НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Июнь 2017 года

Уҫманғәлелә - Ҡарға бутҡаһы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 30-06-2017, 07:09


Уҫманғәлелә - Ҡарға бутҡаһы"Бөгөн, 29 июндә, йәмле Белорет районы Уҫманғәле ауылының Әпләзе тауында шаулап-гөрләп "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үтте. Һәр кескәй тиерлек үҙе менән тары ярмаһы килтереп, оло инәйҙәр телеңде йоторлоҡ итеп "ҡарға" бутҡаһы бешерҙе. Байрам бик күңелле үтте: олоһо ла, кесеһе лә шау-гөр килеп башҡорт халыҡ уйындарын уйнаны, моңло итеп йырланы, хатта бейенеләр ҙә. Ә иң мөһиме, һәр бала тыныс күк йөҙө, йылы һәм аяҙ йәй теләне", - тип хәбәр итте
Нәркәс Баһауетдинова...

Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды.
Яңылыҡтар таҫмаһы // 29-06-2017, 15:00


Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды. Рух терелер, күс ойошор миҙгел-
Милләт ҡото ҡайтҡан Бөрйәнгә!
Сәсән телле Урал вариҫтары
Бер йән булып оран һала илгә!...

«Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 29-06-2017, 12:01


«Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды"Иванушкалар" 90-сы йылдарҙа ғәйәт популярлыҡ яулаған төркөм ине. 47 йәшлек Олег Яковлев пневмония сире менән дауаханаға эләккән булған.
...

Граффитиҙа - Рихард Зорге
Яңылыҡтар таҫмаһы // 29-06-2017, 09:40


Граффитиҙа - Рихард Зорге
Баш ҡаланың Спорт һарайы янында тиҙҙән данлыҡлы разведчиктың портреты төшөрөләсәк. Уны Зорге урамынан барғанда күреп буласаҡ....

Нимә ул пневмосклероз?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-06-2017, 14:05


Нимә ул пневмосклероз?Миңә “пневмосклероз” тигән диагноз ҡуйҙылар. Ун йыл элек үпкәгә һалҡын тейҙереп, аяҡ өҫтө йөрөп үткәргәйнем. Хәҙер иһә һаман йүткерәм, тирләйем, тәнем ҡысытып алып китә. Ул нимәһе менән ҡурҡыныс? Ошо ауырыу хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
Фәрит.

Пневмосклероз ауырыу түгел, дөрөҫөрәге, уның эҙемтәләре. Склероз – ул тулы ҡанлы күҙәнәктәрҙең үлеүе һөҙөмтәһендә берәй органдың ниндәйҙер өлөшөнөң тығыҙланыуы. Тимәк, үпкәлә ошондай ҡатлам барлыҡҡа килгән.
Күҙ алдына килтереү өсөн бармаҡтағы яраны алайыҡ. Яра ҙур булмаһа, ул тиҙ үк төҙәлә һәм урынында бер нәмә лә ҡалмай. Ә инде яра ҙур булып, ваҡытында дауаланмаһа, төҙәлгәс, урыны беленеп тороуы ихтимал. Үпкәлә лә шулай уҡ. Пневмосклероздың сәбәбе – йә ауырыуҙың ныҡ таралыуы, йә һуң башланып, аҙаҡҡаса дауалап бөтөлмәүе, йә башҡа һаҡланыу сараларының күрелмәүе. Шулай уҡ иммунитеттың ҡаҡшауы ла сиргә килтерә.
Һеҙгә иң беренсе сиратта күкрәк ситлеген өшөтөүҙән, ғөмүмән, һалҡын алдырыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ике-өс айға бер аҙна дауамында 5 – 10 төймә әүҙемләштерелгән күмер эсергә мөмкин. Ул организмдың ағыуланыуын бөтөрөп, иммунитетты күтәрә. Шулай уҡ диета тоторға, күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Йылдың һалҡын миҙгелендә ҡаҡырыҡты йомшартыусы препараттар, үлән төнәтмәләре ҡулланығыҙ. Һуған, һарымһаҡ, прополис файҙалы. Аллергия булмаһа, йылына ике тапҡыр В төркөмө витаминдары курсын алыу ҙа ярҙам итә....

Башҡортостан мәҙәниәтендә ауыр юғалтыу - музыка ҡоралдары оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов вафат булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 28-06-2017, 11:54


Башҡортостан мәҙәниәтендә ауыр юғалтыу - музыка ҡоралдары оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов вафат булды
Башҡорт "Страдиварийы" ҡаты ауырыуҙан һуң 81 йәшендә мәрхүм булды.
Ул 1981 йылда юнылған шпондан ҡурай эшләү технологияһын булдырып патентлай. Тап шул мәлдән ҡурай күпләп етештерелә башлай. Вәкил Шакир улының думбыра, ҡыл-ҡумыҙ инструменттарын тергеҙеү, музыкала ҡулланыуға индереүҙә өлөшө ҙур....

Тән ғәриплеге түгел, йән ғәриплеге ҡурҡыныс
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 27-06-2017, 13:19


Тән ғәриплеге түгел,  йән ғәриплеге ҡурҡыныс

Намаҙға баҫҡаны бирле Сәлихә телевизорҙы бик һирәк ҡарай. Унда ла БЮТ каналынан «Бәхетнамә», «Автограф», «Әл-Фәтиха», «Йома» кеүек тапшырыу­ҙар булһа ғына. Ә бөгөн йәстү намаҙын көтөп, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре менән төкәтмәле өйҙөң залы яғына инеп-сығып йөрөй ине, А. Малаховтың 1-се каналда барған «Сегодня вечером» тип аталған программаһында Американан килгән аяҡһыҙ-ҡулһыҙ Ник Вуйчичты күреп ҡалды ла, барлыҡ мәшәҡәтен, хатта намаҙын да онотоп, телевизорға йомолдо. Американың был кешеһен бынан алда, көҙөрәк күрә биреп ҡалғайны ул. Хәҙер Малахов уны Мәскәүгә саҡырған икән.
Ник Вуйчичтың һөйләгәндәрен тыңлап, бар халыҡ күҙ йәштәрен һөрттө, хатта ирҙәр ҙә. Тапшырыуҙа ҡатнашыусылар араһында ла, телевизор ҡараусыларҙан да уның яҙмышына битараф ҡалыусы булмағандыр, моғайын. Сәлихә лә һыҙланып та, һоҡланып та, ҡыуанып та, бына бит Алланың хикмәте, бына бит Хоҙайҙың мөғжизәһе, шәфәғәте тип, Алланың бөйөклөгөнә, ҡөҙрәтенә ҡат-ҡат шаһитлыҡ ҡылып ултырҙы. Был тапшырыу Сәлихәне тағы ла бер ҡат тетрәндерҙе.
Бала табыу йортонда аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булып донъяға килгән сабыйынан баш тартырға тәҡдим итәләр Никтың әсәһенә. Әммә әсә, балаһының ниндәй генә хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, уны яратасағын, ташламаясағын әйтеп, был тәҡдимдән баш тарта. Артабан уға ла, сабыйына ла еңел булмаған тормош башлана. Малайҙы ата- әсәһе хәстәрлек менән солғап, ҡайнар һөйөүен биреп үҫтерә. Хатта ғәриптәр өсөн булған махсус мәктәпкә лә бирмәй, ябай мәктәпкә уҡырға бирәләр. Ә мәктәптә… үҙҙәренә оҡшамаған бала менән балалар уйнарға теләмәй. Унан көләләр, мыҫҡыл итәләр… Бындай аяуһыҙлыҡҡа, ҡаты бәғерлелеккә түҙемлеге ҡалмаған малай, ун йәштәр тирәһе булғанда, ваннала һыуға батып үлергә ҡарар итә. Әммә һуңғы минутта үҙен шул тиклем яратҡан ата-әсәһенә, ҡустыһы менән һеңлеһенә күтәргеһеҙ ҡайғы һалып китеүҙең ғәҙел түгеллеген аңлап, уйынан кире ҡайта. Мөхәббәт еңә.
Был хәлдән һуң ул: «Мин ошолай булып тыуғанмын икән, тимәк, донъяға шулай кәрәкмен. Аллаһы Тәғәлә бер маҡсатһыҙ мине тап шулай итеп яралтмағандыр», – тигән фекергә килеп, йәшәү өсөн тағы ла ныҡышмалыраҡ көрәшә башлай. Аяғы булмаған табандары менән яҙырға ла, теш таҙартырға ла, компьютерҙа эшләргә лә, гольф уйнарға ла, йөҙөргә лә һәм күп кенә һау кешеләр эшләмәгән эштәрҙе эшләргә өйрәнә.
Ә иң мөһиме – Аллаһы Тәғәләгә, тор­мошҡа мөхәббәте шул тиклем көсәйә. Быға яуап итеп, Аллаһы Тәғәлә уның йөрәгендә ышаныс, маҡсатҡа ынтылыш тыуҙыра. Һәм ошо ынтылышы уға көрәшеп йәшәр өсөн көс, ыңғай уй-ниәттәр бирә. Бер аҙҙан ул үҙенең мәктәбе, уҡытыусылары алдында сығыш яһай башлай, белем усағында иң абруйлы, иң шәп егеткә әүерелә, оҫта оратор булып китә. Унан шундай яҡты, ыңғай көс, нур урғылып тора. Сөнки ул Алланан алған таҙа, сикһеҙ һөйөү, изгелек көсөн кешеләргә өләшә башлай.
Хәҙер ул ике бала атаһы. Америкала ғына түгел, бөтә донъяға билдәле оратор. Төрлө илдә халыҡ алдында сығыш яһап, кешеләр күңелендә яҡшылыҡҡа өмөт, ышаныс уятып, әҙәм балаларының, Алланы танып, Ул ҡушҡанса йәшәгәндә ниндәй бөйөк һәләттәре асыласағын аңлата.
Уның менән аралашҡандан һуң бик-бик күптәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап тапҡандыр, күңел күҙҙәре асылғандыр, артабан нисек йәшәргә кәрәклеген аңлағандыр. Эйе, шулайҙыр. Шулай булыр­ға тейеш тә. Юғиһә ниңә һуң Ник Вуйчич кеүектәр донъяға килтерелә?
Төнгө намаҙын тамамлап, йоҡларға ятҡас та һаман ошо хаҡта уйланды Сәлихә. Ята торғас, уйҙары үҙенең тормошонда булған хәлдәргә төшөп китте. Ғаиләләрендәге иң кесе туғаны Хәлит хаҡында ине улар.
Гел ҡыҙҙарҙан һуң тыуған бер бөртөк малай булды Хәлит. Бәлки, шуғалыр ҙа уны апайҙарынан артығыраҡ күреп яраттылар. Ғаиләлә башҡаларға ҡуйылған талаптар уға ҡуйылманы. Уға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереү, шелтә, иҫкәртеү яһау тигән нәмә булманы. Ҡустыһы тиҙ генә үсегеп барыусан, һүҙ күтәрмәй торған холоҡло булып үҫте. Мәктәптә яҡшы уҡыны, башҡаларға гел өлгө итеп ҡуйҙылар. Армияға барып ҡайтты, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы ла һөнәре буйынса бер көн дә эшләп ҡараманы. Йүнәлтмә буйынса тәғәйенләнгән районға ла, үҙҙәре йәшәгән райондан төрлө урынға һөнәре буйынса эшкә саҡырһалар ҙа барманы. Төрлө эштә йөрөштөрҙө. Эшләһә, ҡулынан эш килә уның, үҙен хатта оҫта тиһәң дә, хата булмаҫ. Тик тормошо нишләптер ҡайһы ерҙәлер яңылыш юлдан китте. Өҫтөнә яуаплылыҡ алырға теләмәне, тип уйлай хәҙер Сәлихә туғаны хаҡында.
туғанының яңыраҡ ҡына армиянан ҡайт­ҡан ваҡыты хәтерендә. «Мин дә Римдең командаһына яҙылам», – тип шаяртты ул өйләнеү тураһында һүҙ сыҡҡанда. Ә Рим тигәне «ҡарт буйҙаҡ» исеме алған, өйләнмәй ҡартайған егет ине. Ул заманда буйҙаҡ йөрөп ҡартайған егеттәр булманы тиерлек. Ир балалар хеҙмәт итеп ҡайтыр ҙа, аҙна-ун көн эсендә эшкә сығып, өйләнеүҙе хәстәрләй ҙә башлар ине. Көлә етә – артынан һөрә етә, тиеүҙәре ошолай булдымы, ысын­лап та, Хәлит ҡартайғансы өйләнмәне лә ҡуйҙы. Ҡасан ғына, ниндәй генә һүҙ һөйләһәң дә, уйлап һөйлә икән ул. Аҡылһыҙ шаяртыуҙарға тормош шулай итеп үҙ хөкөмдәрен сығаралыр. Әле институтта уҡып йөрөгән сағында артынан йүгереп йөрөгән бер ҡыҙ хаҡында үҙе һөйләгәйне: «Күлдәктәремде йыуып бирә, йыйылышып байрам иткән саҡтарҙа ҡарап ҡына йөрөтә. Бер ҡайтҡанымда, эйәреп барам, тип бәйләнгәйне, мин өйгә ҡайтмайым, тип алдап ҡотолдом». Ул ҡыҙҙың да күҙ йәштәре төшкәндер. Һуңғараҡ та өйләнергә ҡабаланмаған Хәлитте әрһеҙ татар еңгәһе үҙҙәренең ауылындағы ултырып ҡалған бер ҡыҙ менән һөйләштерергә маташып ҡарағайны, уны ла отто бит ул – ҡасып китте. Өйөнә индереп алырға теләүсе яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп булды, ә ул һаман егет булып йөрөй бирҙе. Бына хәҙер 50-не үтте. Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе. Уларҙан ҡалған донъя, мал-тыуар ҙа, атай йорто ла туҙып бөттө.
Икенсерәк уйлаһаң, хәҙер донъя көтмәй яңғыҙ ҡартайғандар бер Хәлит түгел инде. Тик быныһы Сәлихәнең үҙ туғаны шул. Хәйер, үҙ туғаны булмаған хәлдә лә, күптән инде уға башҡаларҙың ошондай аяныслы тормошон күрә йөрөү йөрәк һыҙландырғыс. «Эээээй, әҙәм менән әҙәм араһында ер менән күк айырмаһы», – тип уйланы Сәлихә, телевизорҙағы тапшырыу тәьҫиренән айный алмай. Ул Америка кешеһен ғәрип тип әйтергә тел дә бармай ҙа баһа. Ә Хәлит туғаны ысын ғәрип – унда йән ғәриплеге.
Тән ғәриплегенән Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Ә йән ғәриплеге уғата ҡурҡынысыраҡ, хатта дошманыңа ла уны теләмәҫһең. Бөгөнгө тормошта йәне ғәриптәр бигерәк артҡандан-арта ғына бара шул. Һап-һау, һөлөктәй һылыу ҡыҙ-егеттәребеҙ ниңә бындай ауырыуға дусар булды һуң әле?
Алыҫ үткәндәрҙәге бер күренеш тағы ла күҙ алдына баҫты ҡатындың. Ул заманаға 40 – 45 йыллап ғүмер үткән. Сәлихә еткән ҡыҙ. Атай атының арбаһына бар ғаилә менән тейәлеп, ауыл урамының түбәнге осонан үрге осо аша бесәнгә китеп баралар. Үрге оста эреле-ваҡлы бала-саға уйнап йөрөй. Улар, сыр-сыу килеп, атлы арба артынан йүгерә биреп тороп ҡалды. Араларында Дауыт исемле 7 – 8 йәштәр тирәһендәге ғәрип малай ҙа бар, аушаңлай-аушаңлай йүгереп маташа, ә үҙенең донъяһы түңәрәк, ауыҙы йырыҡ.
Сәлихәнең шул саҡтағы ул баланы йәлләүе... Әле балалығы менән үҙ хәленең ниндәй икәнен төшөнөп бөтмәгән малай оҙаҡ күҙ алдында торҙо. Егет кенә булып етһә ни эшләр инде, бисараҡай, тип әрнене Сәлихә ул саҡта.
Өйләнмәгән туғаны 30, унан 40, унан һуң 50 йәшкә етеп килгәндә гел әлеге Дауыт хәтеренә килер булды.
Ә Дауыттың яҙмышы ниндәй булды икән, тиһегеҙме? Егет булып еткәндә лә, Сәлихәләр арбаһының артынан йүгереп маташҡан теге саҡтағылай, алсаҡ, ихлас булып ҡалды ул. Тап булған саҡтарҙа ла гел көр күңел менән сәләм биреп, хәл-әхүәл һорашып үтер булды. Кәмһенеп йөрөмәне, ныҡышып-ныҡышып күңеленә оҡшаған бер һәйбәт ҡыҙҙың йөрәген яуланы. Оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнеп тә ҡуйҙы. Әле, өй һалып, дәртләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Апай-ағайҙарына ауҙармай, оло йәштәге әсәһен дә үҙе ҡарай. Хәҙер уның тормошона ҡарап йәлләргә түгел, ә һоҡланырға, ҡыуанырға, үрнәк алырға ғына мөмкин. Тәне ғәрип булһа ла, йәне һау-сәләмәт булған бит Дауыттың. Бына ошоларҙы уйлаһаң, динебеҙҙең, тәнебеҙ эсендәге йәнебеҙҙе нығыраҡ ҡайғыртыу мөһимерәк, тип өйрәтеүе аңлашыла ла инде. Тағы ла, йәш үтеп китеп, һаман да өйләнмәй, кейәүгә бармай йөрөү ҙә иман зәғифлегенән, тип тә өйрәтә бит динебеҙ.
«Бар бәләләребеҙ ҙә иман зәғифлегенән, әстәғәфирулла, әстәғәфирулла, әстәғәфирулла үә әтүбү иләйһи», – тип тәүбә доғаларын уҡып, һул ҡабырғаһына әйләнеп ятты Сәлихә. Йоҡлап, ял итеп уянырға кәрәк. Иртәгәнән бит мәсеттә ғәрәп телен өйрәнеү дәрестәре башланасаҡ. Алтмыш йәш нимә ул, ғилем алырға бер ҡасан да һуң түгел. Өйрәнерҙәр ҙә, башҡаларҙы ла өйрәтерҙәр. Иншалла. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйткән бит: «Бишектән алып ләхеткә тиклем белем алығыҙ!» – тип. Ошо ныҡлы ҡарары менән Сәлихә йоҡлап китте. Ҡара төндөң аҙағынан мотлаҡ алһыу таң атасағы бәхәсһеҙ.

Фирҙәүес МЫРҘАБУЛАТОВА.
...

Яңы китап сыҡты
Яңылыҡтар таҫмаһы // 27-06-2017, 12:52


Яңы китап сыҡты
Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәктең был йыйынтығына төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары тупланды. Хаҡы 110 һум тип хәбәр итәләр З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенән....

Өмөтбайҙа - икеләтә байрам
Яңылыҡтар таҫмаһы // 27-06-2017, 11:43


Өмөтбайҙа - икеләтә байрамБаймаҡ районы Өмөтбай ауылы китапханасыһы Әнүзә Мәжитова хәбәр итә:

Бөгөн ауылыбыҙҙа оло, хатта икеләтә байрам. Тәүгеһе - Ураҙа булһа, икенсеһе -беҙҙә иман нуры балҡыны, Аллаһы Тәғәлә йортоның ишеге асылды.
Иртәнсәк ҡойоп яуған ямғыр байрам башланыр алдынан туҡтаны - бына бит ул Хоҙайҙың ҡөҙрәте. Ҡояш йылмайып, һәр беребеҙҙең күңеленә нур өләште.
Өмөтбай ауылында мәсет теүәл 110 йыл элек, 1907 йылда асылған. Бинаһын халыҡ үҙ көсө менән, күмәкләп, өмәләп ҡорған. Манараһы, айы ҡуйыла. Ғоссаметдин Килдейәр улы Рахманғолов имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Заманына күрә уҡымышлы булған мулланы ауылда ғына түгел, бөтә тирә- яҡта хөрмәт итәләр. Ауылда ул ғына гәзит алдыра, күрше-күләнен илдәге хәлдәр менән таныштырып бара. Әбейе лә бик уҡымышлы була, балаларға хәреф өйрәтә.
Революция башланғас, мәсеттең манараһын Сыртинскиҙән урыҫтарҙы яллап алып килеп ауҙаралар, халыҡтан береһе лә манараға тейергә баҙнат итмәй. Мәсет дауахана, келәт, клуб ителә.
Совет осоронда дини сараларҙы ауылда бер нисә кеше башҡара. Улар - Ғәйфулла Ҡотлогилдин, Хәләф Ғүмәров, Муса Садыҡов, Сәғиҙулла Ғабдуллин, Кәшиф Зәйнуллин, Кәлимулла Дауытов, Аллабирҙе Ғүмәров, Исмәғил Мәжитов, Таштимер Ҡотлогилдин була. Улар балаға исем ҡуша, аят уҡый, мәйет тәрбиәләй.
Бөгөн беҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашырға ҡунаҡтар килде. Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиков, район имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов, район Советы депутаты Ильнур Мырҙагилдин, мәғариф бүлеге начальнигы, ауылдашыбыҙ Илдус Зәйнуллин, Билал ауылы хакимиәте башлығы Мәжит Заманов, Төркиә ҡунаҡтары, район ауылдарынан дин әһелдәре, Рәсәй һәм республиканың төрлө төбәктәренән килгән ауылдаштар булды. Улар береһе лә буш ҡул менән килмәгән. Киләсәктә зыяратты тимерҙән кәртәләү өсөн финанс ярҙам да күрһәттеләр.
Район башлығы Илшат Ситдыков йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, мәсетте эшләгәндәргә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Республика райондарында иң күп мәсет Баймаҡта, - тине ул һәм йәштәрҙең иманға ҡайтһын, аҙан тауышы бөтә ауылға ишетелһен тип тауыш көсәйтеү аппаратураһы бүләк итте.
Төркиәнән килгән ҡунаҡтар тәүге тапҡыр Башҡортостанда мәсет асыуҙа ҡатнашты. Сығыштарында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына, берҙәм булыуына һоҡландылар.
...

Ҡан баҫымы түбән булғанда
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-06-2017, 12:49


Ҡан баҫымы түбән булғандаҠан баҫымы төшкәндә 50 грамм ҡыҙҙырып төйөлгән ҡәһүә тосона 1 кг бал һәм 1 лимон һутын ҡушып бутағыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Был ҡатнашманы иртәнге һәм киске аштан һуң бер ҡалаҡ ҡабығыҙ. Ярҙамы, һис шикһеҙ, буласаҡ.
...


  • Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
  • «Иванушки International» төркөмөнөң йырсыһы Олег Яковлев мәрхүм булды
  • Бөрйәндә "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең 19-сы республика конкурсы башланды.
  • Гәзитебеҙҙең яңы рубрикаһы - "Аҙна фотоһүрәте"
  • Йондоҙнамә (3 – 9 июль)
  • Асыҡ ауыҙ
  • Уйланырлыҡ урын бар
  • Гормондар хәүефлеме?
  • Ҡул аҫтында ниҙәр бар?
  • Тән ғәриплеге түгел, йән ғәриплеге ҡурҡыныс



  • Радио Юлдаш FM