НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 17.05.2017

Башҡортостанда һабантуйҙар байрамы графигы билдәләнде
Яңылыҡтар таҫмаһы // 17-05-2017, 15:50


Башҡортостанда һабантуйҙар байрамы графигы билдәләндеТәүге һабантуйҙы быйыл өсөнсө июндә Әлшәй, Архангель, Бүздәк, Бишбүләк үткәрәсәк.
Ағиҙел ҡалаһы — 3 июнь
Салауат ҡалаһы— 12 июнь
Өфө ҡалаһы — 12 июнь
Әбйәлил — 10 июнь
Әлшәй — 3 июнь
Архангел — 3 июнь
Асҡын — 10 июнь...

Йондоҙнамә (15-21 май)
Махсус бит // 17-05-2017, 14:18


Йондоҙнамә   (15-21 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларға яңыса ҡарай башларһығыҙ, бәлки. Элек аңламағанды төшөнөр­һөгөҙ. Был арала етәкселәрҙән ары торорға, бөтә аралашыуҙы кәметергә ҡушыла, юғиһә мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай алмаҫһығыҙ.
...

«Самауыр янында» йыйылайыҡ
Медиа // 17-05-2017, 14:09


«Самауыр янында» йыйылайыҡ
Был донъяла самауыр сәйенә еткән эсемлек юҡтыр, моғайын. Башҡортостанда йәшәүсе һәр бер кешенең бының менән килешеренә иманыбыҙ камил. Беҙҙең халыҡта элек-электән сәйләү йолаһы йәшәй. Сәйле табынды боронғо заман­дар­ҙа ла, беҙҙең көндәрҙә лә йәмле иткәне – матур әңгәмә. Беҙҙә сәй табынында хуш еҫле эсемлектән ауыҙ итеүселәр һөйләшеп-гәпләшеп ваҡыт үткәрә....

Ул ярата бөтә кешелекте...
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 17-05-2017, 14:02


Ул ярата бөтә  кешелекте...
“Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы әхирәтем, Йылайыр районының Балапан ауылы ҡыҙы Регина Мостахитдинова менән таныштыр­ғым килә. Регина, Башҡорт дәүләт аграр университетында дүрт йыл уҡып, диплом алғандан һуң артабан белемен камиллаштырыу өсөн Башҡорт дәүләт университетына килә. Уның менән нәҡ ошо уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә таныштыҡ та инде.
Әхирәтем башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас тыйнаҡлығы, әҙәпле булыуы, эскер­һеҙлеге менән матур ҙа, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта ғорур ҙа. Һис кемде бер ҡасан да ярҙамынан айырмаҫ, ололарға кеселекле, кеселәргә ололоҡло була белә. Өйөндәге ике һеңлеһе һәм өс ҡустыһына ышаныслы, таянырлыҡ апай ҙа ул Регина. Һәм: “Бөтә кешелекте ярата ул, кешеләр ҙә уны яратһын”, – тип тамамлағым килә.

Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы....

Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
Әҙәбиәт / Проза // 17-05-2017, 11:55


Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
– Зәлифә! Зәлифә, тим! Туҡта!

Тротуар буйлап йүгерә-атлай китеп барыусы ҡатын, үҙ исемен ишетеп, туҡтап ҡалды. Уға өндәштеләр түгелме? Кит, булмаҫ. Яңылыш ишетте шикелле. Бында уны кем белһен? Мәркәз тиклем ерҙә, анау саҡлы кеше араһында әллә кем уны шәйләп ҡалған, ти. Аҙ, ти, бында Зәлифәләр!

– Зәлифәү, тим, ишетмәйһеңме ни? Туҡта! Һин бит был?!

– Эйе, мин…- тип әйтергә лә өлгөрмәне, янына әзмәүерҙәй ир килеп тә баҫты....

Талпан нимәһе менән хәүефле?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 17-05-2017, 11:46


Талпан нимәһе менән хәүефле?
Йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙан йөҙәрләгән кеше зыян күрә. Был паразит-бөжәктәрҙән күп төрлө ҡурҡыныс сир эләктерергә мөмкин. Уларҙың барыһы ла ауырыу тарата тип уйларға ярамай, вирус бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында ғына йәшәй. Ҡарап тороуға инфекцион ауырыу таратыусы талпанды башҡаларынан айырып булмай. Быны санитар эпидемиология станцияһында ғына тикшереп белеп була. Шуға күрә лә ҡаҙалған талпанды тартып сығарғас ташларға ярамай, ә берәй һауытҡа һалып, медицина лабораторияһына алып барырға кәрәк....


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Серҙәремде кемгә һөйләйем?
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Йондоҙҙоң батырлығы



  • Радио Юлдаш FM