НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 07.08.2017

Балалы һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар ҡуйыласаҡ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-08-2017, 15:49


Балалы һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар ҡуйыласаҡБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районының Үгеҙ ауылында туғыҙ кешенең ғүмерен өҙгән янғын урынын барып күрҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - бында ут 9 кешенең, шул иҫәптән биш баланың, ғүмерен ҡыйҙы.
Рөстәм Зәки улы хоҡуҡ һаҡлаусылар, ҡотҡарыусылар,һәләк булыусыларҙың туғандары менән осрашты, үҙенең ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. "Ғаиләләргә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ", - тип белдерҙе ул.
Республика Башлығы балалар йәшәгән һәр йортҡа янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролмалар (пожарный извещатель) ҡуйырға бойороҡ бирҙе. Быға тиклем улар насар йәшәгән ғаиләләрҙең өйҙәренә урынлаштырыла ине. Башлыҡ Үгеҙ ауылына янғын һүндереү машинаһы бирергә лә вәғәҙәләне....

Бөрөләге утлы фажиғә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-08-2017, 12:55


Бөрөләге утлы фажиғә 9 кешенең ғүмерен ҡыйҙыБөгөн төндә Бөрө районының Үгеҙ ауылында утлы фажиғәлә туғыҙ кеше һәләк булды.
Янғын сыҡҡан йортта Саҙретдиновтар: 71 йәшлек Фатима Сәғит ҡыҙы, улы Рәмил, килене Вероника, уларҙың балалары Виктория һәм Рәзил, ике йәшлек Арыҫлан йәшәгән. Уларға Мәскәүҙән туғандары: бер йәшле лә тулмаған балалы йәш ғаилә, әрме хеҙмәтеннә яңы ҡайтҡан егет ҡунаҡҡа килгән булған. Күрше ауылдан йорт хужаһының ике туған ағайы ла ҡунаҡҡа килгән....

"Ете ҡыҙ" календары сыҡты
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-08-2017, 10:39


"Ете ҡыҙ" календары сыҡты
"Ете ҡыҙ" календары сыҡты

Баш ҡалабыҙҙа халҡыбыҙҙың күрке - әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәттә билдәле ете ҡатын-ҡыҙ фотолары менән биҙәлгән календарь нәшер ителде.
Унда шағирәләр Лариса Абдуллина һәм Зөлфиә Ханнанова, фольклорсы Гөлгөнә Баймырҙина, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, йырсы Сәйҙә Ильясова, бейеүсе Нәркәс Юлдашева, дини эшмәкәр Ғәлиә Мортазина һүрәтләнгән.
Фото - Эдуард Дилмөхәмәтов....

Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 7-08-2017, 10:34


Рәнйетмәгеҙ ирҙәрҙе
Ир рәнйеше ҡаты, тигәндәре дөрөҫтөр. Ололар ҙа, ир баланы рәнйетмәгеҙ, ти торғайны. Бер нисә йыл элек булған хәл иҫкә төшөп, үҙемсә һығымта яһаным.
Шулай матур бер көндө М. тигән кеше килде лә, балдыҙҙың мөлкәтен күсерергә ине, ярҙам кәрәк, йөк машинағыҙҙы биреп тормаҫһығыҙмы, тигәс, мин, әлбиттә, ҡаршы килмәнем, иремде лә ярҙамлашыр­ға сығарып ебәрҙем....

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 7-08-2017, 10:20


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (4.08.2017)
* * *
Йырҙың тотҡаһы – әҙәбиәт. Театрҙың нигеҙе – әҙәбиәт. Иман күңелдәргә һүҙ менән инә. Тимәк, кешенең рухи булмышында әҙәбиәт бик ҙур урын биләй.
(“Милләттең рухи тормошо һәм әҙәбиәт”).
* * *
Йыр-моң тота илде.
Тота тел.
(“Онгудай – ун Хоҙай”)....

Йондоҙнамә (7-13 август)
Махсус бит // 7-08-2017, 10:04


Йондоҙнамә (7-13 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был аралағы аралашыуҙар өмөтлө буласаҡ. Элек боҙолған мөнәсәбәттәр еңел ялғаныр. Шаршамбылағы осрашыу мотлаҡ ҡәнәғәтлек килтерер. Аҙна барышында һатып алған кейем бәрәкәтле буласаҡ. Эшегеҙҙе бер аҙ тәртипкә килтерә алырһығыҙ....


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM