НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Август 2017 года » Страница 10

Йондоҙҙоң батырлығы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-08-2017, 13:44


Йондоҙҙоң батырлығы(Ошондай ҡушаматлы бейә айыуҙан таланһа ла, ҡолонон һаҡлап ҡалған)
Был бик ғибрәтле хәл үткән шишәмбелә, 1 августта Йылайыр районының Һабыр ауылында булған. Хажиевтар ғаиләһе көндәлек эш менән мәшғүл: Ғаяз ағай һарыҡ көтөргә киткән, ҡатыны Альбина йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән булышҡан.
“Төштән һуң беҙгә күршеләр килде һәм урманда һеҙҙең бейә менән ҡолондо айыу йыҡты тип хәбәр итте, - ти хужабикә. - Быға тәүҙә ышанманым, кисен ирем ҡайтҡас ҡына ысын икәнен белдек”....

"Сабата" салаты
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 3-08-2017, 11:42


"Сабата" салаты
"Сабата" салатын әҙерләү өсөн:

4 тоҙло бәшмәк,
200 гр. ҡаты сыр,
3 йомортҡаны сәнске менән ваҡларға,
200 гр.ҡырҡылған тоҙло ҡыяр,
1баш бәләкәй туралған һуған,
майонез "оливковый".

Барыһын да уртаса турап,майонез мн бутарға,ҡалдырған ярты сырҙы оҙон һалма рәүешендә ҡырҡып сабата яһарға һәм эсен тултырырға.
Йәшелсәләр менән биҙәп өҫтәлгә бирергә.Ашығыҙ тәмле булһын!...

Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыласаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-08-2017, 11:23


Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйыласаҡ
Нидерландтарҙа 1813-1814 йылдарҙа илде Наполеон армияһынан азат иткән башҡорт яугирҙәренә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Уны Гелдерланд провинцияһында Эйссел йылғаһы буйына урынлаштырыу ҡаралған. Скульптор, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов авторлығындағы монументты асыу тантанаһы 9 сентябргә билдәләнгән....

Ҡырымдағы шифахана - беҙҙеке
Яңылыҡтар таҫмаһы // 2-08-2017, 16:20


Ҡырымдағы шифахана - беҙҙеке
Башҡортостан Республикаһы милкенә бушлай Ҡырымдағы шифахана тапшырылды. Ул Евпаторияла, П.Морозов урамы, 1-3 адресы буйынса урынлашҡан.

Шифахананы тапшырыу Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017 йылдың 7 июлендәге «Шифахана-курорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү һәм БР балаларының шифахана-курорт дауаланыуын һәм ялын ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән үҙ-ара эшмәкәрлек буйынса» меморандумын тормошҡа ашырыу йәһәтенән булды.

Төбәктә Меморандумды ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эшсе төркөм булдырылған. Эшсе төркөмдө Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Рөстәм Вилданов етәкләне.
...

Уйындан – уймаҡ
Махсус бит / Письма // 2-08-2017, 14:31


Уйындан – уймаҡ
Бөгөн Илгиз менән Илһөйәрҙең туйы. Улар һәм ҡунаҡтар тәғәйенләнгән ваҡытҡа, ҡиммәтле машиналарға тейәлешеп, ЗАГС алдына килеп туҡтаны. Барыһы ла шат, бөтәһе лә бәхетле.
Ошо мәлдә ЗАГС бинаһы эргәһендә туғыҙ-ун йәшлек ике малай ҙа уйнап йөрөй ине. Шуларҙың шуғырағы дуҫына:
– Ҡара әле анауҙарҙы, шундай шат, ауыҙҙарын йыйып ала алмайҙар. Ҡурҡытайыммы барып? – тине.
Самат, көлөбөрәк:
– Һи-и, Кәрим, һинән дә ҡурҡмағас! – тип ҡуйҙы.
Кәрим сәмләнде.
– Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ. Әгәр ҙә мәгәр шуларҙы ҡурҡыта алһам, һин миңә туңдырма алып бирәһең.
– Килештек! Бир ҡулыңды!
Малай ҡаса-боҫа залға инде. Йәштәр ҙә бында ине. Ҡунаҡтарҙы этә-төртә, Кәрим улар алдына барып баҫты. Һәм бар көсөнә:
– Атай, атаҡайым, бына ҡайҙа икәнһең! Тиҙ ҡайтам, тинең дә, юғалдың. Хәҙер мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
Илгиз менән Илһөйәр, ҡоттары осоп, бер-береһенә ҡарашты. Умарта күсе кеүек шау-гөр килеп торған ҡунаҡтар ҙа тынып ҡалды. Кейәү тәүҙәрәк иҫенә килде:
– Кем ебәрҙе һине бында, малай аҡтығы?
Кәримде дер һелкетте ул. Малай ҡурҡышынан дуҫы менән бәхәсләшеүен һөйләп бирҙе.
– Мә, һиңә туңдырмалыҡ аҡса, – тип, кейәү тиҙ генә уны ситкәрәк ебәрмәксе булды.
Малай, усындағы 1000 һумлыҡты күреп:
– Ун йыл буйына алименттан ҡасып йөрөп, шуның менән генә ҡотолмаҡсыһыңмы? – тип ҡысҡырҙы ла, йүгереп, дуҫы менән бейек йорттар араһына инеп юғалды.
Флүрә ХАЖИЕВА.
...

Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 2-08-2017, 14:22


Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
...Ғәйебен йәшереп өйрәнмәгән, ошоғаса бер кемде алдағаны ла булмаған Ләйсән туҡтай алмай, буҫығып иланы ла иланы... Фәтих нисек йыуатырға белмәй, аптырап ҡатып ҡалды.
– Нимә булды, Ләйсән? Берәй яңылыш һүҙ әйттемме әллә? Йә, әйт инде, йәшермә.
– Нисек кенә әйтергә лә белмәйем шул... Һин барыбер аҙаҡ минең кемлегемде беләсәк­һең...
«Эй, иҫәр шул мин. Ниңә генә ҡалырға күндерҙем икән?!» – тип үкенә башланы Фәтих.
Ләйсән, һыу эсеп, әҙерәк ултырғас, яйлап һүҙ башланы....

Башҡорт фильмы Рәсәйҙе яулай
Яңылыҡтар таҫмаһы // 2-08-2017, 13:22


Башҡорт фильмы Рәсәйҙе яулайРежиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмының бөтә Рәсәй буйынса прокаты дауам итә.
Бөгөн ул «Ленфильм» студияһы (Санкт-Петербург) кинотеатрында күрһәтеләсәк, 3 августа иһә Мәскәү Арбатының «Октябрь» кинотеатрында ҡуйыласаҡ.
Фильм Рәсәйҙең йәмғеһе 71 ҡалаһы, шул иҫәптән Феодосия (Ҡырым), Ҡазан, Новосибирск, Силәбе, Сургут, Тула, Донецк, Дондағы Ростов, Һамар тамашасыларына тәҡдим ителәсәк....

«Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
Медиа // 2-08-2017, 08:00


«Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
«Юлдаш» радиоһы йәш арауығы буйынса ла, география, социаль ҡатлам буйынса ла киң даирә тыңлаусылар өсөн эшләй. Шуға ла улар­ҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып, төрлө йүнәлешле тапшырыу, рубрика уйлап табырға, йырҙар һайларға тура килә. Әммә бар халыҡты берҙәй ҡыҙыҡһындырғандары ла юҡ түгел. Шундай проекттар араһына уҙған миҙгелдә генә эфир тулҡындарында урын алған «Ике йондоҙ» тапшырыуын индерергә мөмкиндер.

...

Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск!
Новости / Мәҙәниәт // 1-08-2017, 15:11


Һеҙҙә нимә? Беҙҙә – отпуск! Эстрада “йондоҙ”ҙары бесән саба, емеш-еләк йыя
Йәй – ял мәле. Һәр кем хыялында ҡышҡыһын уҡ йә ауылға, йә диңгеҙ буйына, бик тә булмаһа, бер нисә көнгә тәбиғәт ҡосағына йыйына башлай. Аҡса туплана, ярашлы кейем алына, юлдаштар табыла. Һәм отпуск башланыу менән: “Һаумы, ял!” – тип иркен итеп тын ала. Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙарына ла ял итер мәл етте. Ижад миҙгелдәре ябылды, һабантуй байрамдары тамам. Тимәк, алда ял!
Ҡыш буйы тамашасыларҙы яңы йырҙары менән ҡыуандырып торған, әүҙем ижад иткән йырсыларҙың бер нисәүһе менән, йәйге ялға уй-ниәттәрен белешеп, бәйләнешкә индек....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM