НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 03.07.2017

Үәт, ҡыҙыҡ! (30.06.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 3-07-2017, 22:41


Үәт, ҡыҙыҡ! (30.06.2017)
– Өләәәс, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым бит! – ти ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? – тип һорай әбей.
– Врач килгәйне иртән, ишекте асманым да ҡуйҙым!..
* * *...

Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
Махсус бит // 3-07-2017, 22:24


Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Етәкселәр, оло йәштәге кешеләр менән ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Уйламаған бер һүҙ ҙә кире ваҡиғаға килтереүе мөмкин. Шулай ҙа аҙнаны һәйбәт тамамлар­һығыҙ. Көтөлмәгән килем дә алырһығыҙ...

Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-07-2017, 21:35


Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"Хөрмәтле дуҫтар!
Беҙҙең төркөм яңы рубрика аса. "Аҙна фотоһүрәте" тип атала ул. Был рубрика һәр аҙна башында ҡуйыласаҡ. Унда һәр кем ғаиләһендәге, ауылындағы йә ҡалаһындағыҡыҙыҡлы , йә булмаһа ниндәйҙер ғибрәтле фотоларын "ташлай" ала. Ниндәйҙер хозур тәбиғәт күрҙегеҙме, ҡайҙалыр сәйәхәткә барҙығыҙмы, бәлки, һеҙҙе нимәлер борсойҙор - фотоға төшөрөгөҙ ҙә, ошо рубрика аҫтына, "Комментировать" тигәнгә һалығыҙ. Тема сикләү юҡ. Барыһы ла һеҙҙең фантазияғыҙҙан тора.

Фотоһүрәттәрегеҙ яҡшы сифатлы булһын һәм уларҙы өс һөйләм менән генә һүрәтләргә лә онотмағыҙ. Иң ҡыҙыҡлы фотолар аҙна һайын ошо рубрика аҫтында гәзитебеҙ биттәрендә баҫылып барасаҡ...

“Телһөйәр”. Бәхеш тә, бәһшәт тә туған телебеҙ хаҡында
Медиа // 3-07-2017, 21:31


“Телһөйәр”.  Бәхеш тә, бәһшәт тә  туған телебеҙ хаҡында
“Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы туған телебеҙҙең яҙмышына ҡағылған һорауҙарға бер ҡасан да битараф түгел. Быйылғы миҙгелдә индерелгән “Телһөйәр” рубрикаһы ла телебеҙ үҫешенә булышлыҡ иткән рубрикаларҙың береһе. ЮНЕСКО ойошмаһы, глобалләшеү һөҙөмтәләрен күҙаллап, донъялағы меңәрләгән тел араһынан юғалыу ҡурҡынысы янағандары исемлегенә беҙҙең туған телебеҙҙе лә индерҙе. Был мәғлүмәт күптәрҙе шаңҡытты, кемдәрҙелер төшөнкөлөккә этәрҙе, тик бик аҙҙарҙы ғына әүҙем эшмәкәрлеккә әйҙәне.

Телде популярлаштырыу өсөн төрлө сара барлыҡҡа килеүе, әлбиттә, бик һәйбәт. Әммә, иң дөрөҫ ысулы, һәр ваҡыттағыса, ябай, ул – башҡорт телендә аралашыу, көндәлек тормошта балаларыбыҙға башҡорт телендә өндәшеү! Эфир тулҡындарында яңғыраған рубрикабыҙ төрлө телдең формалашыуына йоғонто яһаған, үҙендә ғәрәп, фарсы, төрки телдәренең матур өлгөләрен туплаған туған башҡорт телебеҙҙең ҡулланыштан төшөп ҡалған, һирәк ишетелгән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү, ҡабаттан ҡул­ланыш­ҡа индереү, рус һүҙҙәренә алмаш табыу өсөн әҙерләнә. Телебеҙгә килеп инеп, шул тиклем ереккән байтаҡ һүҙҙең башҡортса бер нисә варианты бар. Мәҫәлән, “бәхеш” һүҙе бүләк тигәнде аңлата. “Бәхмәт” йылҡы малын белдерә. “Бәһшәт” тигән һүҙ “бөйөклөк” мәғәнәһендә ҡулланыла. “Бәйәз” тигәндә, таҙа ҡағыҙ бите күҙ уңында тотола. Кем алдындалыр бурыслы булыуҙы “важиб” һүҙе еткерә.
Әйткәндәй, теләгәндә көндәлек тормошта ла башҡорт даирәһен табырға, башҡорт мөхитен тыуҙырырға, башҡортса ара­лашыр­ға ла, туған телебеҙҙе төрлө йәһәттән башҡа халыҡтар өсөн ылыҡтырғыс итергә лә мөмкин.

Нурия КИНЙӘБАЕВА,
“Юлдаш” каналы хеҙмәткәре.
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 3-07-2017, 15:46


Үәт, ҡыҙыҡ! (23.06.2017)
– Ҡәҙерлем, – ти ире, – әйҙә бесәй алайыҡ.
– Һин нимә, бесәйҙәргә минең аллергия икәнен беләһең дә инде, – тип ҡысҡырып ебәрә ҡатыны.
– Ҡыҙыҡ, – ти ире, – бесәй тиреһенә аллергия, ә бына шәшке тунына юҡ…
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Машинаңды бәрҙергәнһең икән…
– Эйе. Аҡса килтерә торған бетеү бүләк иткәйнеләр. Уны машинамдың алғы тәҙрәһенә элеп ҡуйҙым. Икенсе көндө автомобилем өҫтөнә инкассатор машинаһы килеп менде…
...

Итектәр ниңә балыҡсы булған?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-07-2017, 15:42


Итектәр ниңә балыҡсы булған? Ошо көндәрҙә РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты, шағир Рамай Ҡаһирҙың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн «Балыҡсы итектәр» исемле китабы донъя күрҙе.
Авторҙың балаларға тәғәйенләнгән икенсе китабында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәр­ҙе, фразеологик берәмектәрҙе оҫта ҡулланып ижад ителгән шиғырҙары, хикәйәләре, бала саҡ хәтирәләре урын алған.
Баҫманы сағыу, төҫлө һүрәттәр менән Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡыҙы, рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова биҙәгән. Китап нәшриәттең Өфө ҡалаһында (октябрь проспекты, 2) урынлашҡан фирма магазинында һатыла.
...

“Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 3-07-2017, 15:32


“Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ”“Исемең – сәскә, фамилияң – батыр.
Ямаҡай ауылында тыуһаң да,
Үҙең бигерәк матур!” – тип яҙғайны миңә шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина.
Эйе, минең исемем – Роза, фамилиям – Батыраева. 1992 йылдың 24 мартында Благовар районында донъяға ауаз һал­ғанмын. Мин дә, яҙ миҙгеле кеүек, төрлө яҡтан үҙемде һынап ҡарарға яратам.
Татыу, матур ғаиләлә апайҙарымдың “ҡояшыбыҙ” тип иркәләүенә, атай-әсәйемдең наҙына төрөнөп үҫтем....

Баһадир бәшмәк
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-07-2017, 13:16


Баһадир бәшмәкБаш ҡаланың Инорс биҫтәһендәге Глинка урамында юлдағы асфальтты ярып бәшмәк үҫеп сыҡҡан. Был - Өфөлә өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар һөҙөмтәһе....

Еректә таҡтаташ асылды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 3-07-2017, 11:56


Еректә таҡтаташ асылдыҒафури районы Ерек ауылында йәшәүсе Гөлшат Дәүләтова хәбәр итә:
Беҙҙең ауылда һуғышта ҡатнашҡандар өсөн таҡтаташ юҡ ине. 22 июндә беҙҙә Беренсе донья, Бөйөк Ватан, Чечня һәм Афған һуғыштарында ҡатнашып һәләк булып ҡалғандар һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарҙың исемдәре яҙылған таҡтаташ асыу тантанаһы булды.
Таҡтаташ ауылдашыбыҙ, Табын ауылында йәшәүсе Ғөбәйҙулла Зәйнетдинов һәм өс улы, ауылдашыбыҙ Фаил Зәйнетдинов, Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Хәйретдинов, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы менән эшләнде. Ауыл ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары бөтә көсөнән килгәнсә ярҙам итте. Еректә һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштарҙан аҡса йыйылды.
Таҡтаташты асыуға ситтә йәшәүсе бик күп ауылдаштар, күрше-тирәнән килделәр. Тәүҙә күрше Яугилде ауыл мәсете имам -хатибы Нәғим Дәүләтбаев фатиха ҡылды. Ҡайғы һәм хәтер көнөн иҫкә алып бер минутҡа халыҡ тын ҡалды. Таҡтаташты асыу Чечня һуғышы ветераны Рәшит Иждиһатов, бағыусы Ғәлим Зәйнетдинов, Ғафури район социаль тәьминәт бүлеге урынбаҫары Руслан Салауатовҡа йөкләтелде. Ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар венок-сәскәләр һалды, оло йәштәгеләр телмәр һөйләне, уҡыусылар шиғырҙар һөйләне һәм һауаға шарҙар осорҙо. Бурлы ауыл клубының "Әхирәттәр "ансамбле, үҙешмәкәр йырсылары сығыш яһаны.
Байрамға "Урожай"крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы матди ярҙам күрһәтте. Ауылдашыбыҙ Лилиә Миңнулла ҡыҙы үҙенең тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙарының бейеүҙәре, матур йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне. Ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары мул өҫтәл әҙерләп, былау бешереп, самауыр сәйе менән һыйланы. Әйткәндәй улар ҙа ҙа буш ҡул килмәгән, һәр береһе күстәнәс алып килгән.
Таҡтаташ ауылыбыҙҙың мәктәп ихатаһына ҡуйылды. Хәҙер һәр кем үҙенең туғандарын, атай-олатайҙарын иҫкә алып, теләгән ваҡытта килеп, сәскәләр һалып китә ала....


  • Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)
  • Кемпинг янындағы быуала (Аҙағы. Сайтта тулыһынса бирелгән)
  • Аулаҡтағы бер төн
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Белем көнөн 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим ителде
  • «Йәшлек» инселәгән һарыҡ кемгә эләгер?
  • Тәүге ҡар менән! Иртәнсәк Белорет районында ҡар яуҙы.
  • Диплом ята кеҫәлә, була тыныс йәшәргә
  • Мин башҡортса һөйләшәм, ә һин?
  • Өнмө был, төшмө - был беҙҙең юлдармы?



  • Радио Юлдаш FM