НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 08.06.2017

Димдә саңғысыға һәйкәл ҡуйылды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 8-06-2017, 14:29


Димдә саңғысыға һәйкәл ҡуйылдыӨфөнөң "Баланово" урман-парк зонаһында саңғысы скульптураһы урынлаштырылды. Ул Дим тимер юлы разъезының барлыҡҡа килеүенә 130 йыл тулыуға арналған. Һындың авторы Герман Пеньков....

100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 8-06-2017, 14:00


100 йыллыҡҡа – 100 ҡурайсы!7 июндә Салауат Юлаев һәйкәле янында тәүге тапҡыр ҡурайсыларҙың ҙур күләмле флешмобы үтте. Йөҙ түгел, хатта йөҙ ҙә туғыҙ ҡурайсы йыйылып, башҡорт халыҡ көйө "Урал"ды уйнаны!
Был байрам халҡыбыҙ төйәк иткән илебеҙ – Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Өфө ҡурайсылары менән бер рәттән, Баймаҡ, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла райондарынан алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән музыканттар ҙа ҡатнашты. Моң һәм ҡурай тамашаһына йыйылған кешеләр ҡурайсыларҙың дәртле уйнауына түҙә алмай, хатта бейергә төшөп китте.
Уйна әле, ҡурай, оло майҙандарҙа
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,
Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләт башҡорт моңдарын....

Хәйер (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 8-06-2017, 11:25


Хәйер (хикәйә)Төшкө ашҡа Илдар эргәләге кафеға йөрөй. Бында үзбәктәр бик тәмле әҙерләй. Ҡиммәт, әлбиттә, бер барыуға 150 тәңкә китә. Ләкин һис үпкә юҡ, туйғансы ашап сығырға була. Һәр хәлдә, бүтән ашханалар­ҙағы кеүек, аҙаҡ үҙәк көйөп ыҙалатмай, бер һүҙ менән әйткәндә, ашҡаҙанға байрам...
Бөгөн йома, аҙнаның иң күңелле көнө. Төштән һуң эш ҡайғыһы китә, офиста дәртле көлөү, ҡысҡырып һөйләшеү, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөү тауыштары ишетелә башлай. Алда ике көн ял! Рәхәт!...

Ҡойма буйындағы витаминдар
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-06-2017, 09:57


Ҡойма буйындағы  витаминдарМай уртаһында ер ныҡлап йылына башлау менән иң тәүгеләрҙән булып ҡуҙғалаҡ менән кесерткән ҡалҡып сыға. Кесерткәндең үҫмәгән ере юҡ. Сағылған һайын уны әрләйбеҙ, әммә сағыуының зыяны юҡ, тик ҡырмыҫҡа кислотаһы ғына бөркөлә. Борон кешеләр уны, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай, тип иҫәпләгән һәм тәҙрә, ишек баштарына элеп ҡуйыр булған.
Кесерткән ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙән иң тәүгеләр­ҙән булып баш ҡалҡыта. Ул витаминдарға бик бай. Аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағат менән лимонға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә каротин кишер менән һырғанаҡҡа ҡарағанда ла күберәк. Яҙғыһын организм витаминдарға һыуһаған ваҡытта кесерткән уның эшмәкәрлеген бик тиҙ яйға һала.
Составындағы кремний менән органик кислоталар организмдың зарарлы микробтарға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Ә К витамины ярҙамында ул ҡан туҡтатыу үҙенсәлегенә эйә. Шуға күрә кесерткәнде танау ҡанағанда һәм эске органдар (үпкә, бөйөр, эсәк, бала ятҡылығы) ҡанһырағанда ҡулланалар. Әммә кемдең ҡаны ҡуйы, уларға кесерткәнде ҡулланыу тыйыла.
Был үҫемлектең япрағы хлорофилға бай. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, эсәктәрҙең, бала ятҡылығының, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу үҙәгенең тонусын күтәрә. Кесерткән минераль матдәләргә, айырыуса тимергә бай. Һөҙөмтәлә ул ҡанда гемоглобиндың күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә халыҡ медицинаһы йөрәк ауырыуҙарынан һәм аҙ ҡанлылыҡтан кесерткән төнәтмәһе эсергә ҡуша.
Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла күберәк кесерткән ашарға кәңәш ителә. Сөнки ундағы секретин инсулин барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай һәм шуның менән ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә.
Элек-электән кесерткәнде сәсте нығытыу өсөн ҡул­ланғандар.
Кесерткәндән бик тәмле аш-һыу әҙерләргә лә мөмкин. Ваҡ ҡына итеп туралған япрағын ашҡа, бутҡаға, салатҡа, йомортҡаға ҡушалар. Әгәр ҙә киптерелгән япрағын ыуалаһаң, аш-һыуға ҡушыу өсөн витаминдарға һәм микроэлементтарға бай бик файҙалы тәмләткес килеп сыға. Кесерткәндән әҙерләнгән ризыҡтар зарарлы микроорганизмдарҙы юҡ итеүсе фитонцидтарға бай булыу сәбәпле, тиҙ генә боҙолоп бармай. Улар ашҡаҙан менән эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүгә булышлыҡ итә. Кесерткәндән шифалы аҙыҡ әҙерләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, иң мөһиме, уның экологик йәһәттән таҙа булыуы....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM