НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 13.05.2017

"Таҙа Һаҡмар" темәстәргә күсте
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-05-2017, 21:17


"Таҙа Һаҡмар" темәстәргә күстеБөгөн Баймаҡ районының Билал – Темәс ауыл биләмә сигендә “Таҙа Һаҡмар” эстафетаһы темәстәргә тапшырылды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти 50-се йылдарҙа беҙҙең районға килеп, Һаҡмар буйы ауылдарында була һәм аҙаҡ, алған тәьҫораттарына таянып, “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаһын ижад итә. Унда шундай юлдар бар: “Һаҡмар һыуҙың һылыулығы күпме-күпме йырҙа йырланған, ләкин Һаҡмар буйын тағы йөҙ йыл, тағы мең йыл була йырларға”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн йылғабыҙҙың гүзәллеген, уның тирә-яғының матурлығын һис тә шағирса тасуирлай алмайбыҙ. Быға тәбиғәт кенә түгел, күп осраҡта үҙебеҙ ҙә ғәйепле.
Район вәкилдәре Динар Хисмәтуллин, Ғәлим Сәфиуллин, Темәс биләмә башлығы Бикйән Камалитдинов етәкселегендә делегация ағзалары “Атайсал” клубы рәйесе Сәлимйән Вәлиев, китапханасылар Миңзәлә Әүәлбаева, Миңзифа Низамова, “Темәс” тарихи - мәҙәни үҙәге методисы Лилиә Ишбаева был турала әсенеп һөйләне. Темәс мәктәбенең хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмил Әбсәләмов: “Бөгөн ололар Һаҡмар йылғаһы бысраҡ, йәштәр йылғаны таҙалау өсөн үҙ өлөшөн индермәй, тиеүҙәре менән килешеп бөтмәйем. Сөнки күптән түгел Темәс мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, урындағы халыҡ менән бергәләп 600 – гә яҡын ағас ултыртты, экологик өмәгә сыҡтыҡ. Йылғала бәрҙе, йәйен балығы бар, ә ул балыҡтар таҙа һыуҙа ғына була. Беҙгә, йәш быуынға, Һаҡмарыбыҙҙың таҙа, мул һыулы булыуы өсөн артабан да көрәшергә генә ҡала”, - тине.
Фирҙәүес Ҡаһарманова, Әхәт Урмантаев, Илфат Сирусиндың моңло йырҙары, Билал мәктәбе уҡыусыһы Айнур Әхмәтовтың дәртле бейеүе байрамға йәм өҫтәне. Биләмә башлығы Мәжит Заманов етәкселегендәге делегация ағзалары Райхана Булатова, Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова, Айгизә Хамматова, Сәғилә Ғайсина, Зәйнитдин Хөсәйенов эстафетаны тапшырып ҡына ҡалманы, артабан һәр ауылда экологик өмәләр үткәреүгә йөкләмә лә алды.
“Таҙа Һаҡмар” акцияһы темәстәргә тапшырылды. Был эстафета минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе булмһын ине. Йылғаларҙың таҙалығын һаҡлар өсөн, Тыуған илебеҙ сәскә атһын өсөн бер сара күрергә ваҡыт түгелме беҙгә?! Кешеләр, үҙебеҙҙең хатабыҙҙы аңларға ваҡыт еткән түгелме?! Беҙҙең Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, тыуған тәбиғәтебеҙҙе, йылға - күлдәребеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!...

Эремсекле кекс
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 13-05-2017, 16:05


Эремсекле кексКексты әҙерләү өсөн 400 г эремсек, 200 г маргарин, 1 стакан шәкәр, 3 йомортҡа, 100 г йәки 5 ҡалаҡ крахмал, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 150 г он, ярты лимондың ҡабығы кәрәк.
Майға шәкәр, һуңынан эремсек, йомортҡа һалырға. Лимон ҡабығын ыуғыста ыуырға һәм ҡамырға өҫтәргә. Аҙлап-аҙлап он, крахмал, ҡамыр ҡабарт­ҡыс ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Махсус кекс формаларына һалырға һәм 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә....

Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңә
Махсус бит / Проблема // 13-05-2017, 11:25


Һаҡсыл ҡыланырға ваҡыт миңәйәки ут менән шаярмайым
Йортобоҙ янында бер нисә ҡайын үҫә. Йәйгеһен эй матур инде. Ҡояш ҡыҙҙырғанда күләгәлә рәхәтләнеп ял итергә була. Ҡышҡы һыуыҡта ағас­тар өҫтөнә бәҫ ҡунһа, үҙемде әкиәт доньяһындағылай хис итәм. Яҙын ағас­тар бөрөләнеп, япраҡ яра башлаһа, күңел йырламаҫ еренән йырлар. Көҙөн алтынға мансылып ултыралар. Япраҡтары ергә ҡойолоп, баҡсамдағы сәскәләремде ҡышҡы һыуыҡтарҙан һаҡлай, яҙға серетмәгә әйләнеп, тупраҡҡа шәп минерал булып тора....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM