RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ышан инде приставҡа

21.03.2015 Ышан инде приставҡа

Ышан инде приставҡа

Беҙҙең арала тәртип һәм хоҡуҡ һаҡсылары самаһыҙ күп һымаҡ. Был сафтарға бит мотлаҡ полицияны ғына индермәйбеҙ, ә төрлө кимәлдәге тикшереүселәр, прокурорҙар, һалымсылар, приставтар, опека органдары һ.б. ҙа ошо иҫәптәлер. Ә һуңғы ваҡытта бындайҙар араһында ла эш боҙоусылар күбәйгәндән-күбәйә кеүек. Ниңә улай икән?
Бына бер миҫал. Куш­наренконан суд приставы булған йәшерәк бер ханым бурыслыларҙан аҡса йыйыуҙа артыҡ тырышлыҡ күрһәткән. Һалым буйынсамы, кредит өсөнмө бурыслы кешеләр приставҡа аҡса биргән. Ә уныһы үҙ кәрәк-ярағына тотоноп тик торған. Ике йыл буйына дауам иткән был “эше”. Еңел генә күскән сумма 113 мең һумдан ашып киткән. Ярай әле прокуратура хеҙмәткәрҙәре егәрле, тап шулар уның мутлығын тикшереү ваҡытында асыҡлаған да инде. Пристав үҙ ғәйебен таныған һәм эшенән бушатылған.

Намыҫы “уянған”

Саҡмағошта булған хәл. Берәү башына ойоҡбаш кейгән дә, бысаҡ тотоп, төндә оло кешеләрҙең өйөн таларға килгән.
90-ға яҡынлашҡан әбей менән бабайҙа аҡса күп һәм улар ҡурҡыштан уны еңел генә алдына сығарып һалыр тип уйлаған. Тик ниңә әле ҡарт кеше үҙ аҡсаһын бурға бирергә тейеш? Бур бысаҡ менән янаһа ла, әбей ныҡ торған. Ахырҙа, ҡораллы әҙәмдең бысағы яңылыш әбейҙең бармағына тейгән. Ҡанаған бармаҡты күреп, ғәфү үтенеп, ҡараҡ сығып ҡасҡан. Ололар полицияға хәбәр иткән. Теге тотолған.

Иҫерек тимә…

Эскән кешенең башы эшләмәй, уйлай белмәй, тигән булабыҙ. Этлеккә иһә уларҙан да оҫта юҡ.
Өфөлә берәүҙең, “һалып алғас”, батырлыҡ эшләгеһе килгән. Ҡараһа, бейек йорт­тар­ҙың береһендә бишенсе ҡатта ремонт эштәре менән булышалар икән. Эшселәр, уларҙы сәнәғәт альпинистары тип атайҙар, үҙҙәренә страховка арҡандарын бәйләгән. Был иҫерек иһә уйлап тапҡан – йорттоң ҡыйығына менгән дә, бер эшсенең арҡанын ҡырҡып ташлаған. Альпинист ҡолап, хәҙер ауыр хәлдә дауаханала ята.
Иҫерек “батыр”ҙы кеше ғүмерен ҡыйырға уйлағаны өсөн хөкөм итәсәктәр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә