НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 05.06.2017

100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-06-2017, 14:29


100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы! Иғтибар! Иғтибар! Иғтибар!
7 июндә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған флешмоб уҙасаҡ. Ҡайҙамы? Салауат Юлаев һәйкәле янында!
Кемдәр ҡатнаша ала? Әгәр һин профессиональ йә һәүәҫкәр ҡурайсы икән, һис шикһеҙ был сараның уртаһында булырға тейешһең! Республиканың ойошторолоуына быйыл 100 йыл тигән ҡарашты хуплаһаң, рәхим ит!
Был флешмобта 100 ҡурайсыны йыйып, башҡорт халыҡ көйө "Урал"ды уйнау күҙ уңында тотола. Үҙенсәлекле, рухлы һәм тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалма. 7 июнь киске сәғәт 7-лә (19:00) Салауат Юлаев һәйкәле янында уҙғарылған "100 йыллыҡҡа 100 ҡурайсы" тип аталған флешмобта көтөп ҡалабыҙ!...

“Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
Новости / Мәҙәниәт // 5-06-2017, 13:48


“Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”Миәкә ҡыҙы Асия Шаһмина “Һылыуҡай” бәйгеһендә башланған ижад юлын уңышлы дауам итә

“Ҡояш нуры” тиер инем уның хаҡында. Гел генә йылмайып йөрөүе менән әсир иткән Миәкә һылыуы Асия ШАһМИНА кешеләргә тик яҡшы кәйеф тарата. “Тамыр” студияһы журналисы, сценарист, йырсы, уңған ҡатын, изге йөрәкле әсә – уның булмышына күп яҡлы ҡатын-ҡыҙ асылы һеңгән.
Бөгөн был гүзәл зат менән “Йәшлек” уҡыусыларын яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн әңгәмә ҡорҙоҡ.
[b]...

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 5-06-2017, 13:48


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
Ваҡыт – аҡсалыр.
Ҡәҙерен белмәһәң,
Ташлап ҡасалыр.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).

* * *
Ваҡыт ҡәҙере бигерәк арта,
Үтеп киткәс ваҡыттарың!
(“Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм...”)....

Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)
Махсус бит // 5-06-2017, 13:45


Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәр ниндәйҙер яңы эш башлап ебәрер һымаҡ. Тик башта һеҙҙе юғалтыуҙар һағалар. Иҫкене “һүтергә” тура килер. Әгәр ваҡ-төйәккә көсөгөҙҙө әрәм итмәһәгеҙ, барыһы ла яҡшы барыр. Йомала кәңәшкә мохтаж булырһығыҙ....

Бөрйәнгә автобуста барығыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 5-06-2017, 13:30


Бөрйәнгә автобуста барығыҙ! 17 июндән алып һәр шәмбе “Өфө –Шүлгәнташ” маршруты буйынса экскурсия ойоштороласаҡ.
Автобустар баш ҡаланан – иртәнге сәғәт биштә, ә ҡайтыу яғына киске сәғәт алты-етеләрҙә ҡуҙғала. Юл дүрт сәғәт ярым ваҡытты ала.
Автобустар алтмыш урынлыҡ. Маршрут көньяҡ Уралдың иң матур урындарынан үтә.
Бөрйәндә сәйәхәтселәргә Шүлгәнташ менән Умартасылыҡ музейҙарын ҡарарға тәҡдим ителә. Путевка хаҡы яҡынса хаҡы әлегә ике мең һум тип билдәләнгән....

Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме! (сәйәхәтнамә аҙағы)
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 5-06-2017, 10:15


Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме! (сәйәхәтнамә аҙағы)
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлы буйлап уҙғарылған автоуҙыш 5 майҙа тамамланды

... Меңдәрсә саҡрым юл үтеп, Волгоград, Ростов ҡояшы аҫтында ҡара янып, йәнә лә үҙебеҙҙең һыуыҡ яҡтарға етеп киләбеҙ. Бына “Башҡортостан Республикаһы” тип яҙылған юл тамғаһы. Шунда уҡ бөтәбеҙ ҙә, бар донъяны яңғыратып, “Шайморатов генерал”ды йырлай башланыҡ. Эйе, “Башҡорттар китте һуғышҡа” тип, был йырҙы юл башында башҡарырға тейеш инек: ләкин бер аҙна самаһы һуҙылған сәфәр дауамында ғына һуғыштың бар афәтен, тыныслыҡтың ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ, күңел менән тойҙоҡ. Беҙҙең был йыр Шайморатовтың, яуҙа баштарын һалған дивизия һалдаттарының яҡты рухына арналған гимн булып яңғыраны...

Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!
Махсус бит // 5-06-2017, 10:00


Тәбиғәт ул – килер көнөбөҙ!Төйәгемә күҙ ташлаһам,
Хәсрәттәрем ҡуҙғала,
Зифа ҡамышын һарғайтып,
Һыуҙар кәмей йылғала;
Урманыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Таш ҡаялар аҡтарыла,
Тауҙар ауыр тын ала,
Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар
Күҙ алдында юғала, –
тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев үҙенең “Донъябыҙҙан ни ҡала?” исемле шиғырында. Беҙҙең тормошто һулар һауаһыҙ, эсәр һыуһыҙ, йәшел урманһыҙ күҙ алдына килтереп буламы? Юҡ, әлбиттә.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хозур тәбиғәтле Уралда үҙҙәренә мәңгелек төйәк тапҡан. Атайсалыбыҙҙа ер тетрәмәй, янартауҙар урғылмай, ғәрәсәт-дауылдар ҡупмай. Төйә­гебеҙ иҫ киткес бай: ул емеш-еләге, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, ағасы, файҙалы ҡаҙылмалары – һәммәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле!...


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)



  • Радио Юлдаш FM