НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 02.06.2017

Лимон бәлеше
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 2-06-2017, 17:03


 Лимон бәлеше 250 г йомшарған майҙы 4 стакан он менән ыуырға. Шуға 2 йомортҡа, 1,5 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан һөттә ҡабартылған сүпрә, әҙерәк тоҙ һалып ҡамыр баҫыр­ға. Уны ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Һуңынан 8 киҫәккә бүлеп йәйергә. Был ҡамырҙан ике бәлеш сыға. Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә кәрәк. Эслек өсөн өс лимонды ит үткәргестән сығарып, 1,5 стакан шәкәр һалып болғатырға. Ҡамыр өҫтөнә эслек һалып, йәнә ҡамыр, эслек өҫтәп, бәлеш эшләргә.
Эҫе мейескә ҡуйыр алдынан бәлеште ярты сәғәттән ашыу ҡабартып алығыҙ.

...

Дауыл сығыу хәүефе бар!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 2-06-2017, 14:12


Дауыл сығыу хәүефе бар!
Бөгөн, 2 июнь кисендә, шулай уҡ иртәгә, 3 июндә төндөң тәүге яртыһында республикала ҡойма ямғыр, боҙло борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға етеүе көтөлә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө дауыл ваҡытында йорттағы электр селтәрҙәренең һәм ҡорамалдарҙың, йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә кәңәш итә. Янғын һүндереү ҡорамалдарын барлағыҙ, Көслө ел сыҡҡанда электр тапшырыу линияһы аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын килеү үлем менән янай.
...

Тирләмәҫ өсөн
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 2-06-2017, 14:08


Тирләмәҫ өсөн- Кискеһен имән ҡайырыһы ҡушып ҡайнатылған һыуҙа сайынырға кәрәк. Ошо һыуға аяҡ-ҡулдарҙы тығып ултырыу ҙа файҙалы.
- Ныҡ тирләгән кешегә эске кейемен көн һайын алмаштырып тороу ҡамасауламаҫ. Хатта ойоҡбаштарҙы көнөнә бер нисә тапҡыр алмаштырыу ҙа зыян итмәҫ.
- Ныҡ тирләгән урындарға, мәҫәлән, ҡултыҡ аҫтына, бор спирты һөртөргә мөмкин.
- Йыуынғандан һуң тәнегеҙҙе яҡшы итеп ҡоротоғоҙ.
- Шулай уҡ үлән төнәтмәләре лә файҙалы. Мәҫәлән, 2 балғалаҡ йылан тамыры менән мелиссаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә һәм 30 минут төнәтеп, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бер ҡалаҡ йылан тамыры үләне менән кесерткәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә. Көнөнә яртышар стакандан ике тапҡыр 4 аҙна дауамында эсергә була. Әммә был төнәтмәне тромбоз булғанда, ҡан тамырҙары киңәйгәндә эсергә ярамай....

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар
Гәзиткә яҙылыу // 2-06-2017, 13:03


Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар
Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар
Был аҙна еңеүселәре – Федоровка райо­нының Бала Сытырман ауылынан Ф. Иҫән­ғо­лов менән Сибай ҡала­һынан Наилә Әхмәт­йәнова. Уларҙың тәүгеһе – сәйнүк, икенсеһе көрөшкәләр йыйылмаһы менән бүләкләнә.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе килеп алғанда паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләре кәрәк буласаҡ.
Конкурс дауам итә. Бүләктәр июнь аҙағына тиклем уйнатыласаҡ. Кви­тан­цияла­ры­ғыҙҙы ебәргәндә хаттың тышына «Аҙна һайын – бүләк» тип яҙырға онотмағыҙ....

Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 2-06-2017, 12:54


Өмөтбайҙағы дуҫтарыбыҙға – афарин!Баймаҡ районының Өмөтбай ауылы мәктәбе коллектив менән беҙҙең гәзиткә яҙылған

Бында директор Фәнүр Фәрит улы Садиҡов етәкселегендә үҙ һөнәренең оҫта­һы булған уҡытыусылар эшләй.
Үткән аҙнала беҙ ике уҡыусыны, Б. Сол­тан­гәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсында “Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүсе Сания Кө­мөшбаева һәм Яҙгөл Ғәлимйәнованы тәбрикләнек. Башҡорт те­ле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Альбина Са­диҡова белдере­үенсә, уҡыусылар, дәрт­ләнеп, киләһе йыл­дағы ярышта ла әүҙем ҡатнашыр­ға теләк белдергән.
Өмөтбайҙар “Афа­рин!” тип әйтерлек тағы ла бер эш башҡар­ған. Мәктәп һәм балалар баҡсаһында эшләүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр, техник хеҙмәткәрҙәр – тотош коллектив киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең гәзитте уҡыясаҡ.
“Китапханасыбыҙ Гөлсинә Рәис ҡыҙы Сәитғәлина тырышты, гәзит-журналдарға подписка барышын ҡараһаҡ, 15 кешенең “Йәшлек”те алдырасағы күренде”, – ти уҡытыусылар.
Өмөтбайҙарға рәхмәт!
...

«Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 2-06-2017, 11:17


«Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»Айгөл Юлай ҡыҙы Ҡоҙабаева булам. 1998 йылдың 14 ғинуарында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуғанмын.
Әле бала саҡтағы хыялымды – табип булыуҙы тормошҡа ашырам. Башҡорт дәүләт медицина университетының I курсында уҡыйым.
Буш ваҡытымда китап уҡырға, ҡул эштәре менән булышырға яратам. Мәктәптә уҡығанда “Сиҙәм” бейеү ансамблендә шөғөлләндем, “Байыҡ” телефестивалендә ҡатнаштым.
Ғаиләлә дүрт ҡыҙ үҫәбеҙ. Атай-әсәйебеҙгә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт әйтәм. Киләсәктә, уҡыуымды тамамлап, халҡым өсөн кәрәкле кеше булырға хыялланам.
...

Дауылдан Йәнәби-Урсайы ауылы зыян күрҙе
Яңылыҡтар таҫмаһы // 2-06-2017, 10:32


Дауылдан Йәнәби-Урсайы ауылы зыян күрҙеКисәге ғәрәсәт Миәкә районының Йәнәби-Урсайы ауылын утһыҙ ҡалдырҙы. Дауыл киске сәғәт 8 тирәһендә электр бағаналарын ҡолатҡан. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән.
Ауылға тиҙ арала ҡотҡарыусылар килеп, электр тәьминәтен кире тергеҙгән....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM