НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 19.06.2017

Өфө йәшел йөрәкле булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-06-2017, 14:37


Өфө йәшел йөрәкле булды
Баш ҡаланың Революция һәм Ленин урамдары киҫелешендә яңы арт объекты барлыҡҡа килде.
Көнбағыштар менән биҙәлгән ҙур йөрәк аҫтында биҙәкле тимер тотонғосло ағас күпер урынлашҡан. Йөрәк төндә яҡтыртыла.
Был урын мөхәббәтле йәштәр һәм "йәшел йөрәклеләр"ҙең - "Салауат Юлаев" хоккей командаһы көйәрмәндәренең яратҡан урынына әүерелер тип ышанабыҙ....

Ҡәҙер кисенең сауабын алырға яҙһын!
Новости / Иман // 19-06-2017, 14:34


Ҡәҙер кисенең сауабын алырға яҙһын!26 рамаҙан, шаршамбыла, 21 июндә, ҡояш байыу менән, Аллаһы Тәғәлә бойорһа, Ҡәҙер кисе башлана

Мөхәммәт бәйғәмбәр бер мәжлестә, сәхәбәләргә мөрәжәғәт итеп: «Ҡәҙер кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ», – тигән. Йәғни был изге кис 21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә булыуы ихтимал. Ошо мәлдәрҙә доғаны, дини ғәмәл үә ғибәҙәттәрҙе, изгелек үә игелектәрҙе айырыуса күберәк ҡылыу хәйерле....

Йондоҙнамә (19-25 июнь)
Махсус бит // 19-06-2017, 12:41


Йондоҙнамә (19-25 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна уңышлы башланыр. Ҡайһы бер борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлай алырһығыҙ, бәлки. Ниндәйҙер эште лә һәйбәт кенә тамамлар­һығыҙ. Артабан өҫтөгөҙгә уйламаған йөкләмә алырға тура килер һымаҡ, хәлегеҙ бер аҙ ҡатмарлашыр....

Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 19-06-2017, 12:21


Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)– Һаҡ эттәре араһында беренсе урынды алған этегеҙҙе күрергә мөмкинме?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ… Шул көндө үк уны урлап киттеләр…...

Айгөл Назарова, Мәскәү ҡалаһы
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 19-06-2017, 12:18


Айгөл Назарова, Мәскәү ҡалаһы23 йәштә, Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән.
Мәктәпте алтын миҙалға, бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әле А. Косыгин исемендәге Рәсәй дәүләт университетында химик-технолог һөнәре буйынса белем алып, магистр дәрәжәһен яҡларға йыйына.
Бейергә ярата. Бишенсе йыл рәттән "Алтын Ай" Мәскәү бейеү коллективында сығыш яһай. Киләсәктә үҙенең һөнәре буйынса юғары үрҙәр яулау теләге менән яна.
...

Яҡташыбыҙ Рәсәй яҙыусылары сафында
Яңылыҡтар таҫмаһы // 19-06-2017, 11:25


Яҡташыбыҙ Рәсәй яҙыусылары сафында
Ошо көндәрҙә Рәсәй яҙыусылар Союзы бер төркөм әҙиптәрҙе берекмә ағзаһы итеп ҡабул итте. Улар араһында Башҡортостан вәкиле, даими авторыбыҙ Әмир Миһран улы Солтангәрәев тә бар.
Әмир Миһран улы документаль проза жанрында уңышлы ижад итә. Ул беҙгә бөгөн актуаль булған күп хикәйәләр, очерктар авторы булараҡ билдәле. Һуңғы йылдарҙа ғына ҙур күләмле “Яҙмыш”, “Башҡортостан юлдары – үткәндәр һәм бөгөнгө”, “Таймаҫ – үткәндәр һәм бөгөнгө”, “Ил ҡурсалар ир инең...” тигән китаптары донъя күргәйне. Был китаптар Башҡортостан Республикаһы Милли электрон китапханаһында ла урын алған.
Яҡташыбыҙ егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында Башкортостандың төп закондарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы (БССР Юғары Советы) ҡабул иткән бер нисә кодекстың, шулай иҫәптән, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре» тураһындағы закон проектының авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә ҡағылған эштәрҙе ойоштороусы, оҫта ҡурайсы, виртуоз гармунсы, һәүәҫкәр рәссам да ул. Уның тураһында “Башҡорт Википедия” һында “Әмир Миһран улы Солтангәрәев” тигән биттә тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.
Редакциябыҙ әҙипкә тағы ла юғарыраҡ ижади уңыштар теләй....


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)



  • Радио Юлдаш FM