НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 13.06.2017

Остеопороз
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-06-2017, 15:21


ОстеопорозОстеопороз – һөлдә ауырыуы, һөйәктәрҙең төҙөлөшө боҙолоу сәбәпле, улар тығыҙлығын юғалта һәм тиҙ һынып барыусан­ға әйләнә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ул донъяла киң таралған инфекция сирҙәре араһында, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, онкология һәм шәкәр диабетынан ҡала, дүртенсе урынды биләй. 50 йәште уҙған һәр өсөнсө-дүртенсе кеше был сир менән интегә; минут һайын ошо сир арҡаһында 7 кешенең – умыртҡа һөйәге, һәр биш минут һайын янбаш муйынтығы һына. Һөйәк тығыҙлығы кәмеү сәбәпле, хәүеф төркөмөнә 34 млн Рәсәй кешеһе инә: 14 миллионында остеопороз асыҡланған, тағы ла 20 млн кешелә – остеопатия....

Пион үҫтерәбеҙ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 13-06-2017, 13:52


Пион үҫтерәбеҙ
Пиондың гөрләп сәскә атҡан сағы июнь айына тура килә. Күп баҡсасы был ваҡыттан һуң уларҙы тәрбиәләүҙе онота, сәскәһен ҡойған үҫемлектәр ҡарауһыҙ ҡала. Ә бит тап шул ваҡытта пиондарға айырыуса ҙур иғтибар кәрәк, улар наҙға, туҡландарыуға мохтаж. Төрлө сир барлыҡҡа килә, япраҡтарында серек таптар күренә, һабаҡтарының ҡайһы бер өлөштәре юҡҡа сыға. Матурлыҡ яғынан ҡарағанда ла хәл шәптән түгел – бойоғошоп ултырған үҫемлектәр баҡсаны йәмһеҙләй. Шул ваҡыт хужалар күп уйлап та тормай, һабаҡтарын ергә тигеҙләп тиерлек ҡырҡып ырғыта. Был – ҙур хата. Артабан уларҙың туҡтауһыҙ сирләүенә, насар сәскә атыуына аптырамағыҙ – һабаҡтарҙы иртә ҡырҡып ташлау шундай насар эҙемтәләргә килтерә. Ниндәй генә сортты алһағыҙ ҙа, нисек кенә тырышып тәрбиәләһегеҙ ҙә, сәскәһе ҡойолғандан һуң һабаҡтарҙы шундуҡ ҡырҡыу ҙур проблема тыуҙыра. Эш шунда – был осорҙа киләһе йыл өсөн әҙерлек башлана, бөрөләр барлыҡҡа килә. Ә улар һабаҡтарҙың ер аҫтындағы өлөшөндә урынлаша. Пион сәскә атҡанда, бәләкәй булғанлыҡтан, бөрөләре күренмәй. Ләкин улар, ысынлап та, бар, уларҙың үҫешенә нигеҙ үткән йылда уҡ һалынған.
Шуға ла сәскәһе ҡойолоу менән пиондарҙың күренеп бармаған бөрөләре әүҙем үҫешә башлай. Ошо мәлдә үҫемлек туҡландырыуға мохтажлыҡ кисерә. Әүҙем үҫеш ай ярым тирәһе дауам итә. Ҡыҫҡаһы, тап ошо ваҡытта пиондарҙың киләһе йылда сәскә атыуына мөмкинлек булдырыла. Шуға күрә сәскәләрҙе ҡырҡҡысларға ла, иғтибарһыҙ ҡалдырырға ла ярамай....

Һинд егете башҡортса йырлай
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-06-2017, 11:06


Һинд егете башҡортса йырлайБөрйән районының Ҡыпсаҡ-Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе нигеҙендә ойошторолған "Тимербатыр" лагерында балалар менән индус милләтле Бхавеш исемле егет эшләй. Уға 19 йәш, студент, буласаҡ һөнәре - инженер. Бхавеш Рәсәйгә «Aisec» ойошмаһы ярҙамында килгән.

Бөрйәндәр һинд егетен башҡортса һөйләргә, хатта йырларға ла өйрәткәндәр икән. Видеояҙмала күренеүенсә, егет "Карауан-һарай" төркөмөнөң "Ай-һай, Салауат!" йырын апаруҡ оҫта башҡара.

- Балалар лагерҙа робототехника, электроника серҙәренә өйрәнә, техника менән ҡыҙыҡһына. Бер юлы сит ил волонтеры ярҙамында балаларға инглиз телендә аралашырға өйрәтәбеҙ. Бхавеш шулай уҡ һиндса бейергә, йырларға оҫта, тимербатырсыларға был бик ҡыҙыҡ, - ти мәктәп директоры Инсур Үтәбәев.
...

Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 13-06-2017, 10:43


Сөмбөл Лоҡманова: «Мәскәүҙә йәшәһәм дә, башҡорт рухын юғалтмайым»Сөмбөл Вәли ҡыҙы Лоҡманова булам. Миңә 18 йәш, Башҡортостандың иң матур төбәгендә – хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында тыуып үҫкәнмен.
Бәләкәй сағымдан йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡмын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға ингәс тә, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә сығыш яһаным. Гимназия мине ҡыйыулыҡҡа, үҙ маҡсатыма ирешергә, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтан ҡурҡмаҫҡа өйрәтте.
Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә М. Ломоносов исемендәге нескә химик технологиялар институтының беренсе курсында уҡыйым. “Йәсмин” гүзәллек һәм матурлыҡ студияһында, “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамблендә сығыш яһайым. “Рәсәй студенты – 2016” халыҡ-ара форумында һәм “Мәскәү һылыуҡайы – 2017” гүзәллек конкурсында үҙ көсөмдө һынап ҡараным.
Тыуған еремдән алыҫта булһам да, бала сағымдан ҡаныма һеңгән саф башҡорт рухын илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә юғалтмаҫҡа тырышам.
...

Ҡурылдайға – тәмле дарыу
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-06-2017, 10:20


Ҡурылдайға –  тәмле дарыуҠурылдайығыҙ (бронх) ауыртһа, 5 – 6 көндә һауығыу юлын өйрәтәбеҙ. Табаға 2 – 3 балғалаҡ шәкәр һибеп, көрән төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырығыҙ һәм табаны уттан алы­ғыҙ. Өҫтөнә ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, шәкәрҙең иреп бөтөүен көтөгөҙ. Бокалға һалып, 2 – 3 балғалаҡ араҡы, 1 балғалаҡ май, 1 балғалаҡ бал, бер семтем сәй содаһы өҫтәгеҙ. Тәмле дарыу әҙер, ауырыуығыҙ тиҙ үтәсәк...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.06.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 13-06-2017, 10:18


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (9.06.2017)
Ғүмерҙәрҙе Аллаһ бирә,
Ғазраилдан алдырта.
(“Бәндәләрҙең йәшәүҙәрен...”).

* * *
Ғәҙел һүҙ әйткәндең
йә бал-май менән,
йә ялған менән
томаланды ауыҙы,
йә буш дан менән,
йә ришүәт менән,
йә ситлек-рәшәткә менән
ҡапланды күҙе.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”)....

Йондоҙнамә (12-18 июнь)
Махсус бит // 13-06-2017, 10:16


Йондоҙнамә (12-18 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Йондоҙҙар етәкселәрҙән мөмкин тиклем ары торорға ҡуша. Был бигерәк тә йомаға ҡағыла. Бәғзеләргә рәсми ойошмаларҙан ниндәйҙер мәшәҡәттәр янай һымаҡ. Матди яҡтан ыңғай үҙгәрештәр көтөлә....

Өфөлә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы асылды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-06-2017, 09:58


Өфөлә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы асылдыКисә, 12 июндә - Рәсәй көнөндә Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы асылды тантанаһы үтте.
Башҡортостан Мәскәүҙән һуң ошондай ҙур мультмедиалы музей ойошторолған тәүге төбәк булды.
Рәсәй көнө һәм ошо мөһим ваҡиға менән республика халҡын РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәскәү һәм Бөтә Русь Изгеләрҙән-изге Патриархы викарийы, епископ Егорьевский Тихон, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй, Шәйех-ул-Ислам Тәлғәт Тажетдин һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова ҡотланы....


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)



  • Радио Юлдаш FM