НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 09.06.2017

Бүләктәр – әбйәлилдәрҙә
Яңылыҡтар таҫмаһы // 9-06-2017, 13:12


Бүләктәр – әбйәлилдәрҙә
Был аҙнаның еңеүселәре булыу әбйәлилдәр өлөшөнә төштө. Еңеүселәребеҙ – Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Ф. ХӘКИМОВА менән Таҡһыр ауылынан Гәүһәр ИСКӘНЙӘРОВА. Уларҙың тәүгеһе – көрөшкәләр, икенсеһе салат һауыттары йыйылмаһы менән бүләкләнә (бүләктәрҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк буласаҡ).
Гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияларын тәүгеләрҙән булып ебәреүселәрҙең икеһе лә – гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары.
“Ленинсы” булып сыҡҡан ваҡытынан алдырып, яратып уҡыған гәзитемә март айында уҡ яҙылып ҡуйҙым”, – тигән хатында Ф. Хәкимова....

“Мәңгелек тема – ул мөхәббәт”
Новости / Мәҙәниәт // 9-06-2017, 13:00


“Мәңгелек тема –  ул мөхәббәт”
йәки Композитор Юлай Үҙәнбаевтың нисә йырын урлағандар?

“Устарыма һал һин йөрәгеңде”, “Йылғалар төнөн һөйләшә”, “Яңғыҙ ҡатын”, “Йәшлегемдең йәшел яҙҙары”... Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай ҮҘӘНБАЕВтың ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас моңға сорналған был йырҙарын кемдәр генә яратып тыңламай икән?! Бөгөнгө һанда талантлы шәхес менән йыр һәм моң тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ....

Ни өсөн тире ҡысыта?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 9-06-2017, 10:00


Ни өсөн  тире ҡысыта?Өсөнсө йыл тирем ҡысытып йонсойом. Ниндәй генә табипҡа күренеп ҡараманым, файҙаһы булманы. Бының сәбәбе нимәнән була һәм унан нисек ҡотолорға? Зинһар, ошо һорауға яуап бирегеҙ әле.

М. ЗАҺИТОВА.
Бәләбәй районы.

Иң беренсе сиратта, шуны аңларға кәрәк: тән ҡысытыу ауырыу түгел, ә ниндәйҙер ауырыуҙың билдәһе генә булыуы ихтимал. Шуға күрә дауалауҙы башлар алдынан дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим. Бының өсөн тейешле анализдар тапшырып, ентекле тикшереү үтергә кәрәк. Ҡысытыу ҙа төрлөсә була: тиренең айырым бер өлөшө генә, йә булмаһа, тотош тән ҡысыта. Тәүгеһенең сәбәбе ҡорсаңғы, педикулез, кесерткән биҙгәге, нейродермит кеүек тире ауырыуҙарына бәйле булыуы мөмкин. Үтә һиҙгер тире һыуыҡтан да, эҫенән дә ҡысыта.
Ә инде тотош ҡысытыуҙың сәбәбен шәкәр диабеты, ашҡаҙан-эсәк тракты шеше, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөр, бауыр, лимфа төйөндәре сирҙәре кеүек етди ауырыуҙарҙан эҙләргә кәрәк. Ошонан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: оҙаҡ ваҡыт тән ҡысытыуы менән интеккән кеше етди тикшерелергә тейеш. Иң беренсе сиратта дерматологҡа күренеп, паразитар ауырыуҙарҙың булыу-булмауын асыҡлау мөһим. Артабан инде башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итергә. Дауалау ҡысытыуҙың сәбәбенә ҡарап ҡына билдәләнә. Әммә туҡланыу рационынан тоҙло-боросло ризыҡ­тар­ҙы, ҡаты сәй менән ҡәһүәне кәметкәндә, төнгөлөккә тынысландырыусы медицина препараттары һәм халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланғанда ҡысытыуҙан бер аҙ арынырға мөмкин. Шулай уҡ тирене календула төнәтмәһе менән ыуырға була. Имән ҡайырыһы, мәтрүшкә ҡушып әҙерләнгән ванналар ҙа бер аҙ баҫа....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM