НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 14.08.2017

Тоҙланмалар, ҡайнатмалар
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 14-08-2017, 17:08


Тоҙланмалар, ҡайнатмаларБәшмәктән солянка
1 кг бәшмәк, 500 г кәбеҫтә, 500 г помидор, 300 г кишер, 150 г үҫемлек майы, бер ҡалаҡ аш һеркәһе.

Бәшмәкте йыуып таҙартҡас, эреләрен турап, ваҡтарын шул килеш 10 – 15 минут самаһы бешерергә, тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр ҙә ҡушырға була.
Йәшелсәләрҙе ваҡ ҡына итеп турарға, һалам формаһында итеү отошлораҡ булыр. Һуған менән кишерҙе майҙа ҡыҙҙырырға, помидор, кәбеҫтә өҫтәп, ҡалған майҙы һалып, тоҙ һибергә кәрәк. Ошо массаны һүрән утта 20 – 25 минут тотҡас, бәшмәкте өҫтәп, тағы 30 минут быҡтырырға. Әҙер булыр­ға биш минут ҡалғас, тәмләткестәргә ваҡыт етә: лавр япрағы, борос, аш һеркәһе ҡулланырға була. Уларҙы өҫтәгәс, тағы ла 10 – 15 минут самаһы ҡайнатып алырға.
Стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән япҡас, йылыға урап, һыуынғансы тоторға....

Наил һәм уның командаһы
Новости / Мәҙәниәт // 14-08-2017, 16:45


Наил һәм уның командаһыИнтернет селтәрендә “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары“ тип аталған ҡыҙыҡлы бер проект күҙгә салынып ҡалды. Идея авторы – Стәрлебаш районында тыуған уҙаман, фән кандидаты, ғүмере буйы үҙен белем алған һөнәренә бағышлаған нефть-химия тармағы белгесе Наил Мәхмүтов.
Документалистика уның өсөн мауығыу ғына булған, әммә тора-бара был өлкә лә уны үҙенә йәлеп итеп, ун бер йылда, “Яҡташтар“ проектына ярашлы, 13 китап сығарыуға өлгәшкән. Араларында йәшлек йылдарына, комсомол ойошмаларына, төҙөлөш отрядтарына, хатта Юрий Шевчукка арнал­ғаны ла бар. Ә нисек рәссамдар донъяһына ылығып киткән һуң Наил Мәхмүтов?...

Һәр бер һүҙе – башҡорт хаҡында
Медиа // 14-08-2017, 16:01


Һәр бер һүҙе – башҡорт хаҡында«Борон-борон-борондан,
Кеше-маҙар килмәгән,
Килеп аяҡ баҫмаған,
Ул тирәлә ҡоро ер
Барлығын һис кем белмәгән,
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын...» –...

Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйек
Новости / Иман // 14-08-2017, 15:55


Мохтаждарға ярҙам итәйек, кәрәк саҡта һорай ҙа беләйекБәлә-ҡаза кешегә һорап килмәй. Бер ниндәй хәүеф янамаған кеүек тойол­һа ла, уйламаған ерҙән бәндә һынау алдына баҫа. Тормоштоң төрлө аңлашылмаусанлығы арҡаһында ла ауыр хәлгә ҡалғандар була. Ундайҙар мохтаж кешеләр иҫәбенә инә. Ә мосолман өммәтенән булғандарға мохтажлыҡ кисергәнгә ярҙам итеү ҙур сауап һанала....

“Продюсер – ул эшҡыуарлыҡ”
Новости / Мәҙәниәт // 14-08-2017, 15:46


“Продюсер –  ул эшҡыуарлыҡ”
йәки Аҡсаһыҙ йырлап буламы?

Йырсы һәм продюсер бәйләнеше нимә бирә? Эстрадала тәнҡит бармы? Кем нисек хаталана? Был һорауҙарға яуапты йырсы, “Йәшлек-шоу” фестивале лауреаты, буласаҡ продюсер Рәис ҠАНГИЛДИН менән бергә эҙләнек.
– Рәис, белеүемсә, һин продюсер һөнәрен үҙләштерәһең. Ни өсөн тап ошо юлды һайланың?
– Эйе, Өфө дәүләт иҡтисад-сервис университетының продюсерҙар әҙерләү факультетын тамамланым, хәҙерге ваҡытта белемемде камиллаштырыу маҡсатында нефть техник университетының дәүләт һәм муниципаль идара итеү бүлегендә белем алам. Йәш күңел һәр ваҡыт алға, бейеклектәргә ынтыла бит. Мин дә башҡорт эстрадаһында яңы исемдәр асырға, яңы форматтарҙа эшләп ҡарарға һәм шоу-бизнес тигән төшөнсәне тулы ҡеүәттә эшләтергә тигән маҡсат менән ошо йүнәлештә белем алырға, үҙ көсөмдө һынап ҡарарға теләнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә әлегә шоу-бизнес юҡ. Уны яйға һалғанда бөтә сәйәсәт үҙгәрәсәк, күрше төбәктәрҙең йырсылары ла башҡорт эстрадаһына ынтыласаҡ. Әле Башҡортостан йырсылары татар эстрадаһын яулау маҡсатын ҡуйған кеүек, башҡорт эстрадаһы ла яуланаһы бейеклек булып торасаҡ....

Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ бул
Махсус бит / Проблема // 14-08-2017, 10:30


Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ булҮҙенең барлыҡҡа килгәненән алып интернет бар донъяны берләштергән селтәр кеүек үҫеште. Бындағы һәр кеше үҙен-үҙе тыймай, бәйеле аҙа: мине бер кем дә күрмәй, тип социаль селтәрҙәр­ҙә комментарийҙар яҙа, башҡалар менән һүҙ көрәштерә, пират сайттарҙан төрлө нәмә яҙҙыра. Интернет аша террорсылар хәбәрләшә, мутлашыусылар ҡорбандарын “һауа”.
Ошо хәүефте күҙ уңында тотоп, яҙҙан һәм йәй башынан бирле Рәсәй виртуаль селтәрендә – рунетта яңы ҡағиҙәләр булдырылды....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM