НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 22.06.2017

Йыйырсыҡтарҙан арыныу өсөн
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-06-2017, 16:24


Йыйырсыҡтарҙан арыныу өсөнБитте һыу менән йыуып, еүеш тирегә ҡулдар менән һуҡҡылай-һуҡҡылай кефир йәиһә ойоған һөт һөртөргә. Аҙаҡ битте йомортҡа ағына манылған мамыҡ менән һөртөп алырға. Тире кипкәс, көнбағыш майы һөртөргә генә ҡала. Был ябай ғына процедура биттәге йыйырсыҡтарҙы яҙа һәм тирене матурайта....

Меры противодействия коррупции в сферах госзакупок и госуслуг на муниципальном уровне представлены на семинаре ПРЕКОП II РФ
Экономика // 22-06-2017, 15:56


Меры противодействия коррупции в сферах госзакупок и госуслуг на муниципальном уровне представлены на семинаре ПРЕКОП II РФВ Гафурийском районе РБ в рамках международного проекта ПРЕКОП состоялся двухдневный семинар, посвященный защите прав предпринимателей от коррупционных практик на муниципальном уровне. Семинар организован Уполномоченным по защите прав предпринимателей в РБ совместно с Программным офисом Совета Европы в РФ и Аппаратом Уполномоченного при Президенте РФ по защите прав предпринимателей. Основные темы – защита предпринимателей в сферах госзакупок и госуслуг, и реализация антикоррупционных механизмов по предотвращению коррупционных практик на муниципальном уровне в предпринимательской сфере....

Мәрхәмәтле болан
Махсус бит / Письма // 22-06-2017, 12:43


Мәрхәмәтле боланАйдахо штатында Покателло ҡалаһы зоопаркында аҫралған болан һыу һауытына төшкән ҡомаҡҡа ярҙамға килә. Ғәҙәти булмаған ҡотҡарыу операцияһын зоопарк хеҙмәт­кәр­ҙәре күҙәтеп тора. Улар Шутер ҡушаматлы боландың мөгөҙө менән һыу һауытынан нимәнелер алырға маташыуын күреп ҡала. Тәүҙә хайуан һауытҡа мөгөҙөн тыҡмаҡсы була, әммә уныһы һыймай. Шунан һауытҡа моронон тыға һәм унан еүеш ҡомаҡты сығара. Аҙаҡ ипләп кенә тешләп алып, йәнлекте ергә һала.
Ҡотҡарылыусының иҫән булыу-булмауын белергә теләгәндәй, мөгөҙҙәре менән төртөп ҡарай һәм, хайуанда йән әҫәре һиҙелгәс, ситкә китә. Ә меҫкен ҡомаҡ ҡыуаҡтар араһына инеп ҡаса.
Зоопаркта эшләүселәр боландың был ҡылығына таң ҡалыуын белдерә. Уларҙың әйтеүенсә, мәрхәмәтле болан киҫкен холоҡло булыуы менән айырыла. Парктың ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре хатта уның вольерына инергә лә ҡурҡа. Боландың ни өсөн ҡомаҡҡа ярҙам иткәне билдәһеҙ. Бәлки, уға һыу һауытында сит нәмәнең булыуы оҡшап етмәгәндер һәм унан ҡотолорға ғына теләгәндер.
Р. ТАЙСЫНОВА....

Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-06-2017, 09:26


Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланған.
30 миллиондан ашыу совет халҡы һәләк булған, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сиккән һәм тылда аслыҡтан интеккән, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк әллә күпме кешенең ғүмерен алып киткән.

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.
Папко Валентин Фёдорович һүрәте - «Даже не снилось 22 июня 1941»...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM