡорттарын шул килеш тә файҙаланырға мөмкин. Мейес эсендә киптереп, ваҡлап, ашарға 30 – 40 минут ҡалғас, бер балғалаҡ ҡабул итәләр. Артынан һыу эсәләр.
Быуындар ауыртҡанда үҫемлек майына һалып яһалған “ҡорт майы” менән ыуыналар....

Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?
Махсус бит / Проблема // 18-08-2017, 12:30


Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора?йәки кредитҡа башланған тормош
Ике йырсы әхирәтем бар. Тик һуңғы арала улар менән һис кенә лә осрашып булмай – ваҡыттары юҡ. Ял көндәрендә икеһе ике ерҙә туй үткәреп, аҡса эшләйҙәр. Аҙаҡ биш көн буйы хәл йыйып, өйҙә ята бахырҡайҙар. һигеҙ сәғәт буйына 80 – 150 кешенең күңелен асыу анһат түгел шул! Икеһе лә бөтөнләйгә яратҡан эшен ташланы....

Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра
Новости / Мәғариф // 17-08-2017, 11:59


Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, туған телдәрҙе өйрәнеү һәр заманда ла иң көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе булып торған. Уға бәйле бәхәстәр тынғаны ла юҡ, шикелле. Бынан бер тиҫтә йыл тирәһе генә был йүнәлештә әүҙем эш алып барылып, республикабыҙҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһе арыу уҡ үҫеш алғайны. Әммә, әле килеп тағы ла шул мәсьәлә ҡалҡып сыға, кемдәрҙер башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы, кемдәрҙер аҫаба халыҡтың теле мотлаҡ уҡытылырға тейеш, тигән фекерҙә....

Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-08-2017, 09:00


Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
/Майһыҙландырылған эрем­­сек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарын киңәйтеүгә бу­лышлыҡ итә, кальций, магний һәм калийға бай. Көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.

/Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Гипер­тониктарға уны мөмкинлек булған һайын ашарға кәңәш ителә. Көнөнә ике ҡыҙыл борос ашау организмдың С витаминына мохтажлығын ҡаплай.
/ Лосось – омега сығанағы, ҡан баҫымын бик яҡшы төшөрә. Уны аҙнаһына өс тапҡыр 100 – 150-шәр грамм ашау файҙалы....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM